-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
8 Ноябрь , 20:30

«Һаман да матур пар...»

Район үҙәгендә йәшәгән матур һәм татыу парҙарҙың береһе — Сания һәм Камил Ҡужиндар бар яҡтан өлгө булырлыҡ. Улар ғү- мерҙәрен намыҫлы хеҙмәткә арнаған, лайыҡлы ғаиләлә аҡыллы, уңған балалар үҫтергән ғаилә.

«Һаман да матур пар...»
«Һаман да матур пар...»

Асҡар ауылы егете Камил үҙәк район дауаханаһында практика үткән Аһылай ауылы сибәрен бер күреүҙән оҡшата. Сөм-ҡара күҙле һылыуҡай Сания ла оҙон буйлы, аҡыллы егеткә битараф ҡалмай. Йәштәр оҙаҡҡа һуҙмай гөрләтеп туй уҙғара. Бына шулай 1984 йылда Ҡужиндар ғаиләһе тарихының тәүге бите асыла.
Камил Менәүәр улы был ваҡытта автомәктәп тамамлап, әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтып, район үҙәгендә комхозда эшләп йөрөй. Ә Белорет медицина училищеһында белем алған Сания Абдулла ҡыҙын Асҡар бала табыу йортонда практика ваҡытында үк ипле, эшенә яуаплы булыуын күреп эшкә саҡыралар. Йәш ғаилә район үҙәгендә төпләнә. Бәхеттәрен ишәйтеп, бер-бер артлы балалары тыуа. Ҡул эштәренә оҫта Сания апай ул-ҡыҙҙарына кейемде үҙе бәйләп-тегеп кейҙерә. Әйткәндәй, ул ижади күңелле, йәш сағында шиғырҙар яҙған, гәзит биттәрендә баҫылған. Камил ағайҙың ҡулынан килмәгән эше булмай, мал-тыуар, баҡса тәрбиәләй.
Ғаилә башлығы хеҙмәт юлын башлаған бер урында ғүмер буйы эшләй. Тәүҙә шофер, унан һыуүткәргестәр буйынса слесарь була. Район үҙәгендә ҡайһы урамда ҡасан һыу үткәрелгәнен, иҫке торбалар ҡасан яңыртылғанын ул яҡшы белә. Ҡыш көндәре һыуүткәргестәр туңған, авариялар осрағында, капиталь ремонт ваҡытында алһыҙ-ялһыҙ, көн-төн менән иҫәпләшмәй эшләй ул. Булдыҡлы, коллективта абруйы ҙур Камил Менәүәр улы комхозда оҙаҡ йылдар бригадир булып, хаҡлы ялға сыға. Намыҫлы, тынғыһыҙ хеҙмәте бихисап маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән. Бар ғүмерен эшкә арнаған уҙаман пенсияламын тип тыныс ҡына өйҙә ятмай. Тәжрибәле белгес булараҡ үҙен дә төрлө урындарға саҡыралар. Тағы байтаҡ йылдар ремонт-төҙөлөш төркөмөндә эшләй. Дәүләт, Хәмит, Байым, Күсем руднигы мәктәптәренең спорт залдарын, Ташбулатта парк, район үҙәгендә стадионда спорт майҙансығын төҙөүҙә, төрлө объекттар ремонтлауҙа ҡатнаша. Уҙған йылдан ғына ысынлап та ялға сыҡҡан хеҙмәт ветеранының дөйөм эш стажы илле йылдан ашыу тәшкил итә. Быйыл сентябрь айында 70 йәшен билдәләгән юбиляр хөрмәт-ихтирамға лайыҡ булып йәшәй.
Сания Абдулла ҡыҙы ла бар ғүмерен яратҡан эшенә арнаған. Утыҙ йылға яҡын Асҡар балалар йортонда яңы тыуған сабыйҙар палатаһы шәфҡәт туташы була. Әле генә донъяға килгән бәпестәрҙе ҡулына алып, уларға бәхетле оҙон ғүмер юраған изге һөнәр эйәһе ул. Бар күңелен һалып башҡарған хеҙмәте өсөн «Республиканың һаулыҡ һаҡлау отличнигы» юғары исеменә лайыҡ булған.
Хәҙер Ҡужиндар икеһе лә хаҡлы ялда иркәләп-һөйөп баҡҡан балаларының уңыш-шатлыҡтарына ҡыуанып ғүмер итәләр. Өсөһө лә башлы-күҙле, үҙҙәре донъя ҡорған. Өлкән ҡыҙҙары Ләйсән әсәһенең юлынан киткән. Ул Магнитогорск ҡалаһы дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Тормош иптәше менән бер бала үҫтерәләр. Улдары Тимур ҙа хеҙмәт юлын үҙәк дауаханаһында башлай, әлеге ваҡытта такси хеҙмәтендә йөрөй. Килендәре Рәмзиә Асҡар дауаханаһында шәфҡәт туташы, ике балаға ғүмер биргәндәр. Эльвира район мәҙәниәт бүлегендә методист, кейәүе менән өс бала бағалар. Алты ейән-ейәнсәргә хәстәрлекле өләсәй менән олатай булып, килгәндәрен көтөп алалар.
— Бергә йәшәүебеҙгә быйыл ҡырҡ йыл тулды, эш, балалар тип ғүмер үткәне лә һиҙелмәгән. Балаларыбыҙ эргәлә, ярҙам итеп торалар. Килен-кейәүҙәрҙән дә уңдыҡ, эшһөйәрҙәр, иплеләр. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе саҡ ҡына күрмәй торһаҡ һағынабыҙ, улар ҙа беҙгә ашҡынып килә. Уларҙы тупылдатып һөйөү, көндән-көн ҙурайғандарын күреү бәхеттең иң ҙуры бит, — тиҙәр Ҡужиндар.
Һоҡланғыс, татыу парға тағы оҙаҡ йылдар бергә-бергә матур ғүмер кисерергә яҙһын.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: