Райондың йәмәғәт палатаһы вәкиле Рәүиә Ғәликәйеваның ошондай сара уҙғарыу тәҡдимен ауыл биләмәһе, мәҙәниәт, китапхана хеҙмәткәрҙәре, ветерандар советы, ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары ихлас күтәреп алды.
Ғаилә йылы, халыҡ-ара ғаилә көнө айҡанлы ғына түгел, көндәлек тормошта балалар тәрбиәләүҙә атайҙарҙың ролен, уларҙың абруйын юғары баһалау ниәте һәм илебеҙгә һөйөү, патриотизм тәрбиәләү йәһәтенән уҙғарылды был мәҙәни сара.
«Түңәрәк өҫтәл» артында ирекле һөйләшеү, алып барыусыларҙың һорауҙарына яуаптар биреү мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән матур концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Ғаилә ҡиммәттәре, атай йорто, атайҙар тәрбиәһе тураһында матур йырҙар яңғыраны. Рәүиә Дүсмөхәмәт ҡыҙы балаларын яңғыҙы тәрбиәләгән атайҙар тураһында һөйләгәндә, улар-ҙың һәр береһенең тормош юлы тураһында слайд экранда күрһәтелде.
Сараға Байым биләмәһендә тыуып, шунда төпләнеп ғаилә ҡорған, тормош һынауҙарынан бөгөлөп төшмәй, балаларына лайыҡлы тәрбиә биргән өс атай саҡырылды. Рәхмәт ауылында йәшәүсе Бәхтинур Бәхтийәр улы Мансуров 16 йыл элек бәлиғ булмаған өс бала менән яңғыҙ тороп ҡала. Байым ауылынан Мөҙәрис Мортаза улы Моратов 8 йыл элек өс ҡыҙы менән ҡалһа, Туйыштан Азат Әсғәт улы Вәхитовтың ҡулында 7 йыл элек дүрт бала һәм олоғайған ҡәйнәһе ҡала.
Шул осорҙарҙы хәтергә төшөргәндә залдағы барлыҡ халыҡтың күҙҙәренә йәш эркелде. Үҫеп етеп белем алған, үҙҙәре һайлаған һөнәрҙәргә эйә булған, хәҙер инде тормош ҡороп, үҙҙәре лә атай-әсәй булған балалары тураһында атайҙары шатланып, бәхетле йылмайып һөйләне.
— Бөгөн ҡулығыҙға алтын балыҡ эләгеп, бер генә теләгегеҙҙе үтәргә булһа, нимә һорар инегеҙ? — тигән һорауға Бәхтинур Бәхтийәр улы илгә тыныслыҡ, балалар атайлы һәм әсәйле булып үҫеүҙәрен теләр инем тип яуапланы.
Һәр береһе ауылда ихтирамлы, абруйлы кеше булған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, балаларына дөрөҫ тәрбиә биргән, ярҙамсыл, оло хөрмәткә лайыҡ атайҙарға райондың йәмәғәт палатаһының рәхмәт хаттары тапшырылды. Байым биләмәһе башлығы Даян Зәбир улы һәм мәҙәниәт йорто етәксеһе Зәмирә Яҡуп ҡыҙы изге теләктәрен еткереп, бүләктәр бирҙе. Саҡырылған ир-уҙамандарҙың яҡындары ла улар тураһында иң яҡшы, йылы һүҙҙәрен әйтеп, уларға рәхмәт белдерҙе.
Матур сара бергәләшеп сәй эсеү, иҫтәлеккә фото төшөү менән тамамланды.
Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.