Рысҡужа егете Әҙеһәм Хәмзин Магнитогорск педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлағас, ил алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайта.
— Тормошҡа ҙур маҡсаттар ҡуйған сәмле, дыуамал йәш саҡ. Иптәш егеттәр менән беҙгә ҙур мөмкинлектәр бирәсәк ҡала мәктәбендә эшләргә һөйләштек. Мин Салауат ҡалаһының мәғариф бүлегенә хат яҙҙым. Завроно шунда уҡ мине саҡырып хат яҙҙы, бүлмә бирергә вәғәҙәләне. Бына шулай яҡты хыялдар менән тыуған ауылымдан сығып киттем, — тип хеҙмәт юлы башланған мәлдәге ҡыҙыҡ хәтирәләрҙе кисәгеләй барланы Әҙеһәм Мостафа улы. — Сумаҙан тотоп, Субан осондағы Ҡараморонда юл ыңғайы машина көтөп торам. Амангилде яғынан ап-аҡ «Москвич» күренде.
Юлына сыҡҡан ошо машиналағы кеше яҙмышын ҡырҡа үҙгәртерен белмәй әле ул. Асҡарға Ҡырҡты аша йәйәү артылырға тура килмәгәненә ҡыуана-ҡыуана «Москвич»ҡа ултыра. Ә руль артында үҙенең класташы, ул ваҡытта уҡ бик ҙур кеше — ВЛКСМ район комитетының беренсе секретары Байкал Ғәбитов булып сыға.
— Дуҫым шунда уҡ ҡайҙа юлланыуымды һораны. Мин түкмәй-сәсмәй Салауат ҡалаһына эшкә китеп барыуымды һөйләп ташланым. Шул саҡ Байкал клас-ташым мине ҡыҙып китеп әрләй башланы: «Хәлил ауылында типовой мәктәп төҙөнөк, унда икенсе йыл математика уҡытылмай, ә һин ер аяғы, ер башы ергә йыйынаһың, имеш. Ҡайҙа һинең илһөйәрлек? Бында ла уҡытыусылар кәрәк» тип Асҡарға еткәнсе беште һәм тура РОНО-ға алып килде. Шул уҡ көндә мин Магниттан Өфө-Сибай поезына ултырып, Әлмөхәмәткә килеп төштөм. Унда мине ҡаршы алдылар. Һәм иртәгәһенә Хәлил мәктәбендә эш башланым.
— Беҙ, унынсы класс ҡыҙҙары, тәҙрә аша яңы уҡытыусы килгәнен ҡарап торабыҙ. Мәктәп ихатаһына оҙон буйлы, сибәр егет килеп инде, — тип һүҙгә ҡушыла Шәрифә Миҙхәт ҡыҙы. — Йәш булһа ла, талапсан уҡытыусы булып сыҡты. Математиканан әллә күпме уҡымай, программанан артта ҡалһаҡ та, ҡыуып еттек. Дәрестәре ҡыҙыҡлы үткәс, ауыр, ҡатмарлы предметты ла яраттыҡ.
1966 йылда ҡулына аттестат алған ҡыҙға артабан белем алыу форсаты теймәй. Башҡалар менән бер рәттән, колхозда эш башлай, Хөсәйен янындағы йәйләүҙә һыйыр һауа. Тәүҙә 8, унан 16 һыйырҙы ҡул менән һауып, өлкәндәрҙән бер ҙә ҡалышмай нескә генә ҡыҙсыҡ. Ноябрь айында фермала йөрөгән еренән мәктәпкә саҡырталар. Шул көндән Шәрифә Миҙхәт ҡыҙы уҡыта башлай. Ситтән тороп юғары белем ала.
1968 йылда Шәрифә һәм Әҙеһәм Хәмзиндар бер ғаилә булып, тормош юлынан бергә-бергә үтергә ҡарар итә.
Йәш уҡытыусы Әҙеһәм Мостафа улы Хәлил урта мәктәбе директоры вазифаһын да тарта. Ул ваҡытта бында Булат, Үҙәк, Күсей, Ҡалмаҡ, Хөсәйен, Шаҙығай — бөтәһе 11 ауылдан 600-ҙән ашыу уҡыусы белем ала. Ҡолас ташлап эш башлаған етәксене бер аҙҙан район үҙәгенә алалар. 1970 йылда ул райондың иң ҙур белем усағы — Асҡар урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. Әлбиттә, олпат педагогтарға етәксе булып китеү еңелдән булмай. Тап шуның өсөн мәктәп коллективы мине күп нәмәгә өйрәтте тип иҫәпләй. Артабан район мәғариф бүлеге мөдире булған осорҙа тап ошо мәктәптә етәкселек итеү тәжрибәһе, ойоштороу һәләте, кешеләр менән аралаша белеү, талапсан, ғәҙел булыу сифаттары ярҙам итә.
Шәрифә Миҙхәт ҡыҙы Асҡар урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы була. Тынғыһыҙ хеҙмәте «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме менән билдәләнгән. Уҡыусылары араһында педагогтар, журналистар булыуы уның өсөн ғорурлыҡ. Тик сәләмәтлек хәле буйынса яратҡан эшенән китергә тура килеүен Шәрифә апай бик ауыр кисергән.
— Үҙемде ҡанаттары ҡайырылған ҡоштай тойҙом, өйҙә йәм тапманым. Минең хәлемде аңлап, тойоп йөрөгән Әҙеһәм: «Һин бирешмә, беҙ бергә бит», тип йыуатыуы күңелемде бөтәйтте, артабан йәшәүгә көс бирҙе, — ти Шәрифә Миҙхәт ҡыҙы.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, 37 йыл район үҙәгендә йәшәгән Хәмзиндар күптәрҙе аптыратып Хәлил ауылына күсеп, донъя ҡора.
— Ата йорто, тыуған нигеҙ кеүек үк ғүмерлек мөхәббәтте осратҡан, бәхетле яҙмыш ҡорған, тәү эш башлаған ер күңелдә мәңгелеккә һаҡлана. Шуға ла Хәлил беҙгә ныҡ яҡын, — ти Хәмзиндар.
Бөтә ғүмере хеҙмәттә үткән кеше пенсияла тыныс ята аламы һуң?! Әҙеһәм Мостафа улы тиҫтә йылдан ашыу биләмәнең ветерандар ойошмаһын уңышлы етәкләй. Заманында мәктәп уҡытыусыларынан хор ойошторған уҙаман Хәлилдә лә ир-егеттәрҙән генә торған ҙур хор туплауға өлгәшә. Хәҙер «Малайҙар» вокал ансамбле райондың ғына түгел, республика сәхнәләренең йәме, конкурстар еңеүсеһе. Әйткәндәй, Хәлил ветерандар ойошмаһының сығыштары хаҡлы ялдағылар араһында уҙған «Мин яратам һине, тормош!» республика фестивалендә һәр саҡ призлы урындар һәм гран-при яулаған. Әҙеһәм Мостафа улының әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге Бөтә Рәсәй ветерандар советы рәйесе В. Епифановтың, республика Башлығы Р. Хәбировтың Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән.
Хәмзиндар ике ул үҫтергән. Өлкән улдары Зариф ғаиләһе менән район үҙәгендә йәшәй. Уларҙың ҡыҙҙары Ләйсән олатаһына оҡшап рәссам. Һүрәттәрҙе матур төшөрә, әлеге ваҡытта шул йүнәлештә белем ала. Ҡиммәтле таштарҙан биҙәүестәр яһаусы оҫта буласаҡ. Кинйә улдары Зөлфәр махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
— Тиҙерәк һуғыш бөтөп, бөтә улдарыбыҙ имен-һау тыуған йорттарына ҡайтып инһен, тип теләйбеҙ. Икешәр аҙна, унан күберәк бәйләнешкә сыға алмағанында, улыбыҙ өсөн борсолоп йәшәйбеҙ, — тиҙәр Хәмзиндар.
Мәғариф алдынғыһы Әҙеһәм Мостафа улы бөгөн дә балаларға белем биреүҙән туҡтамай. Уға ОГЭ, ЕГЭ-ға әҙерләнеүҙә ярҙам һорап күптәр мөрәжәғәт итә. Абруйлы, тәжрибәле математик сығарылыш класс уҡыусыларына ҡатмарлы имтихандарҙы уңышлы тапшырырға ярҙамлаша.
Һөйөү хистәрен юғалтмай, уны ихтирам тойғоһо менән нығытып, бер-береһенә рәхмәтле булып йәшәгән татыу пар бәхетле. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәгән, ғүмер юлын матур үткән өсөн тормош үҙе ике «бишле» ҡуйған. Шәрифә һәм Әҙеһәм Хәмзиндарҙың алдағы көндәре алтын көҙҙәй сыуаҡ, аяҙ булһын.
Динара САФИУЛЛИНА.