+14 °С
Болотло
2022 йылдың 1 февраленән беренсе баланы ҡарау өсөн пособиеның минималь күләме артып, 7493 һумға етәсәк, максималь күләме 31282 һум буласаҡ. Был турала Иҫәп палатаһының «РФ Социаль страховкалау фондының 2022 йылға һәм 2023-2024 йылдарҙың планлы осорона бюджеты тураһында» ҡарарына һылтанма биреп, ТАСС хәбәр итә. Бөгөнгә пособиеның минималь күләме 7083 һум, иң күбе 29600 һум. Документта күренеүенсә, йәш ярымға тиклем баланы ҡарауға ай һайын түләнгән пособиеларға сығымдар 169,5 млрд һум тәшкил итәсәк. Бынан тыш, 1 февралдән бала тыуғанда бер тапҡыр түләнгән пособие 5,8%-ҡа индексланасаҡ һәм 19981 һумға етәсәк. Әлеге ваҡытта был түләм 18 886 һум тәшкил итә.