Борон заманда үҙ исеме бирелгән ауылды нигеҙләгән Хәлил ҡартҡа тамырҙары менән барып тоташҡан, ошо ауылда олатаһы, атаһы ғүмер кисергән һәм үҙе лә тыуған ауылына тоғро ҡалған ир-уҙаман тураһында бөгөнгө һүҙебеҙ. Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хөрмәтле Бәшир Ғәлин 70 йәшлек юбилейын билдәләне.
1954 йылдың 4 июлендә Хәлил ауылында Зөһрә һәм Әҡсән Ғәлиндарҙың ғаиләһендә алтынсы — кинйә улдары Бәшир донъяға килә. Хәлил ете йыллыҡ мәктәбенә беренсе класҡа Бәшир йәшендәге егермеләгән бала уҡырға килә. Тәжрибәле уҡытыусы — Ленин ордены кавалеры Ғилминур Абдулла ҡыҙы Юламанова беренсе класты ҡабул итә. Тиҙҙән мәктәп һигеҙ йыллыҡҡа әйләнә, яңы бина төҙөлгәс, мәктәп урта белем биреүгә күсә.
Бәшир Әҡсән улы мәктәпте тамамлағас, Сибай тимер-бетон заводына электрик булып эшкә урынлаша, әрме хеҙмәтенә лә ошо заводтан алына. Польша сиге буйы ғәсҡәрҙәрендә ике йыл хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡан йәш егет колхозда тракторсы булып эш башлай, киске мәктәптә тракторсылар курсын тамамлай. Уларҙы колхоздың баш инженеры Харис Баймөхәмәтов уҡыта. Кис эштән ҡайтып барған Бәширгә тәүге уҡытыусыһы Ғилминур Абдулла ҡыҙы тап була, хәлдәрен һораша. Уҡыусыһының мөмкинлектәрен белгән уҡытыусы Бәширгә артабанғы хеҙмәт юлына йүнәлеш бирә. Абруйлы уҡытыусыһының һүҙен йыҡмай буласаҡ педагог, мәктәпкә лаборант булып эшкә төшә, интернатта тәрбиәсе лә була. Күп тә тормай мәғариф бүлеге уны Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика бүлегенә уҡырға ебәрә.
26 йәшендә ҡулына диплом алған белгес 1980 йылда уҡытыусы булып тыуған мәктәбендә педагогик хеҙмәт юлына аяҡ баҫа. Ошо көндән Бәшир Әҡсән улының бөтә ғүмере Хәлил мәктәбе менән бәйләнгән. Башланғыс кластарҙағы тәжрибәле уҡытыусыһының биргән тормош һабаҡтары, урта мәктәптә алған төплө белеме, үҙенең тырышлығы, маҡсатына ынтылыусанлығы, артабанғы хеҙмәт юлында тоғро юлдаш була уға.
1986 йылдан башлап 35 йыл дауамында Хәлил урта мәктәбенең алыштырғыһыҙ директоры була Бәшир Әҡсән улы. Абруйлы мәктәп директоры үҙенең бай тәжрибәһе менән һәр ваҡыт уртаҡлаша, кәңәштәре, ҡеүәтләү һүҙҙәре менән йәш белгестәргә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер була. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында район ғына түгел, республика күләмендәге семинарҙар ҙа үтә мәктәптә. Етәксенең намыҫлы хеҙмәте үҙ емештәрен бирә. Даими ойошторолған «Йыл мәктәбе» район конкурсында Хәлил урта мәктәбе ике тапҡыр еңеү яулай. Предмет олимпиадаларында, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа уҡыусыларҙың юғары күрһәткестәре өсөн «Белемле мәктәп» номинацияһында еңеү көслө етәксенең ҡул аҫтында эшләгән дәррәү уҡытыусыларҙың сифатлы эшенә ҙур баһа тип ҡабул ителә. «Хеҙмәт мәктәбе» номинацияһында еңеү бөтә балаларҙың һәм коллективтың йәйге осор мәктәп баҡсаһында эшләп, мул уңыш йыйыуының һөҙөмтәһе була. Б. Ғәлин ситтән тороп ауыл хужалығы институтының механизация бүлеген тамамлай. Инженер-механик һөнәренә эйә булған директор трактор дәрестәрен дә алып бара. 20 йыл эсендә ауыл хужалығына бик күп тракторсылар әҙерләгән уҡытыусы ла ул.
2007 йылда мәктәп РФ Президентының бер миллионлыҡ грантына эйә була. Юғары эш күрһәткестәре өсөн директор Кремлдең съездар һарайында Бөтә Союз лидерҙар форумында ҡатнаша. 1999 йылда Башҡортостан уҡытыусыларының IX съезында ҡатнашҡан Бәшир Ғәлинға Учколлектор директоры Ш.С.Түлебаев «Кеше съездан буш ҡайтмай», тип КамАЗ машинаһы биреп ҡайтара. Бөтмөр директор уны ПАЗ машинаһына алмаштыра һәм ул Хәлил, Әбделмәмбәт, Ишбулды мәктәптәре балаларын олимпиада-конкурстарға йөрөтөү өсөн ҡулланыла.
Бәшир Әҡсән улы етәкләгән коллективтың һөҙөмтәле эше йыл да район, республикалағы еңеүҙәрендә сағыла. Был бөтә уҡытыусылар эшмәкәрлегенә баһа була. Тынғыһыҙ Бәшир Әҡсән улы хаҡлы ялда ла йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша.
Ҡатыны, БР мәғариф алдынғыһы Зилә Зиннур ҡыҙы менән Лена һәм Айгөл исемле ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары юғары белем алып, ғаилә ҡороп, матур донъя көтәләр. Өс ейән, өс ейәнсәргә яратҡан олатай-өләсәй улар.
Гөлнара ҒИНИӘТОВА.