-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
18 Ноябрь 2023, 15:25

Йөҙҙәренән нурҙар һибелә

Туйыш ауылында ең һыҙғанып оҙаҡ йылдар эшләгән, алты балаға ғүмер биргән, уларҙы тәрбиәләп үҫтергән, тормош иптәше менән бер тулҡында ҡулға-ҡул тотоношоп донъя көткән, олоғайғас та дәүер менән йәнәш атлаған, йәш быуынға иманлы йәшәү рәүеше өлгөһө булған ағинәй Хәтифә Йортомбаеваның яҙмышы гел яҡты сатҡыларҙан ғына тормаған. 63 йыл тормош иптәше Усман Йортомбаев менән бергә, ҡырыҫ яҙмыш елдәренә бирешмәй, үткәндәргә риза булып, киләсәккә өмөт утын һүндермәй сабырлыҡта ғүмер йомғағын һүткән ул. Йөҙөнән аҡ нур һирпелгән ағинәйҙең күңел донъяһына сәйәхәт ҡылып, уның бәхет сығанағының серен астыҡ.

Йөҙҙәренән нурҙар һибелә
Йөҙҙәренән нурҙар һибелә

«Бала саҡ йәйғор төҫтәрендә иҫтә ҡала бит ул, ауырлыҡтары булһа ла, cабый йөрәге, күҙҙәре тик яҡты сағылыштарҙы ғына күреүсән. Олоғая килә был тәңгәлдә дин, оло ҡөҙрәткә эйә аят-доғалар ярҙамға килә. Улар йәшәү, бәхет, ышаныс офоҡтарын киңәйтә, тигеҙлеккә, иплелеккә күндерә, донъяға, йәштәргә аңлап бағырға күңел күҙен аса», – ти, һүҙен башлап, Хәтифә Шәкир ҡыҙы. Ул 3 йәштә генә әсәйһеҙ ҡалып, үгәй әсәй ҡулында үҫкән. Ҡәһәр һуғыш башланырҙан бер йыл алда ғына Ғәбдин ауылында, алдынғы колхозсылар Шәкир һәм Баҙыян Харрасовтарҙың ғаиләһендә донъяға килгән ул. Атаһы Шәкир Харрас улы заманында уҡымышлы, дини ҡарашлы кеше була. “Ҡатын-ҡыҙға арҡа терәп торорҙай ир булыуы хәйерле, дин дә быны кире ҡаҡмай,” ти һәм 16 йәшлек ҡыҙын Туйыш ауылы егете Усман Йортомбаевҡа кейәүгә бирә. Ата әйткән – ҡанун. Күп балалы ғаилә ҡуйылған тәртипкә буйһонорға тейеш. Ғәбдин мәктәбендә 4, Байымда 7 класс тамамлаған Хәтифә Шәкир ҡыҙы Туйыш ауылына килен булып төшкәс тә колхоз эшенә егелә.
– Бәләкәстән эш өҫтөндә үҫтек: төндә ырҙын табағында көс түгәбеҙ, сәсеүгә, бесәнгә сығабыҙ, эҫе йәй гектар-гектар сөгөлдөр утап, һалҡын көҙ шул сөгөлдөрҙө таҙартып үтә. Әгәр эшләмәһәң, иген дә, бесән дә, шәкәр ҙә тәтемәй. Иң мөһиме – ул йөкләмәләрҙән тыш, һәр кемдең көн дә башҡараһы төп хеҙмәте бар, – тип үткәндәрен бәйән итә яғымлы әңгәмәсем. – Кейәүгә сыҡҡас һыйыр һауҙым, быҙау ҡараным. Эштең ауырын-еңелен һайламаны беҙҙең заман балалары. Тормош иптәшем дә алдынғы колхозсы булды, ҡайҙа ебәрҙеләр, шунда эшләнек, дәүләт өсөн тырыштыҡ. Ең һыҙғанып эшләнек, намыҫлы хеҙмәтебеҙ өсөн бүләктәрһеҙ ҙә ҡалманыҡ. Наградалар менән бирелгән путевкалар арҡаһында төрлө ер-һыуҙарҙы күрергә насип булды, Аллаға шөкөр.
Эштә алдынғы хеҙмәткәр булһа, өйҙә яғымлы килен, яҡшы хужабикә була ул. Төп йортта ҡәйнәһе менән 28 йыл татыу килен һәм ҡәйнә булып йәшәйҙәр. Йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнаша. Өс саҡырылыш ауыл Советына депутат итеп һайлана, тырыш хеҙмәте өсөн бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, билдәләре лә бар уның.
Шулай уҡ Хәтифә инәй боронғо халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы ла. Ул “Урал”, “Сәлимәкәй”, “Зөлхизә” кеүек халыҡ йырҙарын әле лә яратып башҡара.
Хәтифә Шәкир ҡыҙын ауылдаштары, күрше тирәләге халыҡ имләүсе, ҡот ҡойоусы, мейе ултыртыусы булараҡ та белә.
– Ҡот – ул йәндең тыныслығы, йөрәктең һау-сәләмәт булыуы. Ныҡ итеп ҡурҡҡан кешенең ҡото, ҡобараһы осҡан, тиҙәр. Ҡот йөрәк кәртәһенән сығып осоп китә. Бала булһынмы, оломо – ҡото осҡан кеше тыныслығын юғалта, юҡтан ғына тертләй, ҡурҡа башлай. Ҡотто кире саҡырып ҡайтармаһаң, ул кеше ауырыуға һабышасаҡ, шуға күрә лә ҡурҡҡан кешегә ҡот ҡойорға кәрәк, ә бына мейе һелкенеүе күреү һәләтен юғалтыуға, баш ауырыуына, хатта эпилепсияға килтереүе ихтимал, – ти ағинәй.
Өлгөлө Йортомбаевтарҙың ғаиләһендә балалар ҙа тырыш, маҡсатлы булып буй еткергән.
Бер-бер артлы алты бала донъяға килә. Уйылдан, унан Зөлфәр, Ҡасим, Сәфинә, Зиннур һәм төпсөктәре Мансур.
– Беҙҙең иң ҙур бәхет балалар булды. Аллаға шөкөр, күҙле-башлы иттек, үҙ донъяларын ҡорҙолар. Ғаиләләре матур, йорт һалып сыҡтылар, фатир алдылар. Улдарымды ла, бер бөртөк ҡыҙыбыҙҙы ла гел эшкә йәлеп итергә тырыштыҡ. Өйрәтеүебеҙ бушҡа булманы. Сәфинә ҡыҙым – таянысым, сер һандығым. Килендәрем дә уңған, ипле, ҡайтһалар, донъям таҙарып, нурланып ҡала. Аллаһы Тәғәләнең фатихаһы менән иҫән, иманлы, тәүфиҡлы, бәхетле генә булһындар – көн дә доғаламын, – тип йылмая оло йөрәкле әсә.
Әйткәндәй, Хәтифә инәй улы Зөлфәр менән бергә донъя көтә. Улар бөгөн дә эре, ыуаҡ мал аҫырайҙар, ҡош-ҡорт көтәләр. Улар йәшәгән йорт ауылдың бер йәме, ҡото булып, әллә ҡайҙан балҡып күренеп тора.
-Яҙмышыма көн дә рәхмәт уҡыйым. Иманлы, доғалы иткән ата-әсәйемә, 63 йыл иңде-иңгә терәп матур донъя көткән тормош иптәшемә, ҡыҙғанысҡа күрә, бөгөнгө көндә мәрхүм, аҡыллы балаларыма һәм ошо бөгөнгө торошома шөкөр ҡылам. Ил-йорттоң тынысланғанын теләп кенә ултырам, – тине һүҙ аҙағында 84 йәше менән барған Хәтифә Шәкир ҡыҙы.

Гөлфиә ХӘСӘНОВА.

Автор:
Читайте нас: