Тәпән ауылының хөрмәтле уҙаманы Мөнир Мансуровтың хеҙмәткә арналған ғүмере икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙы иңләп, үҙе үҫтергән туҡ алтын башаҡтарға һоҡланып үткән. Һәр кемдең яҙмышы алдан яҙыла тиеүҙәре хаҡтыр, Маһисара менән Нурғәле Мансуровтар ғаиләһендә ялан батырҙарына дан йырланған һабантуй мәлендә донъяға килгән ул. Тап шуға бөтә тормошо иң кәрәкле, изге һөнәр — иген үҫтереүгә бәйле булғандыр, моғайын.
Яңыраҡ 85 йәшлек юбилейын билдәләгән Мөнир Мансуров йылдар шауҡымына һис бирешмәй, һаман егеттәрсә төп-төҙ баҫып, атлап түгел, йүгереп йөрөй. Беҙ барғанда иртә менән ихатаһында эш менән була ине. Хәтере лә шәп, 50-60 йыл элек булған ваҡиғаларҙы көнө, сәғәте менән тигәндәй һөйләне. Уҙамандың ғүмер йомғағын һүтеп, оҙаҡ әңгәмәләштек.
Мөнир Нурғәли улының бала сағы һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килә. Аслы-туҡлы үҫкән быуын икмәк ҡәҙерен, хеҙмәт тәмен яҡшы белә. Тиҫтерҙәре кеүек үк, бәләкәйҙән ауырлыҡтарға сынығып, эшһөйәр, тырыш булып үҫкән. Тыуған ауылы Тәпәндә башланғыс кластарҙы тамамлағас, көн дә йәйәүләп Ишҡолға йөрөп уҡый. Ул мәлдә күрше ауылда ете йыллыҡ мәктәп була. Зирәк, сос үҫмер Асҡар урта мәктәбен тамамлай. 12-13 йәшенән йәйге каникулдарын урындағы хужалыҡта бесән әҙерләшеп үткәргән Мөнир Мансуров хеҙмәт юлын Калинин исемендәге колхозда башлай. Белгестәргә ҡытлыҡ кисергән хужалыҡ етәкселеге булдыҡлы егетте Дыуан ауыл хужалығы техникумына уҡырға ебәрә. 24 йәшендә Мөнир Нурғәле улы агроном дипломы алып, районға эшкә ҡайта. Йәш, өмөтлө белгесте Әбйәлилдең төрлө совхоз-колхоздары үҙенә эшкә саҡырып ҡарай, әммә тыуған еренә береккән ир-егет сит яҡтарға китеүҙе уйламай ҙа. Шул мәлдән алып Мөнир Нурғәле улы тыуып-үҫкән ауылынан айырылмай, бар ғүмерен иген үҫтереүгә арнай.
Йәш агроном ай ярым эшләп тә өлгөрмәй, уны хужалыҡ етәкселеге колхоздың баш агрономы итеп тәғәйенләй. Үҙенә ҙур ышаныс белдергәс, артабан юғары белем алыу өсөн ситтән тороп ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Бойҙай үҫтереүгә арналған диплом эшен бик ентекләп яҙа, уҡытыусылары уны фән юлынан китергә, ғилми диссертация яҡларға өгөтләй. Тик тыуған ере, баҫыуҙары уны үҙенә тарта. Диплом эшендә яҙғандарын сос ғәмәлдә һынап ҡарарға ашҡына.
– Ул мәлдәрҙә тос башаҡтарға тулышып, алтынланып ятҡан сәсеүлектәрҙең осо-ҡырыйы күренмәй ине. Бойҙай колхоз-совхоздар өсөн төп культура һаналды, ҙур иғтибар бирелде, — тип алыҫта ҡалған гөрләп эшләгән саҡтарын иҫләне Мөнир Нурғәле улы. — Мин “Һарытау-29” сортын күп үҫтерҙем. Беҙҙең яҡтың ҡырыҫ тәбиғәт шарттарын үҙ иткән, мул уңыш биргән сорттарҙың береһе булды, ә икмәге нисек тәмле ине?! Тик ниңәлер перспективаһыҙ һанап, уны сәсмәҫкә тигән ҡарар сығарылды. Шул осорҙа районға партия өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакиров килде. Үҙебеҙҙең дәлилдәрҙе килтереп, ошо сортты сәсергә рөхсәт һораныҡ һәм тағы бер-нисә йыл буйы иктек. Артабан беҙ “Һарытау-35”, һуңыраҡ “Һарытау-55” сорттарын үҫтерҙек һәм мул уңыш алдыҡ.
Мөнир Мансуров оҙаҡ йылдар Калинин исемендәге колхоздың баш агрономы, рәйесе лә була. Колхозды етәкләгән осорҙа Ишҡолда ике ҡатлы урта мәктәп төҙөлөшөн башлауҙы хәстәрләй.
— Ғүмеремдең бер көнө лә бушҡа үтмәне. Ул саҡта халыҡ берҙәм, бөтәһе лә дөйөм эш өсөн янып торҙо. Ауылдаштар менән бергә колхозыбыҙҙы күтәреү өсөн күп көс һалдыҡ. Мул уңыш алғас кәйефтәр ҙә көр булды. Хатта үҫтерелгән игенде һаҡлау өсөн келәттәр етмәне, — ти хеҙмәт ветераны.
Ялан батырының көн-төн менән һанашмайынса башҡарған эше, тырышлығы хөкүмәт тарафынан юғары баһаланған. Мөнир Нурғәле улы Почет Билдәһе ордены, “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән, “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы, Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә бронза миҙалын алған. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та абруй ҡаҙанған. Район Советына һәм ауыл биләмәһендә бер-нисә тапҡыр депутат итеп һайлана.
Бер көнөн бушҡа сарыф итмәгән кеше хаҡлы ялда ла буш ултырмай, һәр кемгә һүҙе үткән, ауылы яҙмышына битараф булмаған уҙаманды староста итеп һайлайҙар. Үҙен яҡшы ойоштороусы итеп күрһәтә, ауыл халҡын туплап, урамдарҙы төҙөкләндереү, таҙа тотоу буйынса өмәләр уҙғара. Тынғыһыҙ йәмәғәт эше өсөн Рауил ауыл биләмәһенең Почетлы гражданы исеме бирелгән.
Мөнир Нурғәле улы ҡатыны Зәйнәп Хәкимйән ҡыҙы менән дүрт бала тәрбиәләп, белем биргәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығына ғүмер юлдашын, ҡыҙын юғалтыу ҡайғыларын кисерергә тура килә. Яҙмыш һынауҙарын еңергә яҡындарының терәк-таяныс булыуы ярҙам итә. Әлеге ваҡытта Сулпан Акрам ҡыҙы менән матур итеп донъя көтәләр, мал тоталар, баҡса үҫтерәләр.
Улы Венер атаһының эшен дауам итеп, крәҫтиән-фермер хужалығын ойоштороуы Мөнир апаға көс-дәрт бирә. Бар белемен, тәжрибәһен файҙаланып, улына ярҙамлаша. Ҡайҙа һәм ҡасан нимә сәсергә, тәрбиәләргә икәнлеген әйтеп тора. Баҫыуҙарҙы ҡарап ҡайтыуҙан да күңеле була.
— Сәстең дә бөттө, үҫер әле тип көтөргә ярамай. Ергә эйелергә, уны ҡәҙерләргә кәрәк. Шул саҡта ғына мул уңышы менән ҡыуандырасаҡ, – ти бар ғүмерен иген игеүгә арнаған, ауыл хужалығын үҫтереүгә күп көс һалған хеҙмәт батыры.
Ауылдаштарының ихтирамын, балаларының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә Мөнир Нурғәле улы. Данлы хеҙмәттә уҙған тормош юлының емештәре тос, ғүмер көҙҙәре сыуаҡ булһын!
Динара САФИУЛЛИНА.