Иҫке Балапан ауылында ғүмер итеүсе Кифая Рамаҙанова ыҡсым, матур өйөндә тап шулай ҡаршыланы. Ҡулынан бәйләм төшмәгән, сәскәләр яратҡан, әкиәт донъяһы хужабикәһенә нисә йәш тиһегеҙме? Ышанырһығыҙмы-юҡмы, октябрь айының һуңғы көнөндә Кифая Һаҙый ҡыҙына 90 йәш тула. Бына шундай йәштә лә уның шәплегенә, тормошто яратыуына һоҡланырлыҡ. Салауат районы 1-се Иҙелбай ауылында тыуған ҡыҙҙың бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән, аслыҡ-яланғаслыҡ, ыҙаларҙы күреп сыныҡҡан ул. Һикһән йыл элек булған ваҡиғаларҙы ла яҡшы хәтерләй, кисәге кеүек итеп һөйләгәненә хайран ҡалырлыҡ.
— Атайым урмансы булып эшләне, миңә 4 йәштә Урмантау ауылына күстек, шунда өй һалды. Беҙгә йылға ашаһында урыҫ ауылы ине, шунан атайыма һуғышҡа повестка алып килделәр. Әсәйем сохарый ҡатырҙы, тик атайым өс тапҡыр йыйынып, хәрби комиссариатҡа барһа ла кире ҡайтарҙылар. Дүртенсегә барғанында, инде лә алмаҫтар тип бер муҡсайһыҙ, кейем-ризыҡһыҙ сығып китте. Шул китеүенән ҡайтманы. Һуғыштан өс хат яҙырға өлгөрҙө, артабан ҡош телендәй ҙә хәбәр булманы, мәңгегә сит ерҙәрҙә ятып ҡалды, — тип алыҫ йылдарҙы хәтерләне Кифая инәй. — Беҙ өс ҡыҙ ҡалдыҡ. Апайым Наҡия, мин һәм һеңлем Сәүиә яңы ғына тыуған, сәңгелдәктә ята ине.
Ҡулында өс бала менән ҡалған ҡатынға сит ауылда көн итеүе ауыр була, улар Иҙелбайға күсеп ҡайта. Атаһы һуғышҡа киткәндә 8 йәш булған Кифая асығыуҙы баҫыр өсөн урманға барып төрлө үләндәр ашағанын, ке- серткәндән аш бешергәнен иҫләй. Әсәһенең бер туған ҡустыһы Фәхретдин Мөхәмәҙиев Байым мәктәбендә директор була һәм апайын үҙ янына килергә өгөтләп, сәләм хаты ебәрә. 1945 йылдың февраль айында әсәһе бәләкәй ҡыҙын санаға ултыртып, икәүһен етәкләп юлға сыға. Ауылдан станцияға тиклем байтаҡ араны арманһыҙ булып йәйәүләп үтеп, артабан поезд менән Белоретҡа килеп төшәләр. Тик сит яҡтарҙа ла рәхәт тормош көтөп тормай уларҙы. Әсәһе балалары ҡараулы булһын тип ҡыҙҙарын Ташбулат балалар йортона тапшыра.
— Шул тиклем рәхмәтлемен балалар йортона, әле булһа тик яҡшы яҡтан иҫкә алам. Өҫтөбөҙ кейемгә, тамағыбыҙ ашҡа туйынды. Тәрбиәселәребеҙ һәйбәт булды, беҙгә байрамдар ойоштороп, күңелебеҙҙе күрә инеләр, — тип һөйләй инәй.
Ташбулатта алты класс уҡып, Байым мәктәбендә етенсе класты тамамлай һәм Белорет педагогия училищеһына инә. Тик әсәһенә ярҙам итәм тип уҡыуын ташлап ҡайтып китә.
1954 йылда Иҫке Балапан ауылы егете Ғимал Рамаҙанов менән ғаилә ҡоралар. Тормош иптәше комбайнер була, көндө-төнгә ялғап эшләй. Кифая инәй ҙә колхозда төрлө эштәрҙә йөрөй, оҙаҡ йылдар башмаҡ ҡараусы була. Рамаҙановтар һигеҙ балаға ғүмер бирә.
— Ирем бала йәнле булды, берәй ҡайҙа барһа, күстәнәсһеҙ ҡайтманы. Балалар ҙа өйрәнеп бөттө, ҡалаға китһә лә ауыл осона сығып көтөрҙәр ине. Бал ҡорто тотто, баҡса үҫтерергә яратты. Ул ултыртҡан алмағастар һаман мул емеш бирә. Эшендә тырыш, донъяһына ла өлгөр булды. Ауылда иң тәүҙә беҙ телевизор, унан машина алдыҡ. Тик оҙон ғүмер, тиң ҡартлыҡ насип итмәгән беҙгә. 38 йыл бергә йәшәп ҡалдыҡ, 58 йәшендә генә ауырып вафат булды, — ти Кифая инәй.
Бер үҙе йәшәһә лә, яңғыҙ түгел ул. Төрлө тарафтарға таралған балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ураған һайын килеп тора, хәл белешә. Иң өлкән улы Марс хәҙер етмешкә еткән, ул Магнитогорск металлургия комбинатында эшләп, әлеге ваҡытта ҡаланан ауылға күсеп ҡайтҡан. Венера ла Магнитогорск ҡалаһында төпләнгән. Әлфиә Аһылай ауылында йәшәй, хаҡлы ялда булһа ла почтальон булып эшләй. Ул әсәһе янына йыш килә. Вил Асҡарҙа донъя ҡорған, тормош юлдашы Роза менән тәрбиәгә өс бала алып, уларҙы хәстәр, күңел йылыһы менән сорнағандар. Розалия Таштуйҙа, Зөлфиә Силәбе өлкәһенең Снежинск ҡалаһында, Дилә Польшала йәшәй. Иң бәләкәстәре Зөлхизә ММК-ла эшләй, тәрбиәгә ул алған. 17 ейән-ейәнсәр, 23 бүлә-бүләсәр, 6 тыуа-тыуасары бар бай өләсәйҙең.
— Ҡунаҡтарҙан ҡалдырмай саҡырып торалар. Яңы өйгә сыҡһалар ҙа, тыуған көн үткәрһәләр ҙә. Барып, яҡындарымдың матур тормошона ҡыуанып ҡайтам. Шөкөр ҡылып, йәшәргә лә йәшәргә, — тип ихлас йылмая Кифая инәй.
Оло йәштә булһа ла, һаман баҡса үҫтергән, ҡош-ҡорт тотҡан инәй. “Быйыл ямғырлы йыл булырын белгәндәй, ҡыяр-помидор ултыртмағайным. Бына бит барыбер үҫмәҫ ине”, ти.
— Оҙон ғүмерле булыуҙың сере нимәлә икән? — тип һорамайса булдыра алманым.
— Һуғыш ваҡытында кесерткән ашы менән туҡландыҡ, яҙ еткәс тә йыуа, һарына, кәзә һаҡалы ашаныҡ, ҡайын һыуы эстек. Шуның файҙаһы булғандыр, бәлки, — ти Кифая Һаҙый ҡыҙы. — Ыҙалыҡтар күреп үҫһәм дә, тормошома һис үкенмәйем. Балаларым менән бәхетлемен, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәләр. Һәр көнөмдө ҡыуанып ҡаршы алам.
Теремек кенә, йүгереп йөрөгән инәй ғүмер байрамын шулай ҡаршылай. Тормошто яратҡанға ла күңеле лә, сырайы ла йәштер. Ингән-сыҡҡанға изге доғаларын юллап ҡалған, һәммәһенә лә именлек, һаулыҡ теләгән ағинәйҙең үҙенә лә тағы оҙаҡ йылдар һау булып, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең күңел йылыһын тойоп, бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын.