Тәғзимә апай 1941 йылдың 8 мартында Байым ауылында донъяға килә. Колхоздың кәзәләрен тәрбиәләгән әсәһе Сәлимә Низаметдин ҡыҙы менән бәләкәйҙән бергә эшкә йөрөүен хәтерләй ул.
— Өйҙә ҡалдырыр кеше булмағанғалыр инде, иҫ белгәндән алып һәр саҡ әсәйем үҙе менән йөрөттө: үҙенә иптәш тә, аҙмы-күпме малды ҡыуалашып йөрөргә ярҙамсы ла булғанмындыр инде, — ти ул бала сағының хәтирәләр йомғағын һүтеп. — Һигеҙ йәшем тулыуға Байым мәктәбенең беренсе класына уҡырға барҙым.
Алтынсы класты тамамлағандан һуң, артабан уҡыу мөмкинлеге булмай. Тәғзимә ауылдағы һарыҡ фермаһына эшкә бара: һарыҡтарҙы тәрбиәләү, бәрәсләтеү, үрсемдең именлеген тәьмин итеү бурыстары йөкмәтелә уға. Төп эше араһында башҡалар менән бер рәттән колхозға мал аҙығы әҙерләүгә лә йөрөй.
— Быға тиклем каникул ваҡыттарында колхозға бесән йыйыуҙа ярҙамлаша инек. Эшләй башлағас, бер төркөм ҡыҙҙарҙы бесән сабырға өйрәттеләр. Мал аҙығы әҙерләү барған ҡыҙыу мәлдә эшебеҙҙе иртә менән бөтәбеҙ ҙә, салғыларыбыҙҙы алып, күмәкләшеп бесәнгә йөрөр инек, — тип дауам итә ул.
18 йәшендә яҙмышын Хәмитулла Сафиулла улы менән бәйләп, Мораҡай ауылына килен булып төшә Тәғзимә апай. Эшкә тилбер ҡатын бер ваҡытта ла буш ултырмай. Йәй колхозға ярҙамға сыға: бесән әҙерләүҙә йөрөй, һарыҡ ҡырҡа, ә ҡыш көндәре урман хужалығының заказы буйынса һепертке бәйләй, тубырсыҡ йыя, яҙ-көҙ ағас ултыртыуҙа ҡатнаша. Унан һуң урындағы фермала һыйыр һауа, санпропускникта вахтер, фуражир, ашнаҡсы булып эшләй. Т. Ғ. Мөхәмәтйәрова хеҙмәт ветераны исемен лайыҡлы йөрөтә. 34 йыл хеҙмәт стажына эйә Тәғзимә Ғимал ҡыҙының тырыш хеҙмәте «Социалистик ярыш ударнигы» билдәһе, төрлө кимәлдәге маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнгән.
58 йыл бергә татыу ғүмер кисергән ирле-ҡатынлы Мөхәмәтйәровтар дүрт балаға ғүмер биреп, уларҙы оло тормош юлына оҙаталар. Ҡыҙҙары Әлфирә менән Зәмирә тыуған ауылдарында төплән-гәндәр. Ҡаҫмаҡты станцияһында начальник булып эшләгән Әлфирә Хәмитулла ҡыҙының 40 йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте бик күп наградалар менән билдәләнгән. Зәмирә Хәмитулла ҡыҙы ауылдың ветерандар ойошмаһын, ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй. Ғәйшәләре Магнитогорск ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Улдары Азат Байым ветеринар участкаһын етәкләй.
Әйткәндәй, Тәғзимә Ғимал ҡыҙы Мораҡайҙа ғына түгел, яҡын-тирә ауылдарҙа ла оҫта буҙа ҡойоусы булараҡ дан алған.
— Элек-электән төрлө сараларға буҙа ҡойоп, тәмле икмәген бешереп ебәрә торғайны. Бөгөн дә күпереп торған буҙаһы менән балаларын, күрше-күләнен һыйлауҙан тыш, урамдан үтеп барған ауылдаштарын да саҡырып индереп, эсерә ул, — тиҙәр уның хаҡында мораҡайҙар. — Уҙған йәй ауылға зәңгәр яғыулыҡ килеп, өйөнә газ үткәргән Тәғзимә апай бөгөн дә икмәкте мейестә бешереп алыуҙы хуп күрә.
Тәғзимә апай яратҡан әсәй, хәстәрлекле өләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөнөп йәшәй. Уның ҡартлығы бәхетле, нурлы йөҙөндә бәхет сатҡыһы балҡый. Шулай булмай ни! Ошондай олпат йәшкә етеп, аң-зиһене теүәл, үҙе донъя көтә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул донъя хәлдәре менән ҡыҙыҡһына, гәзит-журналдар уҡый.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.