Оло быуын
5 Декабря 2024, 11:51

Талантлы педагог йөҙөнсө артылышта

Байым ауылының иң оло ағинәйе Мәүлиҙә Ирғәлина ғүмеренең күркәм байрамын — 90 йәшлек юбилейын билдәләй.

Беҙҙең редакцияға, күҙҙәре янып торған, дәртле ветеран-уҡытыусы Мәүлиҙә Әбүзәр ҡыҙы килеп инде. Үҙенең кисерештәрен, уй-фекерҙәрен, йөрәк тойғоларын шиғыр юлдарына һалырға оҫта икәнен белә инек. Тағы ла бер шәлкем шиғырҙарын алып килгәйне ул. Шиғырҙарын китап итеп, баҫып сығарыусылар  уның уҡыусылары икән. Күпме йылдар үтһә лә Мәүлиҙә Әбүзәр ҡыҙының дәрестәре, тәрбиәүи әңгәмәләре, кластан тыш саралары уҡыусыларының күңелендә мәңгелеккә һаҡланған.

Мәүлиҙә Ирғәлина 1934 йылдың 28 ноябрендә Айыуһаҙы ауылында тыуған. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Атаһы Әбүзәр Ирғәлин һуғышҡа киткәндә Мәүлиҙәгә һигеҙ, һеңлеһе Мәүлихаға дүрт йәш кенә була. Әсәһе Мәғәйшә колхоздың иң ауыр эштәрендә йөрөй, ҡыҙҙар өй эштәрен тарта: һыу ташый, урмандан сыбыҡ-сабыҡ йыя, әсәһенең эшендә ураҡ эштәрендә лә, һыйыр һауыуҙа ла ярҙам итәләр. 
Мәүлиҙә Әбүзәр ҡыҙының атаһы Бөйөк Ватан һуғышында  һәләк була. Бөтә донъя йөгө Мәүлиҙәнең әсәһе иңенә төшә. Үҙенең ике ҡыҙын һәм ике ҡустыһын үҫтереп, аяҡҡа баҫтыра 24 йәштә генә тол ҡалған ҡатын. Мәүлиҙә тыуған ауылында башланғыс кластарҙы, Ташбулатта ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Артабан Темәс башҡорт педагогия училищеһына уҡырға инә һәм 1953 йылда ҡулына диплом ала. Уҡыу йортон яҡшы билдәләргә тамамлаған Мәүлиҙәгә училище етәкселеге Өфө педагогия институтына юллама бирә. Тик артабан уҡыуын дауам итеү мөмкинселеге булмағанлыҡтан, юллама педучилищегә кире ҡайтарыла. Йәш белгес Салауат һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Буласаҡ тормош иптәшен,  уҡытыусы Булат Ғүмәр улын да ҡыҙ ошо мәктәптә осрата. 
  1958 йылдан Байым урта мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыта. Мәүлиҙә Әбүзәр ҡыҙы белем һәм тәрбиә биреүҙә ҙур уңыштарға өлгәшә һәм районда абруйлы уҡытыусылар иҫәбендә була. Ул йылдарҙа ихтирамға лайыҡ, методик яҡтан көслө булған, коллегалары араһында үҙенең тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашҡан тәжрибәле уҡытыусыларға «Өлкән уҡытыусы» исеме бирелә ине. Ихтирамлы уҡытыусы ошо исемде йөрөтә, район һәм республика кимәлендә үткән педагогик уҡыуҙарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙағы сығыштары, Башҡортостан ғалимдәре менән берлектә яңы дәреслектәр әҙерләүҙә ҡатнашыуы Мәғариф министрлығы тарафынан юғары баһалана. 
Уҡытыусының бөтмәҫ эше менән бер рәттән Мәүлиҙә Әбүзәр ҡыҙы профсоюз ойошмаһы комитетын да, башланғыс класс уҡытыусыларының методик берекмәһен дә етәкләй, Шайморатов исемендәге колхоздың йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Оҙаҡ йылдар колхоздың Туйыш бригадаһында агитатор була. Байым ауыл Советының бөтә ауылдарында ла лекторлыҡ эшен алып бара. 
39 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған талантлы педагог 1992 йылда хаҡлы ялға сыға. Хаҡлы ялда ла тик ятмай ветеран уҡытыусы, ул  ауыл биләмәһенең ветерандар ойошмаһын етәкләй. Байымдың  танылған «Әхирәттәр» фольклор ансамбленә лә ошо йылдарҙа нигеҙ һалына, Мәүлиҙә Әбүзәр ҡыҙы ансамблдең әүҙем ағзаһы була. Ваҡытында Римма Вәли ҡыҙы Таһирова етәкләгән был ансамбль бөгөн республикала билдәле. 
Педагогик хеҙмәт ветераны Социалистик ярыш еңеүсеһе билдәһе менән бүләкләнә, Башҡорт АССР-ы, РСФСР Мәғариф министрлығы һәм мәғариф, юғары мәктәп, фәнни учреждение хеҙмәткәрҙәре профсоюз комитетының Почет грамота-лары, «РСФСР мәктәптәренең мәғариф алдынғыһы» билдәһе менән наградланған. В. И. Лениндың 100 йыллығы уңайынан «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалын һәм уҡытыу-тәрбиә эшендә, ғилми тикшеренеүҙәрҙә, социаль-мәҙәни һәм башҡа йәмәғәт эшмәкәрлегендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн Почет билдәһе орденын йөрөтә. Мәүлиҙә Ирғәлинаның фиҙаҡәр хеҙмәте  «РСФСР мәктәптәренең халыҡ мәғарифы алдынғыһы» күкрәк билдәһе менән баһаланған. 
Мәүлиҙә Әбүзәр ҡыҙы тор-мош иптәше уҡытыусы Булат Ғүмәр улы менән дүрт балаға ғүмер бирәләр. Уларҙың бөтәһе лә лайыҡлы тәрбиә алған, юғары белемгә эйә булған, һәр береһе үҙ ғаиләһен ҡорған, хәҙер балалары ла хаҡлы ялда. Ике ҡыҙы уҡытыусы һөнәренә эйә: Зөһрә Өфө ҡалаһының башҡорт лицей-интернатында уҡытҡан, хәҙер ауылға ҡайтып әсәһен ҡәҙер-хөрмәт менән ҡарай. Әйткәндәй, 31 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған Зөһрә Булат ҡыҙының намыҫлы хеҙмәте «Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы» күкрәк билдәһе менән баһаланған. Мәрйәм Сибай ҡалаһының 5-се мәктәбендә  эшләп, 32 йыл педагогик стаж менән хаҡлы ялға сыҡҡан. Яратҡан шөғөлөн әле лә ташламаған. «Мәғариф» милли проектында грант яулап, «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ. Өфө авиация институтын тамамлаған улы Азамат инженер һөнәренә эйә. Ул Өфө моторҙар эшләү производствоһында баш инженер булып эшләй, Оборона министрлығының рәхмәт хаты һәм маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән, Сәһилә ҡыҙы Сибай медучилищеһын тамамлаған, 30 йыл ғүмерен һаулыҡ һағына бағышлаған.  Ирғәлиндарҙың уҡытыусы династияһының бергә йыйған педагогик хеҙмәт стажы 530 йылға тулған. Бар ғүмерен мәғарифҡа биргән ағинәй бөгөн туғыҙ ейән-ейәнсәргә, ун алты бүләһенә бәхетле өләсәй ҙә. 
«Шиғыр яҙырға бала саҡтан яраттым. Уҡыусылар менән эшләгәндә, аҙаҡ ветерандар ойошмаһын етәкләгәндә был шөғөлөм бик кәрәк булды, әммә  ижадымды тупламағанмын. Олоғайғас кешенең тормошҡа ҡарашы үҙгәрә. Туғандарҙың, дуҫ-иштәрҙең ҡайғы-шатлыҡтарын уртаҡлашаһы, шиғри юлдарға кисерештәремде теҙеп, нисектер ярҙам итәһе килә. Шуғалыр ҙа инде һуңғы яҙылған шиғырҙарым яҡындарыма бағышланған. Мин балаларымдың уңыштарына ҡыуанып, уларҙың изгелеген-игелеген күреп, барыһына ла һаулыҡ, муллыҡ теләп йәшәйем», — тип уй-хистәре менән бүлешә Мәүлиҙә Әбүзәр ҡыҙы.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтан да ҡотлау хаты алып шатланған ветеран-уҡытыусы. Унда: «Һеҙҙе оло юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайым. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтегеҙ үҙ эшегеҙгә тоғролоҡ, юғары яуаплылыҡ һәм профес-сионализм өлгөһө булып тора», — тигән хаҡ һүҙҙәр бар.
Юбилярға ҡыуаныслы көндәр, ауырыу-һыҙланыуһыҙ оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, яҡындары ҡыуандырып йәшәүен теләйбеҙ. Хеҙмәт ветераны бер-нисә шиғырын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итә. 
Гөлнара ШАКИРОВА.

Читайте нас