Асҡар ауылында ишле ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә ул.
— Атайым һуғыш ваҡытында армияла булып, 7 йыл хеҙмәт итеп ҡайта. «Илебеҙ халҡын һуғышта күп юғалтты», — тиер ине ул, шуға ла ғаиләһенең ишле булыуын теләй. Беҙ туғыҙ бала — алты ҡыҙ һәм өс малай үҫтек, хәҙер бишәүебеҙ генә иҫән, — тип хәтер ебен алыҫта ҡалған бала сағынан һүтә башланы Рәфҡәт Фәтхулла улы.
1967 йылда Асҡар урта мәктәбен тамамлаған егет Өфөгә авиация институтына һынау тота. Ләкин конкурстан үтә алмай. Ошо рәүешле яҙмыш уның юлын ауыл хужалығы өлкәһенә бора. Бер көн урамда РТП-ла баш инженер булыр йөрөгән Таштимер Баймөхәмәтовты тап итә. Таштимер Әҡсән улы егеттең мәктәптән һуң ҡайҙа барырға йыйыныуы, нисек имтихандар биреүе менән ҡыҙыҡһына. «Уҡырға инә алманым, ағай», — тип ғәйепле кешеләй ҡарашын ергә төбәй Рәфҡәт. «Уға ҡайғырып ни! — таныш ағай быға, әйтерһең, ҡыуанып киткәндәй була һәм етди төҫ алып уны эшкә саҡыра. — Беҙҙә эшсе ҡулдар етешмәй. Иртәгә үк эшкә сыҡ!»
Мәктәптә уҡығанда токарлыҡ эшенә лә өйрәнеүе бушҡа булмай — токарь итеп алалар. Эшләп йөрөгән ерҙән 10 майҙа армияға китә. Ике йыл Алтай крайында хеҙмәт итә. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, бер аҙна ла ял итеп өлгөрмәй, юлына тағы ла Таштимер Әҡсән улы осрай: «Ҡайттыңмы, ҡустым? Әйҙә, иртәгәнән эшкә!»
Токарь булып элекке урынына эшкә сыҡҡан Рәфҡәт Билаловты бергә эшләгән ағайҙар тиҙҙән мотористар бригадаһына күсергә өгөтләй.
— Тәлғәт Итекәев, Салауат Ильясов, Вәхит Суфиянов һәм Дмитриев ағайҙар араһына бишенсе кеше булып эшкә төштөм. Ҡеүәтле бригада ине. Көн һайын биш тракторҙың двигателен һүтеп, йүнәтеп, кире йыйырға өлгөрә инек, — тип иҫкә ала ул ваҡыттарҙы Рәфҡәт ағай.
Бер йыл эшләп отпуск алғас, ял ваҡытында Өфөгә сығып китә. Мәктәп тамамлауына инде дүрт йыл тулып үтһә лә, уҡырға инеү тураһындағы уйынан төңөлмәгән була әле. Был юлы ауыл хужалығы институтына бара. Өсөнсө курс студенты булған класташы Наил Солтановты осрата. Ул һабаҡташының ниәтен белгәс, егеттәр шаулап ҡабул итеү комиссияһына барып та инә. Доку-менттар ҡабул итеүҙең һуңғы көнө була, бәхеткә күрә өлгөрәләр. Р. Билалов ятаҡханаға урынлашып имтихандарға әҙерләнә. Физиканан тәүге һынауҙы «бишле» билдәһенә тапшыра. Әйтерһең, кисә генә мәктәп тамамлағандай көслө белем ҡеүәһе менән айырыла ул. Биология менән химияны «дүртле»гә биргәс, һуңғы имтиханға бармаҫ элек үк конкурстан үтеүгә кәрәкле балдарҙы тултыра.
— Отпуск та аҙағына яҡынлашты, рус теленән инша яҙҙым да Асҡарға ҡайтып киттем, эшләй башланым. Ике аҙнанан институттан эшкә хат килде. Управляющий Сәлих Раянов үҙенә саҡыртып, уҡырға ингәнһең бит тип хәбәр итте һәм «Маладис!» тип сығарҙы. Уҡыу йортонан килгән «вызовты» дөйөм йыйылышта хеҙмәттәштәр алдында тотторҙолар, бер айлыҡ премия яҙып уҡырға йылы итеп оҙатып ҡалдылар, — тип дауам итә геройым.
1976 йылда зооинженерия буйынса диплом алған белгес алдында һайлау мөмкинлеге тыуа. Рәфҡәт Билалов ҡусты-һеңлеләрен аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итеү маҡсатында ата-әсәһенә яҡыныраҡ булырға тип районға эшкә ҡайта. Райкомдың беренсе секретары булған Ф. Ш. Хисмәтуллин егетте «Красная Башкирия» совхозына үҙе илтеп ҡуя. Хужалыҡтың сусҡа фермаһы һәм 800 баш малға иҫәпләнгән ике һимертеү майҙансығы урынлашҡан Озерный бүлексәһенә зоотехник итеп тәғәйенләйҙәр. Үҙен белемле, эшкә һәләтле белгес итеп күрһәткән Рәфҡәт Фәтхулла улын бер йылдан Шайморатов исемендәге колхозға баш зоотехник итеп ебәрәләр. Был ваҡытҡа инде ул ғаиләле була. Ҡатыны Ғәлиә Ғәйнетдин ҡыҙын Байым участка дауаханаһына баш табип итеп ҡуялар.
Ейәнсура ҡыҙы Ғәлиә менән танышып ғаилә ҡороуҙары үҙе бер тарих:
— Мединститутта уҡыған Асҡар ҡыҙы Нажиә Фәйзуллина дөйөм ятаҡҡа тыуған көнөнә саҡырҙы. Торт, гөлләмә тотоп барҙым. Төнгө ҡарауылсы булып эшләп йөрөп уҡығас бай студент инем, — тип көлөп һөйләй Рәфҡәт ағай. — Шунда Ғәлиә апайығыҙ менән танышып дуҫлашып киттек. Мин Әбйәлилгә эшкә ҡайтыуҙы һайлаһам, йәш табиптар распределение буйынса төрлө тарафтарға ебәрелде. Ғәлиә Мордовияға эшкә йүнәлтелде. Хаттар аша аралаштыҡ. Бер хатта миңә кейәүгә сыҡ, сыҡмаһаң мин бында өйләнәм тип өҙә һуҡтым. Күп тә үтмәй: «Аэропорттан ҡаршы ал!» тигән телеграмма алдым. Асҡарға алып ҡайтып атай-әсәй менән таныштырҙым да, Ейәнсура районына киттек. Шунда ижәп уҡытып ҡайттыҡ. Тик Ғәлиәне эшенән был яҡҡа ҡайтартып алыу өсөн законлы никахҡа тороуыбыҙ тураһындағы документ кәрәк ине. Силсәүиткә ғариза бирергә килдек, бер ай көтөргә кәрәк тинеләр. Ә кәләшемдең отпуск ваҡыты бөтөп кенә килә. Ахырыһы, танышлыҡ буйынса килешеп, Таштимер ауыл Советында ЗАГС-ҡа торҙоҡ. 1977 йылдың 11 ноябре ине. Иртән тороуға бер метрлыҡ ҡар яуып һалғайны. Юл юҡ, ҡалайтһаҡ та ҡалайттыҡ, «Москвич»та К-700 тракторы артынан барып никах теркәттерҙек, Асҡарға кире Магнитогорск аша урап ҡайттыҡ. ЗАГС ҡағыҙын тотоп ҡатыным Мордовияға осто һәм эшенән бушатылып бында килде.
Шулай хеҙмәт йылдарының 4 йылын Байымда уҙғара Билаловтар. Бында уларҙың ҡыҙҙары Розалия донъяға килә.
Маҡсатлы рәүештә таналар үҫтереү йүнәлешендә эшләгән хужалыҡ ике тапҡыр малсылыҡ тармағындағы ҡаҙаныштары өсөн СССР күләмендә 3-сө урын яулай. «Йыл һайын ике мең баш тирәһе таналар үҫтереп, уларҙы ҡасырып хужалыҡтарға һата торғайныҡ. Бынан тыш колхоздың 6 мең баш һыйыр малы, 400 йылҡыһы, 5 мең һарығы булды, өс умарталыҡ тотто», — тип һөйләй Рәфҡәт Фәтхулла улы.
1981 йылда ғаилә башлығын ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләү буйынса дәүләт инспекцияһына начальник итеп район үҙәгенә күсерәләр. Бер йылдан партия район комитетына инструктор итеп тәғәйенләнә. Тағы ла бер йылдан партия район комитетының ауыл хужалығы буйынса бүлегенә мөдир итеп ҡуйыла, икенсе секретарь В. А. Зориндың ауыл хужалығы буйынса ярҙамсыһы була. Унан кире ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләү буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы итеп ҡуйыла. Район менән Т. Х. Ғабдуллин етәкселек иткән осорҙа ауыл хужалығы идаралығына баш зоотехник вазифаһына тәғәйенләнә. Хаҡлы ялға киткәнсе байтаҡ йылдар идаралыҡта начальник урынбаҫары була. Дәүләт хеҙмәткәре булараҡ 58 йәштән пенсияға китә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн күп тапҡырҙар Рәсәй, Башҡортостан ауыл хужалығы министрлыҡтары һәм район грамоталары менән наградлана. Дөйөм стажы 41 йыл.
— Хеҙмәт йылдарым колхоз-совхоздар гөрләп торған саҡта уҙҙы. Яҙмышымды ауыл хужалығына — малсылыҡ тармағына бағышлағаныма үкенмәйем. Ғүмер булғас, бына 17 йыл пенсия ашайым. Райондың ауыл хужалығы коллективы ветерандарын һис онотмай, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә. Сәләмәтлек хәле буйынса ике үлемдән тороп ҡалдым. Янымдағы ике табип, һаҡлаусы фәрештәләрем — ҡатыным һәм ҡыҙымдың хәстәрлеге арҡаһында йәшәп киләм. Хәҙерге ваҡытта өй, шәхси хужалыҡ менән етәкселек итәм. Үҙем зоотехник та, баҡсасы ла, хужалыҡ мөдиремен дә, — тип йылмая хеҙмәт ветераны.
Эйе, йорт-хужалыҡ хәстәрҙәре башлыса уның иңендә. Сөнки Башҡортостандың атҡаҙанған табибы булған педиатр Ғәлиә Ғәйнетдин ҡыҙы, 72 йәшкә етһә лә, һаман һаулыҡ һағында эшләүен дауам итә. Рәфҡәт Фәтхулла улы олатай статусындағы бурысын да ҙур яуаплылыҡ менән үтәй. Йомшаҡ, изге күңелле олатайҙы Хоҙай дүрт ейәнсәр менән бүләкләгән. Эштә булғанда ҡыҙы менән кейәүенең, улы менән килененең балалары өсөн күңелдәре тыныс: олатай уларҙы мәктәптән ҡаршы ала, ашата, дәрестәрен дә ҡараша.
Асҡарҙың Төньяҡ биҫтәһендә участкалар бүленеп бирелә башлағас та, иң тәүгеләр рәтендә ер алып шунда йорт һалып сыға Билаловтар. Мал көтөп, баҡса үҫтереп, ергә ерегеп кинәнеп донъя көтөүҙәре. Олоғая килә һыйырҙарҙы ике башҡа ҡалдырғандар, йыл һайын өй күркәләре үрсетәләр, тауыҡ тоталар. Экологик яҡтан таҙа өй продукцияһы – ит-һөт, май-йомортҡа менән балаларын тәьмин итә алыуҙарынан ҙур мәғәнә табалар.
Үҙҙәре өлгөһөндә аҡыллы, уңған, эшһөйәр ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтергән улар. «Тыуған ерегеҙгә файҙалы кешеләр булығыҙ!» тигән наказымды йыҡманылар», — тип ғорурлана атай кеше. Ғорурланмаҫлыҡмы ни? Розалия Рәфҡәт ҡыҙы әсәһе кеүек табип һөнәрен һайлаған, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, үҙәк район дауаханаһының терапия бүлеген етәкләй. Ринат атаһы уҡыған аграр уҡыу йортоноң электрификация факультетын тамамлаған, оҙаҡ йылдар инде район электр селтәрҙәрендә бүлек начальнигы вазифаһын тарта.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.