Марат Илһамов 1934 йылдың 8 апрелендә донъяға ауаз һала. Унынсы булып тыуған улығыҙ, күренекле ғалим булып китәсәк, тип әйтһәләр, әсәһе Фатима ла һәм ауыл мәктәбендә уҡытыусылыҡ иткән атаһы Әҡсән Илһамов та ысынға алмаҫ ине. Әсә һәр саҡ кинйәкәүен:
«Әлли-бәлли итер ул,
Үҫеп буйға етер ул,
Өфөләргә етер ул,
Уҡып белем алыр ул,
Ғалим булып китер ул», — тип һамаҡлап һикертер булған.
Фатима өләсәй иҫән сағында ошо йырҙы һамаҡлап: «Бына хәҙер улым ғалим булып та китте», — тип ҡуйғайны.
Ғаиләләге шау-шыулы, дәртле, дарманлы армия менән әсәй кеше — Фатима Илһамова етәкселек итә. «Көслө, ихтыярлы, талапсан кеше ине: ҡуша ла, эшләтә лә белә торғайны», — тигән хәтирәләре иҫтә ҡалған ағай-апайҙарҙың.
Ғаиләлә иң өлкәне, Ишҡол мәктә-бендә директор һәм математика уҡытыусыһы булып эшләгән Шакир Әҡсән улы ата-әсәһенә, туғандарына матди ярҙам итә. Өйҙә ҡалған Әсғәт, Мәсғүт, Мәҡсүт, Мәхмүт ағалары артынан ҡалмай эйәреп йөрөгән Марат ҡай саҡ ҡапыл өйгә йүгереп ҡайтып китер булған. Ағайҙары иһә: «Марат әсәйҙе һағынды», — тип йылмайып оҙатып ҡалыр булғандар. Әсәһенең наҙлы ҡуйынында бер аҙ иркәләнеп алғандан һуң, ул тағы ла ағайҙары артынан йүгергән.
Әҡсән Илһамовтың ул-ҡыҙҙары бөтәһе лә ата-әсә өлгөһөндә уңған, татыу ғаилә ҡоралар, хәстәрлекле атай-әсәй, яратҡан олатай-өләсәй булып ғүмер кисерәләр. Барыһы ла төрлө өлкәлә уңышлы эшләп хаҡлы ялға сығалар. Әсғәт тимерсе, аҙаҡ әҙерләүсе була, Мәсғүт бухгалтер һөнәрен үҙ итә, Мәҡсүт Магнитогорск металлургия комбинатында 33 йыл мартен цехында эшләй, почетлы металлург исеменә лайыҡ. Танылған балта оҫтаһы Мәхмүт, ул ваҡытта районда гөрләп торған «Сельхозхимия» предприятиеһы эшселәренә ведомство йорттары төҙөй, «Сельхозтехника»ла оператор ҙа була. Ҡыҙҙары Кәримә Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл ауылында, Зәйтүнә Хәлил урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға сығалар.
Ауылда ете класты тамамлағандан һуң, Марат Темәс педучилищеһына уҡырға инә. Әммә юғары белемгә эйә булыу теләге уны Асҡар урта мәктәбенә алып килә, бында уҡыуҙың тәүге көнөнән үҙен тырыш, белемле уҡыусы итеп күрһәтә. Математика уҡытыусыһы Әҙип Усман улы Нияҙғолов Марат Илһамовтың тригонометрик мәсьәләләр-ҙе сисеүҙең яңы ысулын табыуы тураһында ғорурлыҡ менән иғлан итеүен бөгөн дә күптәр хәтерләй. Асҡар мәктәбе данын да күтәреп, тәүге асышын ошонда яһай буласаҡ ғалим. Үҫмер артабан Мәскәүҙә белем алыу хыялы менән яна. Тик... атаһының юлға биргән аҡсаһы поезда Өфөгә тиклем барып етеүгә генә етә.
Шулай итеп, 1952 йылдың йәйге бер көнөндә уны Өфө ҡалаһы ҡаршылай. Мараттың киләсәген осраҡлылыҡ билдәләй. Юғары уҡыу йорттарына юлды һораша-һораша бара торғас, иң тәүҙә авиация институтына барып етә. Шулай итеп, буласаҡ академик ошо уҡыу йортоноң математика факультетына уңышлы имтихан тота. Сөнки Илһамовтар ғаиләһендә был фәнде ихтирам итәләр. Өлкән ағаһы Шакир шәп математик булыуы менән оло ихтирам яулаған уҡытыусы. Мәктәптә теүәл фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятыусы ла үҙенең ағаһы Шакир Әҡсән улы була.
Бына инде ҡәҙимге студент тормошо башлана: лекциялар, семинарҙар, китапханалар, математика серҙәренә төшөнөү шатлығы, асыштар егетте дәртләндерә. Ул саҡта әле техник фәндәр кандидаттары Кенәз Ғәлимханов һәм Рифат Мәхмүтов студенттарҙы фәнни эш менән шөғөлләнергә йәлеп итә. Марат Әҡсән улы К. Ғәлимханов етәкселегендә тәүге эшен: «Спираль пружиналар иҫәбен» студенттарҙың фәнни конференцияһында яҡлай. Тиҙҙән тырыш студентты факультеттың комсомол ойошмаһы секретаре итеп һайлайҙар, ул заманда был бик яуаплы һәм хөрмәткә лайыҡ вазифа була. Яҡшы уҡыуы, уңыштары өсөн Сталин стипендияһына лайыҡ була.
Институт дипломы менән бергә Илһамов Ҡазан ҡалаһына аспирантураға саҡырыу ҙа ала. Ләкин Маратҡа Ҡазандан алда Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан ябыҡ предприятиеларҙың береһендә конструктор бюроһында бер аҙ эшләргә тура килә. Бер үк ваҡытта авиация институтының киске бүлегендә уҡытып та йөрөй.
1959 йылдан М. Ә. Илһамов Ҡазанда СССР Фәндәр Академияһында эш башлай. Марат Әҡсән улына СССР Фәндәр Академияһы академигы С. П. Королев үҙе юғары баһалаған данлыҡлы ғалим-механик, профессор Хәмит Мофаззал улы Мөштәри фән үрҙәрен яуларға ярҙам итә. Кандидатлыҡ диссертацияһын ваҡытынан алда яҡлауға өлгәшә. Перспективалы ғалим булараҡ, уны СССР Фәндәр Академияһы Ҡазан филиалының физика-техник институтында эшләргә ҡалдыралар. Шунда уҡ үҙаллы эшләй башлай, бер төркөм тикшеренеүселәрҙе туплай, лаборатория аса. 30 йәшендә «Колебания упругих оболочек, содержащих жидкость и газ» (1969), «Сатистические задачи гидроупругости» (1994) тигән ғилми китаптар яҙа. 1977 йылда В. А. Иванов һәм Б. Б. Гулин менән берлектә яҙылған «Прочность, упругость и динамика оболочек с упругим дополнителем», «Расчет оболочек с упругим заполнителем» (1987) китаптары донъя күрә. Китаптарҙы асыу менән әллә ниндәй беҙ аңламаған һандар донъяһы, формулалар, формулалар... Һуңғараҡ 2001 йылда үҙенең тәүге эштәренең етәксеһе һәм дуҫы тураһында «Профессор Х. М. Муштари» исемле китабы сыға. Китапта күренекле ғалимдың тышлыҡтар теорияһы (теория оболочек) өлкәһендәге тормош юлы һәм ғилми эшмәкәрлеге тасуирлана. 36 йәшендә докторлыҡ диссертацияһы яҡлай (1970). Һуңыраҡ «Перемещение деформируемого эллипсоида в маловязкой жидкости» (2003), «Физика и химия кавитации» (2003), «Портреты современников» (2009), «Резонанс» (2012, 2021) исемле китаптары донъя күрә һәм башҡа һанап та, баһалап та бөтмәҫлек эштәр яҙылған.
Ҡазанда Марат Әҡсән улы үҙенең буласаҡ тормош иптәшен осрата. Ҡазан университетының механика-математика факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, Физика-техник институтында, һуңынан Ҡазан инженер-төҙөлөш институтының теоретик механика кафедраһында эшләгән Людмила Кузнецова менән ғаилә ҡора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларын бергәләп аяҡҡа баҫтырырға яҙмай уларға, Людмилаһын ауыр сир донъянан иртә алып китә.
Бар булмышы менән эшкә сумған Илһамов һуңға тиклем лабораторияла эшләй. Ҡайтыуына улдары уны көтөп ала алмай, йоҡлап киткән саҡтар ҙа була.
Билдәле композитор, яҡташыбыҙ Рөстәм Яхин менән танышыу Марат Әҡсән улының артабанғы яҙмышын билдәләй. Бер кис Яхиндар «Шүрәле» балетын ҡарарға саҡыралар. Театрҙа Яхиндар һәм Марат ағай менән ярыш актриса Айһылыу Камалетдинова тура килә. Танышып китәләр һәм күп тә үтмәй ғаилә ҡоралар. Шулай итеп, бергәләп Йәнбулат менән Ғәҙелде буй еткерәләр.
20 йыл бергә ғүмер кисергәндән һуң, Айһылыу Фәүзи ҡыҙы ҡаты сирҙән баҡыйлыҡҡа күсте. Яҡты, матур йөҙө, мәрхәмәтле ҡараштары, моңло тауышы, яғымлы һүҙҙәре менән күңелебеҙ түрендә яҡты эҙ ҡалдырып китте Айһылыу еңгәйебеҙ.
Уҡыусының: «Академик Марат Әҡсән улы Илһамов фәндең ҡайһы өлкәһендә эшләй һуң, шулай ҙа?» — тип сабырһыҙланыуы ихтимал. Ғалимдың эшмәкәрлеген һанап сығыу өсөн дә байтаҡ ваҡыт кәрәк. Ябайлаштырып ҡына әйткәндә, Илһамовҡа самолет, ракета двигателдәре лә, атом реакторы ла, торба үткәргестәр ҙә, парашют системалары ла ят даирә түгел. Әле лә уның вазифа-бурыстарына илебеҙ сәнәғәтен, оборона ҡеүәтен көсәйтеүгә йүнәлтелгән мәсьәләләр инә. Ғәҙеллек, эшкә яуаплы ҡараш, иғтибарлыҡ, баҫалҡылыҡ, кешелеклелек, һәм кеселеклелек уның иң саф сифаттары. Маҡтау, юғары исемдәр, бүләктәр ағайыбыҙға һис тә йоғонто яһамай.
1996 йылда Башҡортостан Республикаһы етәкселеге саҡырыуы буйынса, Марат Әҡсән улы Өфөгә ҡайта. Башҡортостан Фәндәр академияһының беренсе вице-президенты итеп тәғәйенләнә, 2004 йылдан президент вазифаһын башҡара. Ул Рәсәй Фәндәр академияһының Башҡортостан Фәндәр академияһына нигеҙ һалыуҙа һәм үҫтереүҙә әүҙем ҡатнаша.
Профессор Илһамов — яҡшы лектор һәм уҡытыусы. Уның лекциялары ҡыҙыҡлы һәм тыңлаусыларҙың хәтерендә оҙаҡ иҫтә ҡалырлыҡ. Ул 15 фән докторы һәм 45 фән кандидаты әҙерләгән.
Марат Әҡсән улы көслө уҡытыусылар династияһынан. Олатаһы Илһам, Ҡөръәнде яттан белгән ҡарый, мәсеттә халыҡҡа аң-белем таратҡан, атаһы Әҡсән Троицк ҡалаһында Рәсүлиә мәҙрәсәһен бөткән беренсе уҡытыусыларҙың береһе. 1917 йылда яңы методика менән белем бирә башлай. Марат Әҡсән улының да хеҙмәт юлы студенттарға белем биреү менән әлегә тиклем бәйле. Илһамовтарҙың ҙур ғаиләһе туғанлыҡ ептәренә бала саҡтан оло йәшкә тиклем һаҡсыл, йылы мөнәсәбәттә ҡала. Марат ағай отпускаһын йыл да Ярлыҡапта үткәрергә ярата. Иртә менән ул йәйәүләп 3-5 км арала ятҡан тауҙарға артыла, болондарҙы ҡыҙҙыра, Ҡыҙыл буйына сыға. Оло йәшенә ҡарамаҫтан, тура һынлы ыҡсым кәүҙәле, етеҙ аҙымлы йәйәүлене ауылдаштары танып, сәләмләп ҡала. Ял ваҡыттарында Марат, ҡусты булараҡ, ағайҙарына мауыҡтырғыс сәйәхәттәр ойоштора. Уларҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй торғайны, шундай йылылыҡ, шаянлыҡ, оло йәштә булһалар ҙа малайҙарса шуҡлыҡ та, дәрт тә һаҡланған ине Илһамовтарҙа. Темәс педагогия училищеһына, Ҡыҙыл буйына, Абҙаҡ, Яҡтыгүл саңғы үҙәктәренә сәйәхәттәрҙән һуң, Марат ағаларына: «Поведениеғыҙ һәйбәт булһа, киләһе йыл тағы ла походҡа алып сығырмын», — тип мәрәкәләй, ағайҙарының дәртле көлөүе аҫтында.
Ярлыҡапта «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында академик Илһамов үҙенең телмәрендә ошо һүҙҙәрҙе әйткәйне: «Кешегә нисә генә йәш булмаһын, һәр кем тормоштоң сығанаҡтарына әйләнеп ҡайта, йылдар үтә килә мин быны йышыраҡ кисерәм. Ғүмерҙең төрлө мәлдәрендә әсәйең, атайың иҫкә төшә, теге йәки был осраҡтарҙа улар ни эшләр ине икән, тип уйлайһың...
...Төрлө ваҡыттарҙа миңә мәғрүр Кавказ, Тянь-Шань, Һиндостандағы Гималайҙарҙы ла, Америкалағы Аппалач һәм Ҡаялы тауҙарҙы ла күрергә насип булды. Әммә улар минең тауҙарым түгел ине. Рәсәйҙең барлыҡ ҙур йылғаларын да йөҙөп үттем, Темза, Ганг, Миссисипи, Янцзы тулҡындарында ла тирбәлдем. Уларҙың һәр береһенең үҙ матурлығы, ләкин иҫ белгәндән алып һыу ингән, балыҡ ҡармаҡлаған, ҡыштарын тимераяҡта шыуған Ҡыҙылыбыҙ — минең өсөн иң гүзәле». Фәндең теүәл йүнәлешендә эшләүсе ғалим хистәренең тәрәнлеге, тыуған төйәккә һөйөүе, тоғролоғо асыла был һүҙҙәрҙә.
Фән юлдары Илһамовты көнбайышта ла, көнсығышта ла, көньяҡта ла, төньяҡта ла йөрөттө. Һәр сәфәрҙән, һәр бер осрашыуҙан күңел дәфтәренә сәхифәләр өҫтәлә барһа ла, фәнни яҡтан да, рухи йәһәттән дә Бөйөк Британияла һәм Америка Ҡушма Штаттарында оҙайлы командировкалар айырыуса уңышлы булғандыр. Англияла — Ливерпуль, Эдинбург, Лондон, Кембридж, Оксфорд, Америкала Принстон, Нью-Йорк, Бостон, Массачусетс, Яңы Орлеан, Сан-Франциско һәм башҡа ҡалалар, университеттар, ғилми үҙәктәр. Конференциялар, семинарҙар, лекциялар. Мәғлүмдер, Кембриджда, мәҫәлән, бөйөк ғалимдар Ньютон, Дарвин, Резерфордтар ижад иткән.
Ғөмүмән, Кембридж — механиканың мәккәһе бит инде. Ошо университеттың Кавендиш лабораторияһында мәшһүр совет физигы академик Петр Леонидович Капица эшләгән. Американан йөрөп ҡайтып, бер нисә йыл үтеүгә, профессор Илһамов менән Принстон университеты профессоры Эрл Дауэлл «Исследования по нелинейной аэроупругости» тигән монография яҙған. Фәнни хеҙмәте Нью-Йоркта, Лондонда, Парижда, Берлинда, Токиола, Гейдельбергта нәшер ителгән. Әйткәндәй, океан аръяғында йөрөгәндә Марат Әҡсән улы Илһамов Америка аэрокосмик йәмғиәтенең сит ил ағзалығына ҡабул ителгән һәм эшкә ҡалырға саҡырыу алған. Ләкин Илһамов был тәҡдимдән баш тарта, ул бит тыуған еренең патриоты.
Ябай, ярҙамсыл ауыл малайы, тыныс аралашып, һөйләшеп, йырҙар тыңлап ултырырға ярата. Тыуған яғына ҡайтҡан ваҡыттарҙа туғандарын йыйып, ҡунаҡ итеп тә ала.
Район мәғариф системаһының үҫеше менән гел ҡыҙыҡһына, эштәрен баһаларға тырыша, белемгә ынтылыусыларға ышаныс көсө бирә. Ваҡытында районда оҙаҡ йылдар «Эрудит» йәйге лагеры Илһамовтан ныҡлы яҡлау тапҡан. Талантлы балаларға данлыҡлы ғалимдар, ҙур фән белгестәренән дәрестәр алыу мөмкинселеге булдырылғайны.
2015 йылдан башлап райондың алдынғы физика-математика уҡытыусылары өсөн үҙенең премияһын булдырҙы Марат ағай. Илһамов премияһын алыу уҡытыусылар өсөн оло мәртәбә, уның премияһына лайыҡ булыусылар араһында күренекле уҡытыусылар: Н. З. Әхтәмова (Асҡар урта мәктәбе), Ф. Р. Ямалова (Кусим руднигы), З. А. Билалова (Ҡаҙмаш), И. И. Ҡотлоғәлләмова (Салауат), Э. Х. Мортазина (гимназия) һәм башҡалар бар. Үткән йылдан ғалим үҙенең премияһын уҡыу һәм тәрбиә биреү өлкәһендә оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгән етәкселәргә тәғәйенләне, премияға Әбделмәмбәт урта мәктәбенең тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Г. Х. Моратшина, оҙаҡ йылдар Асҡар урта мәктәбен етәкләгән М. Й. Ямалова лайыҡ булдылар.
«Һәр бер физик — лирик» тигән шаяртыу ҡатыш ысынбарлыҡ Марат ағайға ла ҡағыла. Бына яңы ғына 70 йыллыҡ дуҫлыҡҡа бағышлап, тыуған көнө айҡанлы академик Р. Ф. Ғәниевҡа арнап шиғыр ҙа яҙып ҡуйҙы. Шиғырҙа уларҙың йәшлек саҡтары, ауырлыҡтар осрауы, уңышһыҙлыҡтары, һуңынан еңеүҙәре сағыла. «Башлап яҙыусы шағир мин», — тип шаярта ул үҙе.
Абруйлы атай, ейәне Артемға, ейәнсәрҙәре Кристина һәм Динәгә ихтирамлы олатай Марат Илһамовҡа 90 йәш. Ул әле лә дәртле һәм дарманлы, эшен һаман да дауам итә. Сит илдәрҙән фәнни конференцияларға саҡырыу ала һәм сығыштар яһай. Билдәле ғалим Башҡортостандың һәм Татарстандың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премиялары лауреаты. Почёт Билдәһе, Дуҫлыҡ, Салауат Юлаев ордендары кавалеры, инженер-механик. Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡор-тостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, физика-математика фәндәре докторы, профессор Марат Әҡсән улына олпат юбилейы уңайынан ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, маҡсаттарға өлгәшеү дәрте һәм дарманы теләйбеҙ.
Гөлнара ШАКИРОВА.