Мәхмүт ауылы ҡыҙы Илүзә мәктәптә яҡшы уҡый, шиғыр, хикәйәләр яҙып, республика гәзит-журналдарында баҫтыра. Әммә яңғыҙ әсәнең ҡыҙын артабан уҡытырға мөмкинселеге булмай.
Эшкә шәп, сибәр Илүзәгә Тәпән егете Юлай Ҡадировтың күҙе төшә һәм 1972 йылдың октябрендә ҡыҙҙы кәләш итеп ала, йәш ғаилә ҡәйнә йортонда йәшәй башлай. 1973 йылда тәүге улдары Айбулат, йәнә бер йылдан Раян тыуа. Ғаиләлә кинйә ул булған Мирза армиянан ҡайтҡас, йәштәр эше лә, йәшәр урыны ла булған «Урал» совхозына күсә. Тик парлап оҙаҡ ғүмер кисерергә яҙмай уларға, Юлай ағай йәшләй мәрхүм була. Алдынғы хужа-лыҡта йәшәү етеш, балалар баҡсаһы, эш хаҡы ярайһы арыу булһа ла, етәкселектең дә өгөтләүенә ҡарамай Илүзә еңгәй яңғыҙ әсәһен уйлап, Мәхмүткә ҡайта.
Киров исемендәге колхозда һауынсы булып эшкә сыға ул. Эш еңелдән булмай: һыйырҙарҙы ҡул менән һауалар, һөттө бер базанан икенсеһенә ташыйҙар, өйгә ҡайтһа — бөтмәҫ-төкәнмәҫ донъя мәшә-ҡәттәре... «Урал» совхозынан ҡайтҡанына үкенһә лә, тормошона күнергә тура килә.
Айбулатҡа 8, Раянға 7 йәш тигәндә, Илүзә Әшираф ҡыҙының берҙән-бер таянысы булған әсәһе мәрхүм була. Ауыл ерендә ҡатын кешенең үҙенә генә донъя көтөүе ҡыйын булғанлыҡтан, Илүзә Хөсәйен ауылына тормошҡа сыға. Ғаилә бәхетен ишәйтеп, улдары Тәлғәт тыуа. Декрет отпускаһында оҙаҡ ултырырға тура килмәй, тағы фермаға эшкә бара. Тырыш ҡатын балаларын да тәрбиәләй, донъяһын да көтә.
Күҙе насар күргән әсәһенең һеңлеһе Зәйтүнәне үҙенә алып ҡарарға мәжбүр була. Таң һарыһынан эшкә сығып китһә лә, улдары өсөн борсолмай, улар бәләкәй саҡтан мал ҡарашып, өйҙәге барлыҡ эштәрҙе атҡарып, мәктәптә лә әсәләренә һүҙ тейҙермәй, буй еткерә. Тик икенсе нихаҡта ла ҡатын-ҡыҙ бәхете булмай...
Тырыш хеҙмәте менән колхозда алдынғылыҡты бирмәгән Илүзә Әшираф ҡыҙы һауынсыларҙың район ярышында күп тапҡырҙар призлы урындар яулай. Ауылдаштары ике тапҡыр ауыл Советына депутат итеп һайлайҙар, партия сафына ҡабул ителә. Хеҙмәт юлының сағыу көҙгөһө булған Почет грамоталарын, маҡтау ҡағыҙҙарын бөгөнгәсә ҡәҙерләп һаҡлай ул. Үҙгәрештәр осоро килеп, колхоздар тарҡалып, фермалар ябыла. Һауынсы эше ни тиклем ауыр булһа ла, фермаһын, бергә эшләгән иптәштәрен әле лә һағынып иҫкә ала ул.
Улдары барыһы ла ил алдындағы изге бурыстарын намыҫ менән үтәгән, һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләһен ҡорған.
Айбулат менән Раян тыуған ауылдары Тәпәндә гөрләтеп донъя көтә. Айбулат вахта ысулы менән «Газпром» ойошмаһында водитель булып эшләй. Ҡатыны Гүзәл менән ике ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. Межгорье ҡалаһына килен булып төшкән ҡыҙҙары ейәнсәр ҙә бүләк иткән. Йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән, иман юлын һайлаған Раян атай нигеҙендә яңы йорт күтәргән. Тәпән мәсетенең имамы, ауылда ойошторолған дини байрамдарҙа бағыусы, ойоштороусы булған Раян өс ейәненә хәстәрлекле олатай ҙа. Асҡарҙың Көнсығыш биҫтәһендә өй төҙөй башлаған кинйәһе Тәлғәт иретеп-йәбештереүсе һөнәрен һайлаған, ике улға, бер ҡыҙға атай.
— Улдарымды, Аллаһҡа шөкөр, хеҙмәттә тәрбиәләп үҫтерҙем. Уларҙың ҡулынан килмәгән эш юҡ, һәр ҡайһыһының бынамын итеп донъя көтөүенә, татыу ғүмер итеүҙәренә ҡыуанам. Ирҙән уңмаһам да, улдарымдың бәхетле йәшәүенә, ғүмер көҙөмдә уларҙан ҡәҙер-хөрмәт күреүемә шатлығым сикһеҙ, – ти тормошонан ҡәнәғәт булған, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүләсәр-бүләләренә һөйөнгән Илүзә Әшираф ҡыҙы.
Һәр көнөн күңелле мәшәҡәттәр менән йәмләп йәшәй уңған ҡатын: күпләп ҡош-ҡорт тәрбиәләй, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә, балаларының килеүен ҡунаҡ ҡаршылағандай табын әҙерләп көтә. Уларҙың имен йәшәүе — әсәй өсөн оло бәхет!
Зөлфиә ЗАҺИТОВА.