Халыҡ әйтмешләй, ғаилә ҡороуы ауыр түгел, уны һаҡлауы ауыр. Бер-береһен ишеткән, ихтирам иткән, береһенең кәңәшенә икенсеһе ҡолаҡ һалған, сабыр булғандар ғына ғаилә бәхете кисерә.
Сәбилә Сабирйән ҡыҙы Баймаҡ районы Өмөтбай ауылында тыуып үҫкән. Һигеҙенсе класты тамамлағандан һуң урындағы фермаға һауынсы булып бара. Бөтә эш ҡул көсө менән башҡарылһа ла, һынатмай, тырышып эшләп китә. Тик эш башлауына биш йыл тигәндә, фермала бруцеллез ауырыуы сығып, һыйырҙарҙы бөтөрәләр. Эш эҙләп, 1972 йылда “Йәнгел” совхозының икенсе бүлексәһенә килә. Тәжрибәле ҡыҙҙы ҡушҡуллап фермаға эшкә алалар, бында ла һыйыр һауа ул.
Зифа буйлы, сибәр ҡыҙға күптәрҙең күҙе төшә. Әммә сибәркәйҙең күңелен әрме хеҙмәтен бөтөп ҡайтҡан Сәғәҙей яулай. Магнитогорск ҡалаһында иретеп йәбештереүсе һөнәрен алһа ла, ауылда эшкә ҡалған була ул.
Йәштәр бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, гөрләтеп туй яһайҙар. Хужалыҡ етәкселеге йәш ғаиләгә фатир бирә, бөгөн булһа ошонда ғүмер кисерә Шакировтар. Бер-бер артлы дүрт улдары донъяға килә, тик иң бәләкәстәре бер йәш тигәндә ауырып үлеп ҡала.
Балалары бөгөн һәр ҡайһыһы эйәле-башлы, олатай менән өләсәйгә өс ейән һәм ике ейәнсәр бүләк иткәндәр. Азамат менән Илшат үҙ ғаиләләре менән Магнитогорск ҡалаһында төпләнгән, икәүһе лә металлургия комбинатында иретеп-йәбештереүсе булып эшләйҙәр. Ансар Гусевта ҙур иркен йорт һалған, ул күрше ҡала ойошмаларының береһендә водитель булып хеҙмәт юлын үтә. Ял, байрам көндәрендә Шакировтарҙың йорто ейән-ейәнсәрҙәрҙең шат тауышына күмелә, күп көс талап иткән эштәрҙә һәр саҡ улдары ғаиләләре менән ярҙамлаша.
Сәбилә Сабирйән ҡыҙының малсылыҡтағы хеҙмәт стажы – 35 йыл. Сәғәҙей Мәһәҙей улы иһә 40 йылдан ашыу тракторҙа тыуған хужалығының баҫыу-ҡырҙарын иңләгән. Ирле-ҡатынлы Шакировтарҙың фиҙакәр хеҙмәттәре төрлө кимәлдәге Маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнгән.
Инде хаҡлы ялда булған Шакировтарҙың бер ваҡытта ла эшһеҙ ултырғанын күрмәҫһең. Йәй көндәре баҡса эштәре менән мәшғүлдәр: күпләп емеш-еләк, йәшелсә үҫтереп, мул уңыш алалар, уларҙан төрлө ҡайнатма-салаттар әҙерләйҙәр.
Һыйыр малын да ишле тоталар, һарыҡтары ла күп кенә. Яҙ етеү менән ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ себештәре алып үҫтерәләр. Уларҙың йорттарының ишеге һәр кем өсөн асыҡ.
Сәбилә Сабирйән ҡыҙы менән Сәғәҙей Мәһәҙей улы ғаилә ҡороуҙарының 50 йыллығын бергәләп ҡаршы алыуҙарына сикһеҙ шат, сөнки бер мәлдә өйләнешкән күршеләренең ҡайһы берҙәренә яҡты донъянан иртә китеү сәбәпле, алтын туйҙарын билдәләргә яҙманы.
Шакировтар ауырлыҡтарҙы бергә күтәреп, шатлыҡ-һөйөнөстәрҙе уртаҡлашып илле йыл бергә ғүмер юлынан баралар. Алтын пар билдәләүенсә, уларҙың ғаилә бәхетенең сере ябай – бер-береңде ихтирам итеүҙә һәм яратыуҙа.
“Ғаилә тормошо – хеҙмәт”, тиҙәр. Шакировтарҙың был тәңгәлдәге хеҙмәте “биш“ билдәһенә торошло. Уларға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, балалар ҡыуанысы теләйем. Үҙ яртыһы менән оҙаҡ һәм бәхетле ғүмер кисерер өсөн йәштәргә өлкәндәрҙең аҡыллы кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға кәрәк.
Рәзилә СӘЙФУЛЛИНА.
Әүнәш ауылы.