— Үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп бала саҡтан ҡурҡыу белмәгәнмен икән тип уйлайым. Беҙ урамда уйнап үҫтек, һөрлөгөп йәрәхәтләнһәк тә, йә ҡолап төшөп имгәнһәк тә, өйгә ҡайта белмәнек. Шул саҡта уҡ әхирәттәремдең кимәлйегән-сыҡҡан быуындарын үҙбелдеккә урынына ултыртып булаша инем. Күбеһенсә бармаҡтар йәрәхәтләнә ине. Ауыртҡан быуынды ыуып-ыуып йылытам да — тартам, «шыҡ» итеп ҡалһа, урынына төштө тип артабан уйынды дауам итеп китә торғайныҡ. Башты еп менән үлсәп мейе лә ҡаға инем. Уны ҡайҙан белгәнемдер? — тип тәүге ярҙам күрһәткән мәлдәрен көлөп иҫкә алды Фәрүәз Насип ҡыҙы.
«Уны ҡайҙан белгәнемдер?» — тип ғәжәп ҡылһа ла, һорауға яуапты йыраҡтан эҙләргә түгел. Бала аҡылы менән әһәмиәт бирмәһә лә, быуын ултыртыуҙы, мейе ҡағыуҙы ул өлкән өләсәһенән күргән, өйрәнеп тормаһа ла, нисек әмәлләгәнен аңына һеңдереп ҡалған булған.
— Иҫ белгәндән өләсәйҙәрҙе өлкән, бәләкәйгә бүлеп йөрөттөк. Уларҙың кемдең кеме булыуын да, исемен дә белмәгәнбеҙ. Кейәүгә сыҡҡас ҡына өлкән өләсәйемдең — әсәйемдең өләсәһе, ә бәләкәйе әсәһе икәнен төшөндөм. Шул өлкән өләсәйем халыҡ дауалаусыһы булған. Нәҫелдән күсә торған һәләт булһа, миңә унан бирелгәндер тип уйлайым, — ти геройым.
19 йәшендә Әбделғәзе ҡыҙы Рысҡужаға килен булып төшә. Шул осорҙан серле һәләтен оялып оҙаҡҡа күңел төпкөлөнә бикләй. Йәшләй фермала быҙау ҡараған, унан һыйыр һауған килен Рысҡужала һарыҡсылыҡҡа эшкә төшә. Шунда мал табибы булып эшләгән Варис апа Әхмәтов ҡулының ипкенен тойоп, үҙенең янында йөрөтә, бәрәсләй алмай яфаланған һарыҡтарға булышырға өйрәтә. «Мин олоғайҙым, һиңә мал табибына уҡырға кәрәк», — тип өгөтләй ул, хатта хужалыҡ етәкселегенән Юлдыбайҙағы ауыл хужалығы техникумына йүнәлтмә лә яҙҙыртып алып килеп тоттора. Тик ул ваҡытта инде ике бала әсәһе булған Фәрүәз Ҡаһармановаға уҡыу эләкмәй.
Беҙ ҡапсыҡта ятмай тигәндәй, ара-тирә яҡындарының, таныш-белештәренең сыҡҡан быуындарын төҙәтеп урынына ултыртыуы тураһында яҡшы хәбәр ауылды урап сыға барыбер. Береһенән-береһе ишетеп икенсе ауылдарҙан да, хатта сит райондарҙан да уның ярҙамына өмөт итеп киләләр. Килгәндәрҙе буш ҡайтармай, ҡарап хәленсә дауаларға тырыша. Һөйәк һынған йәки сарсылған булһа, дауаханаға йүнәлтә.
Фәрүәз апайҙың эс һыларға өйрәнеүенә бер осраҡ сәбәпсе була. Ҡайны-ҡәйнә йортонда торған йәш сағында ҡәйнеше эсе ауыртып ҡайтып йығыла. Боронғо кешеләр өшкөрөү ҡөҙрәтенә нығыраҡ ышана бит. Бер мулла бабайҙы саҡырталар. Ул егеттең эсе түбәнләгән тип дауалай. Шунда ҡәйнәһе: «Килен, инеп ҡарап ултыр», — ти. Тиктомалға ғына улай тимәгәндер инде, бәлки, күпте күргән оло кеше киленендә берәй көс барлығын һиҙемләгәндер.
— Уға тиклем эс һылауҙы белмәй инем. Шул мулланан өйрәнгәнемде аҙаҡ һынап ҡараным. Үҙ ғүмеремдә тиҫтәнән ашыу ҡатынды бәпәйле иттем. Иң күбендә 15-шәр йыллап балаға уҙа алмай йөрөгәндәр әсәлек бәхетен татыны. Унан аҙаҡ икешәр-өсәр бала табып алдылар. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары эшкә әрһеҙҙәр, ҡарап тормай ауыр күтәрәләр, шунан эстәре түбәнләй, күптәре түлһеҙмен тип уйлап балаһыҙ ғүмер уҙғара, — ти ул.
Ауылдаштары Фәрүәз апайҙы һыйырҙарҙың акушер-гинекологы тип тә ебәрә. Быҙаулай алмай интеккән малҡайҙарға ярҙам иткән дә ул. Мәле-миҙгеленә ҡарап тормай өйөнән килеп алып китәләр. Яңылыш килгән быҙауҙы ыңғайлатып ебәрһенме, аламаһын һала алмаған һәүкәштәргә булышһынмы – белмәгәне юҡ тиҙәр уның хаҡында. Һәр эшкә тәүәккәл, ҡыйыу тотона, ерәнеп-екһенеп тормай тип хөрмәт итәләр.
Үҙе тураһында бик күп һөйләп, маҡтанып ултырмай. Үрҙә бәйән иткәндәремде көскә ауыҙынан һурып тигәндәй сығартып алдым һәм ауылдаштарының һөйләгәндәре менән тулыландырҙым.
Тәбиғәттән бирелгән хикмәтле һәләтен иҫәпкә алмағанда ул ябай, ғәҙәти бер ҡатын. Тормош иптәше менән биш бала үҫтереп эйәле-башлы иткәндәр. Бала баҡҡан арала 14 йыл һарыҡсылыҡ фермаһында, унан 13 йыл урмансылыҡта питомникта эшләргә өлгәргән. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, Тирмәндәге «Орлец» мәрмәр заводында һаҡсы булып йөрөгән. Иптәшенең вафатына йыл ярым хәҙер. Яңғыҙмын тип төшөнкөлөккә бирелмәй, мал көтөп, донъяһын алға тартып, бөхтәлектә-тәртиптә йәшәп ятыуы. Ҡул эштәренә лә маһир, мәрйен теҙеп биҙәүестәр яһаһынмы, ҡорамалар ҡораһынмы – ҡулынан килмәгән эше юҡ. Тағы ла Фәрүәз Ҡаһарманова ауылдың мәҙәни тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. «Ҡыҙылым» фольклор ансамбле ағзаһы. Ансамбль менән «Байыҡ»та ҡатнашып, республика кимәлендә урын яулағандар. Ғүмеренең етенсе тиҫтәһен ваҡлағанда ла ҡыҙҙар кеүек шәп әле ул. Һеңлеһе менән алмашлап олоғайған әсәһен ҡарайҙар. Оҙаҡ йәшәүселәр нәҫеленән улар. Өләсәһенең: «Һеҙгә йәшемде бирәм», — тип әйткәне килеп, Фәрүәз апайға Хоҙай Тәғәлә һаулыҡ-ғүмерен бирһен, уның шифалы ҡулдарының көс-ҡөҙрәте, име бик күптәргә етһен ине.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.