+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Сентябрь 2021, 15:00

Милли кейем көнөнөң эмблемаһы раҫланды

Башҡортостанда 16 апрелдә иғлан ителгән конкурсҡа йомғаҡ яһалды.

Башҡортостанда 16 апрелдә иғлан ителгән конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Милли кейем көнөнөң үҙенсәлекле эмблемаһын эшләү буйынса ижади бәйгелә 56 кеше ҡатнашҡан һәм унда республикала ғына түгел, илдең башҡа төбәктәрендә йәшәүсе рәссамдар ҙа үҙ эштәрен тәҡдим иткән. Һөҙөмтәлә комиссия ағзалары Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты Илнур Абдуллиндың эшен иң яҡшы тип тапҡан. Эмблемала Башҡортостанда йәшәүсе иң күп һанлы биш милләттең биҙәге сағыла, славян, төрки, фин-уғыр элементтары бар. Еңеүсе сертификат менән бүләкләнгән.

Автор:
Читайте нас: