Асҡарға барған һайын Тыл хеҙмәтсәндәренә һәм һуғыш балаларына ҡуйылған үҙенсәлекле һәйкәл янынан үткәндә уның кешеләр күп йөрөгән урынға ҡуйылыуына рәхмәттәр уҡыйым. Һәйкәлдәр бит тереләр өсөн. Һөйләр һүҙем дә Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы тыл ҡаһармандары — әсәй-ҡәйнәләр тураһында. Улар хаҡында Әсә көнө байрамы уңайынан һөйләмәһәң, ҡасан һөйләйһең?!
Беҙҙең тиҫтерҙәребеҙҙең әсәй-өләсәйҙәре икенсе Бөтә донъя һуғышының ауырлығын үҙ иңдәрендә татыған, уның эҙемтәләрен үҙ күҙҙәре менән күргән ҡатындар булды. Әсәйем, Әсәҙуллина Бибирауҙа Нурғәле ҡыҙы 1917 йылда Тәпән ауылында тыуған. Һуғышҡа тиклем уның өс улы тыуа. Әмир, Дамир, Данил ағайҙарҙың атаһы Разаитдиндың артабанғы яҙмышы миңә билгеһеҙ.
Ире фронтҡа алынғас, әсәйем колхоз эшенә егелә. Һуғыштан һуң, 1949 йылда Әбделмәмбәт ауылынан атайым Сәхәүетдин Тайсин менән яҙмышын бәйләй. Улар алты балаға ғүмер бирә. Әлеге ваҡытта өсәүебеҙ иҫәнбеҙ: Гөлшат һеңлем Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылында, Маһира Магнитогорск ҡалаһында йәшәйҙәр.
Ҡәйнәм Маһинур Вәлиәхмәт ҡыҙы ла 1917 йылғы. Ул Ишбулды ауылы Заһита Шаһивәли ҡыҙы һәм Вәлиәхмәт Ғилман улы Ғүмәровтарҙың күп балалы ғаиләһендә кинйә бала була. Ипле, эшкә егәрле, намыҫсан булып буй еткергән ҡыҙ 1934 йылда Ишбулдыға уҡытыусы булып килгән Ҡаҙмаш егете Ғәлиәкбәр Тимербаевҡа тормошҡа сыға. Һуғышҡа тиклем уларҙың өс балаһы тыуа. Тик ҡыҙылса сиренән 1940 йылғы Фәниәләре генә иҫән ҡала. Ул хәҙерге ваҡытта Атауҙы ауылында йәшәй. Өс бала тәрбиәләп үҫтерҙе, өлкән улы Иштимер Йәнгелдә төпләнгән, ҡыҙы Зәлифә Ейәнсура районында, улы Азамат Өфөлә йәшәй.
...Ҡайным һуғышҡа китер алдынан ғаиләһен әсәһе янына, Ҡаҙмашҡа күсерә. Тик бер аҙҙан ҡәйнәмде Абдулла ағаһы кире Ишбулдыға алып ҡайта һәм һуғыш бөткәнсе әсәһе, апайы Хөснә инәй һәм балалары менән ғүмер итәләр. Ҡайным һуғыштан 1946 йылда ғына ҡайтып төшә һәм ғаиләһен «Йәнгел» совхозының өсөнсө бүлексәһенә күсереп ала.
Һуғышта алынған яраларҙан мандый алмай 1951 йылда вафат була ул. Абдулла ағаһы ҡәйнәмде балалары менән тағы Ишбулдыға алып ҡайта. Землянка эшләп, ике балаһы һәм Заһита өләсәй менән йәшәйҙәр. Ҡәйнәмдең әсәһе 1964 йылда 94 йәшендә гүр эйәһе була, был мәлдә ейәне Ишмөхәмәт Сибай медучилищеһы студенты була.
Шулай итеп, әсәйем дә, ҡәйнәм дә аҙ һүҙле, эшкә маһир, хәстәрлекле һәм тирә-йүндәгеләргә ихтирамлы булдылар. Осрашһалар һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәҫ ине, нимәгәлер күңеле төшһә, икеһе лә: «Иих, булмаһа булмай икән шул күмәс икмәк баҙарҙа», — ти торғандар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар икеһе лә 1996 йылда вафат булдылар. Йәндәре йәннәттә булһын.
...1971 йылда Ишмөхәмәт Ғүмәровҡа тормошҡа сыҡтым. Ҡәйнәмә 54 йәш ине, ул киләһе йылына пенсияға сыҡты. Ғаилә бәхетен арттырып, улыбыҙ Айҙар тыуҙы, 1975 йылда икенсе улыбыҙ Илһам донъяға ауаз һалды һәм беҙ Хәлил ауылына күстек. 15 йыл Хәлилдә, 12 йыл Ташбулатта йәшәнек. Ирем мәктәп директоры, мин математика уҡытыусыһы булып эшләнем. Мәктәптә эшләгәс, ҡәйнәм донъябыҙҙы ҡараны, улдарыбыҙҙы тәрбиәләне.
Ҡәйнәм менән 25 йыл бергә йәшәнем, 1996 йылда өс ай ғына ауырып, ул баҡыйлыҡҡа күсте.
Нәҡ ошо мәлдә Ишмөхәмәт Ғәлиәкбәр улын район етәкселеге Ишбулды ауылында һалына башлаған мәктәп бинаһын тиҙерәк файҙаланыуға тапшырыу өсөн директор итеп тәғәйенләнеләр. Ташбулатта ике йыл яңғыҙ йәшәргә тура килде. Бына шул ваҡытта мин ҡәйнәмдең ғаиләбеҙҙең ҡәлғәһе булған икәнлеген аңланым. Уның әхирәттәре Ғәҙилә һәм Хөсниямал апайҙар минең янымда йыш булдылар, ҡәйнәм тураһында йылы хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Уйлап ҡараһаң, ҡайһы ауылда ғына йәшәһәк тә, ҡәйнәм тирәһендә ипле, эшлекле, аҡыллы һәм динле ҡатын-ҡыҙҙар тупланған булған.
Улдарыбыҙ ҙа яратҡан өләсәләре яҡты донъяларҙан киткәс, шаңҡып ҡалдылар. «Өҫтәлдә самауыр һәр саҡ шыжлап ултырмай», «Ҙур табала бешкән кетерләп торған картуф юҡ», «Ауыҙҙа иреп торған тәмле йыуасалары һағындыра өләсәйҙең» — өләсәйҙәренең тәмле ризыҡтарын һағынып, ошондай һүҙҙәрҙе әленән-әле ҡабатланылар. Тимәк, ғаиләлә өләсәй улар өсөн иң кәрәкле кеше булған.
Ҡәйнәм һуғыш осорондағы башҡа ҡатын-ҡыҙҙар кеүек ауырлыҡтарҙың барыһын да үҙ иңендә күтәргән. Колхозда атын да ҡараған, бесәнен дә сапҡан, ырҙын табағында ла эшләгән, сәсеүҙә лә ҡатнашҡан, аш бешереүсе лә булған, кистәрен ҡатындар менән бергәләшеп һалдаттарға ойоҡбаштар һәм бирсәткәләр бәйләгән, хатта мылтыҡтан атырға өйрәнергә лә йөрөгән. Ул бөтә эшкә лә маһир булды. Мин унан, мәҫәлән, күбек майы яһарға, «ҡарға бутҡаһы» бешерергә, юрған күбергә, йөн иләргә, өсбармаҡлы бирсәткә бәйләргә, икмәк бешерергә, ололарҙы саҡырып хөрмәт итергә һәм башҡа эш серҙәренә төшөндөм. Ҡәйнәнән алған тормош һабаҡтары донъя көткәндә һәр саҡ кәрәк булды.
2021 йылдың март айында Ишбулды ауылы клубында алтын парҙарҙы тәбрикләү кисәһе үткәрелде. Сараны алып барған Мөслимә Моталова минән: «Айһылыу апай, һеҙҙең ҡәйнә менән оҙаҡ йылдар татыу йәшәүҙең сере нимәлә?» — тип һорағайны шунда. «Улым һиңә әйтәм, киленем һин тыңла» тигән халыҡ әйтеменә таянып йәшәнем», — булды яуабым.
Ҡәйнәм улы Ишмөхәмәттең белемле, эшһөйәр, маҡсатлы һәм тырыш, ғөмүмән, йәмғиәткә файҙалы кеше булып үҫеүенә бөтә ғүмерен бағышлаған кеше. Улының уҡытыусы һөнәрен һайлауына сикһеҙ ҡыуанып йәшәне ул.
Үҙем дә күптән инде ҡәйнәмен, ете ейән-ейәнсәргә өләсәймен. Килендәрем дә «ҡәйнә» тип өҙөлөп торалар.
Хәҙер йәш елкенсәк араһында донъя көтөүгә еңелерәк ҡарағандар ҙа бар бит. Уларға ҡәйнә-ҡайнынан айырым йәшәү өсөн әҙер өй йә фатир булыуы кәрәк. Шуға ла яңғыҙ йәшәгән ололар күбәйә башланы.
Ғүмер — урындыҡтан тупһаға тиклемге араны үтеү генә тип бик дөрөҫ әйтәләр. Тимәк, ҡыҙҙарыбыҙҙы тәрбиәләүгә битараф булмаҫҡа, уларҙы оло йәштә-геләргә ихтирам менән ҡарарға өйрәтергә тейешбеҙ, йәмғиәтебеҙгә илен һәм телен һөйгән йәш быуын тәрбиәләргә бурыслыбыҙ.
Ысынлап та, был донъя мәңгелек түгел бит. Һәммәбеҙ ҙә баласаҡты, унан һуң йәшлекте үткәрәбеҙ, унан инде оҙаҡ көттөрмәй ҡартлығына ла етәбеҙ. Бәхетле ҡартлыҡ кисереү өсөн ҡыҙҙарыбыҙға матур тәрбиә бирәйек, әхирәттәр. Әсәй булғас, ҡәйнә лә булабыҙ бит, шуны онотмайыҡ һәм беҙ, әсәйҙәр, аҡыллы ҡәйнә лә була беләйек.
Айһылыу ТИМЕРБАЕВА.
Ишбулды ауылы.