-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
16 Сентябрь , 11:03

Күкрәгендә балҡый алтын йондоҙ...

Ураҡ мәлендә донъяға килгән Сафа Истамғәлинды алтын иген баҫыуҙарындағы намыҫлы хеҙмәте Советтар иленең Социалистик Хеҙмәт Геройы итеп таныта. Быйыл уның тыуыуына 100 йыл тулды. Ошо уңайҙан ҡәҙерле кешеләренең исеменә тап төшөрмәй, уның даны менән ғорурланып йәшәгән, йылы, яҡты хәтер һаҡлаған балалары атай йорто диуарына мәрмәр таҡтаташ ҡуйҙы.

Күкрәгендә балҡый  алтын йондоҙ...
Күкрәгендә балҡый алтын йондоҙ...

– 1954 йылда атайыбыҙ ғаиләбеҙҙе “Урал” совхозына күсереп алып килгәндә дүрт бала инек инде. Уға тиклем беҙ Һамар бүлексәһендә йәшәнек. Дүрт яҡлы өйгә урынлаштыҡ. Беҙҙең менән күрше булып инженер Жданов, “Красная Башкирия” совхозынан атайым менән бергә килгән Мокроусовтар йәшәне. 1956 йылда айырым ағас өй бирҙеләр. Беҙ унда оҙаҡ йәшәнек, мәктәп йылдарыбыҙ шунда уҙҙы, ғаиләбеҙ тағы ла ике балаға ишәйҙе. Үҫеп етеп атай-әсәй ҡосағынан айырылып сығып бөттөк тигәндә, совхоз кирбестән ҙур йорт һалып бирҙе. Атайым СССР-ҙың Юғары Советы депутаты итеп һайланғас, иҫке ағас өйөбөҙ республиканың төрлө райондарынан һәм Өфөнән килгән ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү өсөн күрмәлекле түгел ине. Яңы йортҡа атай менән әсәй бәләкәй һеңлебеҙ Хөснә менән 1977 йылда күсеп сыҡты. Бында бик күп ғаилә байрамдарыбыҙ – туйҙар, юбилейҙар уҙҙы һәм әле лә аяттар үткәреп торабыҙ. Балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ ошонда үҫте. Хәҙерге ваҡытта атайыбыҙҙың нигеҙендә ейәнсәре Рита Ҡорманғәлинова, күп балалы әсә, ғаиләһе менән йәшәй, өйҙө тәртиптә тота. Был – бөтәбеҙҙе лә тартып торған ғәзиз урын. Шуға күрә туғандарым менән атайыбыҙҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап, йорт диуарына мемориаль таҡтаташ ҡуйырға ҡарар иттек, – тине Геройҙың ҡыҙы, педагогик хеҙмәт ветераны Әсмә Тайыпова.
Сиҙәм ауылының Комсомол урамындағы был күркәм йорт алдына һуғыш һәм хеҙмәт батырының балалары, туғандары, сиҙәм эпопеяһында ҡатнашыусы замандаштары, хөрмәт иткән ауылдаштары йыйылды. Тантаналы митингыла ҡатнашыусыларҙы Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Н. В. Сатина сәләмләне.
Хеҙмәт ветераны М. Ш. Бикмәтов был сара Социалистик Хеҙмәт Геройы тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереүҙең бер өлгөһө булараҡ әһәмиәтле булыуын билдәләне. “Ябай ауыл эшсәне, механизатор Сафа Истамғәлин фиҙаҡәр хеҙмәте менән Әбйәлилде, Башҡортостанды күтәрҙе. Ул бөйөк хеҙмәт батыры ғына түгел, билдәле дәүләт эшмәкәре, СССР-ҙың Юғары Советы депутаты ла булды. Ауыл эшсәндәре менән юғарыла ултырған етәкселәр араһына күпер һуҙҙы. Яңы мәктәптәр, производство объекттары төҙҙөрөүгә өлгәште”, – тип ялҡынлы телмәр тотто.
Сафа Ғәлиулла улының фән юлынан китеп философия фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә күтәрелгән, үкенескә күрә, өс йыл элек мәрхүм булған уртансы улы Рәмилдең ҡатыны – Өфөнән Лилиә Закир ҡыҙы ла күңел түрендәге йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. “Яҙмышым Истамғәлиндар ғаиләһе менән бергә үрелгәнгә 45 йылдан ашыу инде хәҙер. Был яҡты, йылы усаҡта миңә һәр нәмә таныш. Быуындар бәйләнешен һаҡлаған изге йорт диуарына хәтер таҡтаташы ҡуйылыуы бик урынлы. Киләсәк быуын ауылдаштар, беҙҙең балаларыбыҙҙың балалары бында бөйөк хеҙмәт батыры йәшәгәнен белеп, ғорурланып йәшәһен”, – тине ул.
Таҡтаташты асыу хоҡуғы хеҙмәт ветераны М. Ә. Бикмәтовҡа һәм Геройҙың улы Ришат Истамғәлинға бирелде.
Артабан Сиҙәм мәҙәниәт йортонда С. Ғ. Истамғәлинға арналған хәтер кисәһе дауам итте. Сараға ентекле әҙерлек күҙгә ташланды. Бик бай күргәҙмә ҡуйылғайны, ғаилә архивынан документтар, фотолар, шәжәрә ағасы тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Кисәне Сафа Ғәлиулла улының бүләһе Роман олатаһына арналған шиғыр менән асты. Вокал ансамбль башҡарыуындағы “Ялан батыры” йыры ла сараға ауаздаш булды. Алып барыусылар Социалистик Хеҙмәт Геройы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, СССР-ҙың Юғары Советы депутаты булған бөйөк шәхестең тормош юлы баҫҡыстарын барланы.
Сафа Истамғәлин 1924 йылдың 13 авгусында Йәлембәт ауылында донъяға килә. Күрше ауыл мәктәбенә йәйәүләп йөрөп уҡып 5 класс белем ала. Хеҙмәт юлын иртә башлай. 1935 йылда атайһыҙ ҡалғас, колхозға эшкә төшә. 1942 йылдың авгусында 18 йәше тулыр-тулмаҫ Сафа армияға саҡырыла. Снайперҙар мәктәбен тамамлай. 1943 йылдың февралендә Калинин фронтына оҙатыла. 397-се уҡсылар полкы составында Курск дуғаһындағы ҡаты яуҙа ҡатнаша, Орел, Брянск, Псков ҡалаларын дошмандан азат итә. Еңеүҙе Латвия ерендә ҡаршылай. II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы орденына, “Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдарына лайыҡ була.
Демобилизацияланған яугир 1945 йылдың ноябрендә “Красная Башкирия” совхозының Һамар бүлексәһенә, управляющий булып эшләгән Хәлим ағаһының йортонда йәшәгән әсәһе янына ҡайта. Ошо ауылда комбайнер ҡыҙ Йомабикәне осратып ғаилә ҡора, 46 йыл парлы ғүмер кисерәләр, алты балаға ғүмер бүләк итеп, яҡшы тәрбиә бирәләр. Сафа – механизатор, Йомабикә һауынсы була. 1954 йылда сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү башланғас, кисәге фронтовик ғариза яҙып эшенән сыға һәм киләсәктә хеҙмәт батырлыҡтары күрһәтәсәк сиҙәм төбәгенә юллана.
“Урал” совхозы ойошторолған беренсе көндәрҙән Сафа Истамғәлин С-80, К-700 тракторҙарында ер эшкәртеүгә тотона: һөрә, сәсә, ураҡ ваҡытында комбайн штурвалы артына ултыра. Фиҙаҡәр хеҙмәте, йөкмәтелгән пландарҙы арттырып үтәгәне өсөн ике тапҡыр Ленин (1957, 1973 й.) “Почет билдәһе” (1967) ордендары менән наградлана, ике мәртәбә Мәскәүҙә ВДНХ-ла ҡатнаша, 1973 йылда “Ураҡ һәм сүкеш” алтын миҙалына лайыҡ була һәм уға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә. СССР Ауыл хужалығы министрлығының һәм БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамоталарынан тыш, бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, социалистик хеҙмәт ярыштары еңеүсеһе билдәләре, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн төрлө миҙалдар менән бүләкләнә.
Урал игенсеһе 1974 йылда Алма-Атала уҙған сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүҙең 20 йыллығына арналған ҙур тантанала ҡатнаша. Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығын билдәләгән көндәрҙә һуғыш һәм хеҙмәт батыры Башҡортостан делегацияһы составында Германияның Галле округында була.
Социалистик Хеҙмәт Геройының ҡатыны Йомабикә Шаһыбал ҡыҙы ла лайыҡлы хеҙмәт юлы үтә. Ырҙын таба- ғында фураж ярыусы була ул. Урал участка дауаханаһында санитарка булып эшләп хаҡлы ялға сыға.
Һуғыш яралары, шәкәр диабеты сире, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хеҙмәт батырын аяҡтан йыға, С. Ғ. Истамғәлин 68 йәшендә вафат була. Балалары әсәләрен яңғыҙ ҡалдырмай, улар уратыуында һәм тәрбиәһендә Йомабикә инәй 95 йәшкә етеп донъя ҡуя.
Истамғәлиндар үҙҙәренең лайыҡлы өлгөһөндә эшһөйәр, хеҙмәткә ғашиҡ ул-ҡыҙҙар үҫтергән, икәүһе хәҙер беҙҙең арала юҡтар инде. Радик ваҡытында иң беренселәр рәтендә фермер хужалығы ойошторған, ҡустылары Ришат һәм Ринат менән иген үҫтергән. Әйткәндәй, бер туған ағай-эне барыһы ла техниканы яҡшы белә. Әсмә 33 йыл Таштимер урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Рамил фән юлына киткән, ғалим. Ришат һөнәре буйынса иретеп йәбештереүсе, Бөтә Союз төҙөлөштәрендә ҡатнашҡан, фермер. Ринат оҙаҡ йылдар вахта ысулы менән Себерҙә эшләй, иретеп йәбештереүсе. Хөснә – бухгалтер-иҡтисадсы, тыуған ауылында төпләнгән, әүҙем йәмәғәтсе.
Аталары хөрмәтенә уҙған хәтер кисәһендә улар ауылдың С. Ғ. Истамғәлин исемен йөрөткән урамында йәшәүселәргә бүләктәр тапшырҙы. Сара аят менән тамамланды.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: