Оло быуын
4 Октябрь 2024, 06:26

Ғүмеренең алтын көҙө емешле

Быйылғы көҙ шундай матур килде. Әллә илаҡ ямғырлы йәйҙән һуң шулай тойоламы, көҙ сыуаҡ, аяҙ көндәр бүләк итеп ҡыуандырҙы. Алтынға мансылған ағастар күҙҙе иркәләп, шул матурлыҡтарын оҙағыраҡ һаҡларға теләгәндәй ҡымшанмай ҙа ултыралар.

Үҙ ғүмерендә күпте күргән һәм кисергән, яҙмыш ҡуйған һы-науҙарға бирешмәгән һәм лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән оло быуын һәр саҡ һоҡланыу уята. Улар беҙгә сабырлығы, тәрән аҡылы, эшһөйәрлеге, тормошо-нан ҡәнәғәт була белеүҙәре менән өлгө булып тора. Сиҙәм ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Әлмира Шөғүрова ла һәр атҡан таңға ҡыуанып, уны изге доғала-ры менән ҡаршылай. Хоҙайҙың биргәненә шөкөр итеп йәшәй.
Алтын көҙҙөң ҡояшлы көнөндә ҡапҡаһы эсендә эш менән булып йөрөгән инәй үҙенең яратҡан шөғөлөнән һүҙ башланы.
— Иртә яҙҙан баҡсала соҡона башлайым. Шул тиклем яратам ер эшен, күңелем ял итә. Мин бәләкәй саҡтан агроном булырға хыялландым. Тик атайым ул ирҙәр эше, бухгалтерға уҡы тигәс, уның һүҙен йыҡманым, — ти Әлмира Мөхтәр ҡыҙы. 
Өфөлә бухгалтерлыҡ курсын тамамлаған ҡыҙ артабан ситтән тороп кооператив техникумында уҡый. Хеҙмәт юлын райпола бухгалтер булып башлай. Ишбулды ауылы егете Рәшит Шөғүров менән ғаилә ҡоралар. 
— Күңелле, эш гөрләп торған заманда йәшәнек. Райком ҡайҙа ҡуша, шунда күсенеп йөрөнөк. Тәүҙә Ташбулатҡа ебәрҙеләр, унан һуң район үҙәгенә ауыл хужалығы идаралығына баш зоотехник итеп алдылар. Ҡайҙа барһаҡ та, асыҡ йөҙ менән ҡар-шыланылар, миңә эш, балаларға баҡса ла булды,  — тип хәтергә алды алыҫ йылдарҙы инәй. — 1982 йылда «Урал» совхозына килдек һәм ошонда төпләндек. Иптәшем оҙаҡ йылдар баш зоотехник булып эшләне. Мин ХТП-ла экономист, һуңынан ма-газин мөдире булдым.
Икеһе лә намыҫлы хеҙмәт юлы үтеп, хаҡлы ялға сығалар. Районда ғына түгел, республикала данлыҡлы булған совхоздың юҡҡа сығыуын Шөғүровтар ауыр кисерә. Бар ғүмерен ауыл хужалығына арнаған Рәшит Нуриәхмәт улы техника тулы машина паркы бушауын, фермала малдарҙың аслыҡтан баҡырып тороуын күңеле менән ҡабул итә алмай. Эш тип янған уҙаман йөрәге лә сыҙамай һәм өс йыл элек мәкерле сир алып китә.
— Тормош иптәшем менән матур, татыу йәшәнек, 49 йыл бергә ғүмер кисерҙек. Икәүләп дин юлына баҫтыҡ, мәсеткә, аяттарға йөрөнөк, бергәләп баҡса үҫтерҙек. Ул Мичурин һымаҡ нимә генә үҫтереп ҡараманы. Уны юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙем, — ти Әлмира Мөхтәр ҡыҙы.
Ҡайғыһын эш менән баҫа инәй. Баҡсала сәскәләр, емеш ағастары араһында йөрөп көндәр үткәнен дә һиҙмәй ҡала. Ҙур ҡапҡа эсендә ни генә үҫмәй: виноград, абрикос, слива, балан, муйыл, ҡурай еләге, ҡарағат, крыжовник. Хатта тауҙан ҡаҙып алып ҡайтҡан ҡыр сейәһе лә мул уңыш бирә. Йәшелсәләре лә ишелеп уңа. Рауза, георгин, петуниялар күҙ яуын алып, йәй буйы йәм биреп ултыра. Бер нисә раузаны быйыл 70 йәшлек юбилейына ҡыҙҙары бүләк иткән бер ҡосаҡ гөлләмәнән үҫ-тереп алған. Хәрәкәттә — бәрә-кәт тип ҡабатларға ярата ул. Быуындары һыҙлауына ҡарамаҫ-тан бер ҡасан да тик ултырмай. Ихатаның яртыһында ҡош-ҡорт көтә, быйыл 25 ҡаҙ үҫтергән. 
— Ҡыҙҙарым эшләмә, ял ит, үҙебеҙ алып килербеҙ бөтәһен дә тиҙәр. Нисек ауырыйым тип буш ултыраһың, яйлап ҡыбыр-лап йөрөргә кәрәк. Үҙемә бер әүрәү ул, — тип йылмая инәй. — Бына яңы ғына йыйҙым, вино-градтан ауыҙ ит. 2009 йылда ип-тәшем менән Өфөнән ҡайтыш- лай алғайныҡ. «Изабелла» сорты Кушнаренко питомнигында беҙ-ҙең төбәккә яраҡлаштырылған булғанғалыр, яҡшы ғына үҫеп китте. Бала кеүек бәпләп ҡара-ныҡ инде. Ҡыш өшөтөргә ярамай. Баҡсаға нимә сәсһәң дә, тәрбиәләргә кәрәк. Ултырттың да уңыш көтөп ултырҙың түгел. 
Бына шулай етмеш йәшендә ҙур баҡсаһынан емеш-еләк тиреп, яҡындарын һыйлауҙан күңеленә кинәнес табып йәшәй. Бәләкәй генә шатлыҡтарҙы оло итеп күрә ул. Ике ҡыҙының уңыштарына һөйөнөп, уларҙың ярҙамын тойоп бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Биш ваҡыт намаҙын ҡал-дырмаған ағинәйҙең төп теләге — донъяларҙың тынысланыуы. 
— Уҙған ғүмеремә үкенмәйем. Матур тормош юлы үттем. Һәр ваҡыт хәрәкәттә булыу дәрт, көс-ҡеүәт өҫтәй. Көн дә яҡты таңға ҡыуанып, ил-йортҡа именлек, балаларыма һәм яҡындарыма һаулыҡ теләп доғалар ҡылам. Тормошомдан ҡәнәғәтмен, шуны бүләк иткән Аллаһы Тәғәләмә сикһеҙ рәхмәтлемен, — ти Әлмира инәй барыһына ла ризалыҡ менән шөкөр итеп.
Ҡартлыҡты юҡҡа ғына ғүмер көҙө тимәйҙәр. Әлмира Шөғүрованың да ғүмер миҙгелдәре сыуаҡ һәм емешле. Һәр кемгә уның кеүек бар ҡылған ғәмәлдәрең-эштәрең өсөн ҡәҙер-хөрмәт кисереп йәшәргә яҙһын. 
Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас