+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
14 Апрель , 10:25

Тормош матурлығы татыулыҡта һәм һөйөүҙә

45 йыл яҙмыш елдәренә бирешмәй, ҡулға-ҡул тотоношоп, оло тормош юлын үтеү-үҙе бер батырлыҡ. Бәхетле ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, шул уҡ ваҡытта намыҫлы хеҙмәт итеп, сапфир туйға етеү өсөн күпме түҙемлек, мөхәббәт һәм йылылыҡ кәрәк. Туйыш ауылында ғүмер итеүсе дан ғаиләләрҙең береһе — Сулпан һәм Камил Заһретдиновтар хаҡында һүҙем.

Тормош матурлығы татыулыҡта һәм һөйөүҙә
Тормош матурлығы татыулыҡта һәм һөйөүҙә

Туйыш ауылының бер урамында бәләкәйҙән бергә уйнап үҫеп, ғүмер буйы күрше булып, барлыҡ йомоштарҙы бергә үтәп, баҡса аша бер-береһен күҙләгән егет менән ҡыҙҙың ир менән ҡатын булып, өйләнешеп, матур донъя көтөп китеүҙәре ауылдаштары өсөн көтөлмәгән хәл була. Инде сәстәренә сал ҡунған, һис тә йәш саҡтағы һылыулыҡтарын ташламайынса матур ғына ҡартайып барған ирле-ҡатынлы Заһретдиновтарҙы бер аҙға ғына булһа ла үткән ғүмерҙәренә байҡау яһатып, хәтер йомғаҡтарын һүттерҙем.
— Малиә һәм Хәҙис Ғәлиндарҙың ғаиләһендә дүртенсе бала булып тыуғанмын. Унынсыны тамамлағас та Шайморатов исемендәге колхозда эш башланым, сөнки ҡара эште яраттым. Колхоз-совхоздар гөрләгән заман булғас, улар тарҡалып, эшһеҙ ҡалырмын тигән уй һис тә булманы. Ғүмер буйы шул заманда йәшәр кеүек инем, шуға ла һөнәр үҙләштереү хаҡында уйламағанмын, күрәһең, — тип үҙе тураһында бәйән итте С. Заһретдинова.
Яҙмыш Сулпан Хәҙис ҡыҙын алыҫҡа ташламай. Күрше егете Камил менән таныштыра ла, ҡауыштыра ла. Тәүге мөхәббәт көслө була, ул һөйгәнен әрмегә оҙатып көтөп ала.
Алдынғы колхозсылар ғаиләһендә тәрбиәләнгән Камил Заһретдинов Туйышта 8-се класты тамамлағандан һуң, механизатор һөнәрен үҙләш-терә. Шулай уҡ тыуған колхозына хеҙмәт итә. Механизатор ҙа, ферма мөдире лә булып эшләй. Колхоз тарҡалғас, тирмәнсе булып эшләп хаҡлы ялға сыға.
Өйләнешкәндән һуң, Заһретдиновтар Туйыш ауылында күркәм йорт һалып сыға. Йәш ғаиләлә бер-бер артлы ике малай һәм бер ҡыҙ тыуа.
Ир кеше ир урынында, ҡатын кеше ҡатын урынында була белгәс, донъялары ла алға тәгәрәй уларҙың. Һәр кем үҙенең яратҡан шөғөлө менән мауыға. Ғаилә башлығы һунарға, балыҡҡа йөрөүҙе үҙ итһә, Сулпан апай бешеренергә, тегенергә ярата. Тәбиғәттән бирелгән һәләттәре уны ғүмер буйына оҙата бара. Ашнаҡсы-кондитер булараҡ төрлө ойошмаларҙа эшләй, колхозда икмәк бешерә.
— Иҫ белгәнемдән алып ҡулымда еп һәм энә булды, ҡурсаҡтарыма төрлө күлдәктәр тегеп кейҙерә инем. Йылдар үтә килә был шөғөлөм ҙурыраҡ әйберҙәргә күсте: түшәктәр, Яңы йыл байрамына костюмдар тегә башланым. Байым мәҙәниәт йортонда костюмер булып та эшләнем. Эшемде яратып башҡарҙым, тик ҡыҫҡартыуҙар башланып китеп, эшһеҙ ҡалдым. Шул йылдарҙа башҡорт милли күлдәктәрен тегергә өйрәндем. Күҙ нурҙарымды түгеп теккән милли кейемдәр күп коллективтарҙа бар, — ти Сулпан Хәҙис ҡыҙы.
Ысынлап та, Сулпан апайҙың бөгөн дә заказға милли күлдәктәр тегеп, ҡашмау, селтәр, һаҡал кеүек биҙәүес әйберҙәрен дә бөхтә генә итеп теҙеп эшләп ҡуйыуы, төҫтәш кенә итеп ҡорама юрғандар, ултырғыс түшәктәре, бәләкәй диван яҫтыҡтары эшләүе хаҡында ишетеп белә инек. Үҙ күҙҙәребеҙ менән сағыу күлдәктәрҙе, түшәк-юрғандарҙы күргәс, тағы ла ҡыҙыҡһыныбыраҡ һораштыҡ.
— Тауарҙарҙы Магнитогорск ҡалаһынан барып магазиндарҙан һайлап алам. Милли кейемдәргә килгәндә, һуңғы йылдарҙа сигеү-нағыштар, заманлаштырып тегелгән милли орнаментлы кейемдәр — милләттәштәребеҙ араһында киң танылыу яулай, шуға ла йылдан-йыл заказдар арта бара. Күберәк оло йәштәге өләсәйҙәр ейән-ейәнсәрҙәренә ҡомартҡы итеп ҡалдырырҙай матур костюмдар тектереүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Уларҙы тегеү өсөн 1-2 көн ваҡыт китә. Ә бейеү коллективтарына, 15-16 кешегә бер ай самаһы ваҡыт китә, — ти тегенсе. — Заманында кейем бөгөнгө көндәге кеүек күп булманы, кеше йәнен теләгәнен алып кейә алманы. Ғөмүмән, кешенең стилле кейенеүе моданан тора, ә мода әйләнә. Ваҡытында төрлө ойошмаларға ламбрикендар, мәктәп формаһы сыҡҡан ғына осорҙа уҡыусы ҡыҙҙарға алъяпҡыстар, төлкө тиреһенән кәпәстәр, пәлтәләр теккәнем булды.
Оҫтабикә Буранғол ауылында Айгиз Ғабдуллин төшөргән «Мораҙымхан» фильмы актерҙарына боронғо милли кейемдәрҙе тегеп биргән. Уларҙы һүрәттәргә ҡарап теккән, ҡайһы бер деталдәрен «Сыңғыҙхан» фильмында күргән кейемдәргә оҡшатырға тырышҡан.
Беҙҙең райондан ғына түгел, сит райондарҙан, күрше Силәбе өлкәһенән дә мөрәжәғәт итәләр уға. Әле Күгәрсен районынан, Күсем ауылынан килгән заказдарын үтәйһе бар.
Туйыш ауылының «Күбәләк биҙәктәре» фольклор төркөмөнөң даими ағзаһы ла Сулпан Хәҙис ҡыҙы. Гармунда ла өҙҙөрөп уйнай, йырлай-бейей ҙә, фольклор ағзаларына кейемдәрен дә үҙе тегеп бирә.
Өлгөлө ғаиләнең балалары Азамат, Заһир исемле улдары, Гүзәл исемле ҡыҙҙары ата-әсәһенең йөҙҙәренә тап төшөрмәй, матур донъя көтә. Азамат ғаиләһе менән Магнитогорск ҡалаһында төпләнгән, металлургия комбинатында эшләй. Кәләше Әлфинә балалар баҡсаһында тәрбиәсе, 3 малай тәрбиәләйҙәр. Гүзәл — Красная Башкирия ауылының балалар баҡсаһы хеҙмәткәре. Тормош юлдашы Рушан менән өс бала үҫтерәләр, дүртенсегә сабый көтәләр. Заһир кәләше Нәркәс менән Өфөлә йәшәй, уларҙың ғаиләһендә ике бала буй еткерә.
Бөгөн ирле-ҡатынлы Заһретдиновтар икеһе лә хаҡлы ялда. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт көтөп, мул итеп йәшелсә-емеш үҫтереп, тыныс ҡына донъя көтәләр. Матур өйҙәре йәмле, йәнле. Тәҙрә төптәре, өй эсе матур, сағыу гөлдәргә күмелгән.
Бер-береһен ҡәҙер-хөрмәт итеп, йылы тойғоларын һаҡлаған, иңгә-иң терәп 45 йыл бергә йәшәгән, һөйөүҙә һәм татыулыҡта бәхетле ғүмер кисергән парҙар һәр ваҡыт хөрмәт һәм һоҡланыу уята.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: