Башҡортостанда һалым каникулдары тураһында закон үҙ көсөнә инде. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары өс уҡыуҙа ҡабул иткән документҡа ярашлы, беренсе тапҡыр шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән һәм һалым түләүҙең ябайлаш-тырылған алымын ҡулланған граждандар өсөн һалым каникулдары 2024 йылға тиклем дауам итәсәк.