Гөлшат апай 1954 йылдың 19 майында Айыуһаҙы ауылында донъяға килә. Тыуған ауылында башланғыс белем алғандан һуң, уҡыуын Ташбулат мәктәбендә дауам итә. Мәктәпте тамамлау менән ҡыҙҙы Айыуһаҙы ауылы клубына эшкә саҡыралар һәм Гөлшат Мөғәллим ҡыҙы был өлкәлә ең һыҙғанып эшкә тотона.
Эшендә махсус белем кәрәклеге уны Башҡорт дәүләт мәҙәни-ағартыу училищеһына алып килә. Ҡулына диплом алып ҡайтҡан йәш белгес Таштимер ауыл мәҙәниәт мөдире итеп тәғәйенләнә.
Таштимергә эшкә килеүенә бер йыл тулыуға ошо ауылдың иң шәп гармунсыларының береһе булған Абсаҙый Кәримов менән ғаилә ҡоралар. Кәримовтар ғаиләһенең бәхетен арттырып, бер-бер артлы өс ҡыҙҙары тыуа. Тик ғаилә башлығының ғүмере ҡыҫҡа була, иптәшен иртә юғалтһа ла, ауырлыҡтар алдында бирешмәй Гөлшат апай: донъяһын да көтә, эшендә лә һынатмай.
Районда ғына түгел, республикала ла иң яҡшы эшләгән мәҙәниәт усағы етәксеһе булараҡ Гөлшат Мөғәллим ҡыҙы 1982 йылдың февралендә СССР мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Х съезы эшендә ҡатнаша. Был съезда танылған композитор Заһир Исмәғилев, режиссер Гөлли Мөбәрәкова менән бергә осрашыу бәхете тейә уға.
1983 йылда Гөлшат Мөғәллим ҡыҙының эшенә ҙур баһа биреп, «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы тапшырыла.
Гөлшат Кәримова район делегацияһы составында Өфөлә уҙған I Бөтә Донъя башҡорттарының ҡоролтайына делегат булып бара.
Бынан тыш, Гөлшат Мөғәллим ҡыҙының мәҙәниәт өлкәһендәге 40 йыллыҡ хеҙмәте «Яҡташтар» проектындағы әүҙемлеге өсөн Башҡортостан Республикаһы президентының Рәхмәт хаты, республика мәҙәниәт министрлығының, Башҡортостан халыҡ ижады бүлегенең, райондың Почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән дә билдәләнгән.
Гөлшат Мөғәллим ҡыҙы етәкләгән йыр-бейеү, драма түңәрәктәре, инструменталь ансамблдәренең эше һөҙөмтәле булды. Г. М. Кәримовала тәүге сәнғәт тәжрибәһе алған балалар араһында бөгөн республикала билдәле шәхестәр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ артистары Азамат Тимеров, Вәхит Хызыров, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ләлә Йәнекәйева, билдәле йырсылар Заһир Хызыров һәм Илнур Миһмановҡа һәм башҡа күптәргә мәҙәниәт тормошона булған осҡондо Гөлшат Мөғәллим ҡыҙы тәү башлап ҡабыҙҙы.
Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан Гөлшат Мөғәллим ҡыҙы әле лә әүҙем тормош алып бара. Район кимәлендә үткәрелгән «Йыл әсәһе» онлайн-конкурсының номинацияһы еңеүсеһе булды. Әйткәндәй, ҡыҙҙары ла, ейән-ейәнсәрҙәре лә Гөлшат апайҙың үҙе кеүек һәләтлеләр. Кәримовтар ғаиләһе район кимәлендә онлайн үткәрелгән патриотик йырҙар конкурсында «Йырҙарҙа беҙҙең хәтер» номинацияһында еңеү яуланы.
Гөлшат Мөғәллим ҡыҙы күптәргә өлгө булырлыҡ әсәй, өләсәй, ҡатын. Быны билдәле йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын -ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалы менән бүләкләнеүе лә дәлилләй.
Р. ДАУЫТОВА.