Алтын туй — йылдар һынауына бирешмәгән оло мөхәббәттең сағылышы ул. Ярты быуат ғүмер бергә йәшәү өсөн кешеләргә күпме сабырлыҡ, түҙемлек, аҡыл, өмөт-ышаныс кәрәк. Пар һуҡмаҡтан алтын туйҙарына килеп еткән Клара менән Фирғәт Әҙелмырҙиндар, Рәйлә менән Рәүф Ирназаровтар Ташбулат ауылының матур ғүмер кисергән оло парҙары.
Клара Намаҙбай ҡыҙы Ташбулат урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Тормош иптәше Фирғәт Ғиниәт улы колхозда алдынғы шофер булды. Өс бала үҫтерҙеләр, ике ҡыҙҙары ла юғары белемле, улдары ғаиләһе менән ауылда төпләнде. Бар яҡтан да шәп Әҙелмырҙиндар бөгөн дә гөрләтеп донъя көтә: баҡса үҫтерәләр, ҡош-ҡорттары, мал-тыуарҙары ишле.
Рәйлә Шөғәйеп ҡыҙы математика һәм информатиканан уҡытты. Рәүф Ҡәйүм улы колхозда төҙөлөштә эшләне, Күсем руднигы мәктәбендә биологиянан уҡытты. Ирназаровтарҙың береһенән-береһе аҡыллы, сибәр өс ҡыҙы бар, барыһы ла уҡып юғары белем алдылар, тормошҡа сыҡтылар. Бәләкәйҙәре Гүзәлиә фән кандидаты.
Уртансы ҡыҙҙары Нәйлә әлеге ваҡытта тормош иптәше менән контракт буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ирназаровтар шәп баҡса тоталар, виноград, абрикостары мул уңыш бирә.
Хөрмәтле ветерандарыбыҙ икеһе лә ғүмер буйы бер урында — Ташбулат мәктәбендә уҡытып хаҡлы ялға сыҡты. Стаждары 40 йылға яҡын. Уҡыусыларының, ата-әсәләрҙең, ауыл халҡының ихтирамына лайыҡлы кешеләр. Тынғыһыҙ уҡытыусы эше менән ғаилә йөгөн дә берҙәй тарттылар.
Юбиляр ғаиләләр үрнәк булырҙай балалар үҫтерҙеләр. Бөгөн парлы ғүмерҙәренең мул емештәрен татып, балалар уратыуында, ейәндәр һөйөп бәхетле ҡартлыҡ кисерәләр.
Киләсәк тормоштары ла иҫәнлектә, тиңлектә, шатлыҡтарҙан, аяҙ көндәрҙән генә торһон юбиляр парҙарыбыҙҙың. Бер-берегеҙгә булған йылы хистәрегеҙ олоғайған көндәрегеҙҙә лә юғалмаһын, иңде-иңгә ҡуйып, ярты быуат татыу ғүмер кисергән кеүек артабан да пар ҡанаттарығыҙ ҡайырылмаһын, балалар изгелеген күреп оҙаҡ йылдар ғүмер кисерһәгеҙ ине.
Миңзәлә АБДУЛЛИНА.
Ташбулат ауылы.