Оло быуын
8 Март 2024, 06:20

Ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы

Ҡырҙас мәҙәниәт йортонда Мәүҙиға Баймөхәмәтованың 70 йәшлек юбилейына арналған «Ҡатын-ҡыҙ — ул илаһи зат, ҡатын-ҡыҙ — ул мөғжизә» тип исемләнгән сара уҙҙы.

Унда райондан килгән ҡунаҡтар, ижадташ дуҫтары, туғандары, балалары, коллегалары, уҡыусылары, ауылдаштары ҡатнашты. Һәр береһе Мәүҙиға Нәби ҡыҙы менән бергә эшләгән дәүерен иҫкә төшөрөп, уның талапсан уҡытыусы, талантлы шағирә, үҙе лә тиктормаҫ, башҡаларға ла тынғы бирмәҫ әүҙем ойоштороусы булыуын телгә алдылар.
Район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев оҙайлы намыҫлы хеҙмәте, актив йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн һәм юбилейы айҡанлы Мәүҙиға Нәби ҡыҙына район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы. Райондың ветерандар хәрәкәте эшендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн иһә ветерандар советы рәйесе А. Ғ. Төлкөбаев Почет гра-мотаһы менән бүләкләне. Ҡырҙас ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Р. Р. Ғәйзуллин да ауыл мәнфәғәтендә оҙаҡ йыл-дар фиҙаҡәр хеҙмәте һәм урында үткә- релгән йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн юбилярға грамота тапшырҙы.
Рәсми ҡотлауҙар бының менән генә тамамланманы: абруйлы ауылдашыбыҙға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Ф. Хәбировтан  ҡотлау телеграммаһы килде. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Г. Ғ. Ҡолһарина башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы исеменән бүләк ебәрҙе.
Районы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Э. А. Ҡунафина йәмәғәт ойошмаһының маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләне.
Хөрмәтле ветеран уҡытыусыбыҙ тураһында «Мәктәп уҡытыусылары менән данлы» исемле тикшеренеү эшен әҙерләп былтыр Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниә-те предметы буйынса республика олимпиадаһы призеры булған 11-се класс уҡыусыһы Динис Минһажев про-ект эшен ошо сарала ла һөй-ләне һәм Мәүҙиға Баймөхәмәтованың премияһына лайыҡ булды.
Мәктәп коллективы йыр ме-нән тәбрикләне, «Аҡйондоҙ» бейеү ансамбле сығыш яһаны, Дәүләт Ҡади-ров ҡурайҙа уйнаны, йырланы. Карина Сафиуллинаның дәртле бейеүенән һуң Мәүҙиға апай үҙе лә төшөп сәхнәне дер һелкетеп бейеп алды. Йыр ансамбленә ҡушылып йырланы.
Мәүҙиға Нәби ҡыҙы 1954 йылдың 23 февралендә Амангилде ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Мәктәп йылдарында уҡ район гәзитендә мәҡә-ләләре баҫыла, 4-се класта уҡығанда тәүге шиғырын яҙа. 8-се класты тамам-лағас, Сибай педагогия училищеһына юллана. Бәхетенә, төркөм етәксеһе булып БДУ-ны яңы ғына тамамлаған Гөлфиә Юнысова-Иҙелбае-ва эшкә килә. Иптәше Мирас Иҙелбаев ме-нән берлектә ойош-торған әҙәби түңә- рәктә Мәүҙиға Рәхмәтова иң әү-ҙем яҙышҡан ағ-заларҙың бере- һе була. Ошо йылдарҙа «Ос-ҡон», «Баш-ҡортостан пио- неры», «Ле-нинсы» гәзит-тәрендә шиғыр- ҙары донъя кү-рә. Бөйөк шағир Мостай Кәрим: «Ҡәләмең осло, ҡы-ҙым, яҙышыуыңды ташлама!» — тип фати-хаһын бирә.
Уҡыуын уңышлы тамам-лаған ҡыҙға артабан уҡырға БДУ-ға йүнәлтмә бирәләр, әммә ғаилә сәбәптәре арҡаһында, 1973 йылдың август айында Ҡырҙасҡа рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусы булып килә.
Директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре урынбаҫары, райондың рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе була. 33 йылдан ашыу уҡытҡандан һуң ауыл биләмәһе башлығы итеп һайлана. 2015 йылдан хаҡлы ялда, әммә әүҙем йәмәғәтсе әле лә сафта: биләмәнең ветерандар советы рәйесе вазифаһын башҡара. 7 саҡыры-лыш ауыл Советы депутаты була, 18 йыл Ҡырҙас ауыл ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын етәкләй. 2018 йылда Башҡортостандың халыҡ сәсәне исеме бирелә. 
Райондың И. Мырҙаҡаев исемендәге премияһы лауреаты, күп һанлы кон-курстар еңеүсеһе, «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалына эйә. Тормош иптәше Мәүлит Сәйфетдин улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр, һигеҙ ейән-ейәнсәрҙәре бар. Улдары Азамат Сибайҙа полиция подполковнигы. Руслан — алтын ҡуллы төҙөүсе. Ҡыҙҙары Венера — филология фәндәре кандидаты. Шиғри шәлкемдәре «Ҡайһы еләк тәмлерәк?» (2000), «Йәйғор» шиғри альманахында (2009, 2011), «Әбйәлил — ул беҙҙең һөйгән ил» (2012), «Биҙәктәр» (2014), «Иҙел башы — юл башы!» (2015, 2016) йыйынтыҡтарында донъя күрҙе.
Мәүҙиға Нәби ҡыҙы һоҡланғыс хеҙмәт дәүере үтте. Әле лә ул ижад менән шөғөлләнә, дин юлында. Ә дин юлындағы кеше көн дә Ҡөръән уҡый, белемен камиллаштыра.

Розалия БИЛАЛОВА, ауыл китапханасыһы. Ҡырҙас ауылы.

Читайте нас