Оло быуын
9 Декабрь 2024, 08:38

Быуатҡа яҡын ғүмер

Йылан йылының иң оло вәкилдәре — быуатҡа яҡын оҙон ғүмер кисереүсе хөрмәтле тыл һәм хеҙмәт ветерандары ла бар Әбйәлилдә.

Мәхмүт ауылында йәшәүсе 96 йәше менән барған Сәүҙә инәй Насирйәнова, Хоҙай насип итһә, 2025 йылда ғүмеренең  8-се мөсәлен тултырасаҡ. 
Тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татыған Сәүҙә Ханнан ҡыҙы. Үткән быуаттың шанлы репрессиялары, коллективлаштырыу осоро, дәһшәтле һуғыш йылдары шаһиты ул. Бөтә замандаштары кеүек бала ғына көйө иртә йәштән эшкә егелә. Хеҙмәт юлдары Ҡаҙмаш ауылы ҡыҙын Йүрүҙән яҡтарына алып китә. Мәхмүт ауылына килен булып төшөп таштай бата. Тормош иптәше Рафиҡ Нөғәмән улы менән ете балаға ғүмер бирәләр. Сәүҙә инәй колхозда һыйыр һауа, башҡа эштәр ҙә башҡара.   
Күп юғалтыуҙар кисерергә лә тура килгән инәйгә. Дүрт улы, ире вафат булған. Өс ҡыҙына һәм ейән-ейәнсәрҙәренә именлек теләп, ейәнсәре Зәүрә һәм бүләсәре Зөһрә ҡарамағында ҡартлыҡ көндәрен кисерә. Инсульт һуғып сәләмәтлегенә ныҡ зыян килтерһә лә, бирешмәҫкә тырыша. Иҫ-аҡылы теүәл, өйҙән сығып йөрөй алмаһа ла, донъялағы хәл-әхүәлдәр менән хәбәрҙар булып ултыра. 
Сәүҙә инәйҙе иң хафаландырғаны һуғыш. Үҫмерлек  осоронда татыған Бөйөк Ватан һуғышы ауырлыҡтарын һис оноторлоҡ түгел. Беҙ күргәндәрҙе бала-сағаларға күрергә яҙмаһын, илдәр-ара низағтар тиҙерәк баҫылһын ине тип теләй ул.
*     *     *
Ҡаҙмаш ауылынан  Ғәли апа Зәйнуллин 1929 йылдың 13 апрелендә тыуған. Атаһы Хәбиб Зәйнуллин районда тәүге колхоз рәйестәренең береһе була. Ғаиләлә дүрт бала үҫәләр. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Ғәлигә 12 йәш тулып ҡала. Атаһы фронтҡа китә. 1943 йылда Сталинград янындағы ҡаты бәрелештәрҙә контузия ала, балалары бәхетенә тере ҡала. 
«Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы 95 йәшлек апаның түшен биҙәгән иң ҡәҙерле наградаларының береһе. Ғәли Зәйнуллин 41 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә, шуларҙың 36 йылын Ҡаҙмаш урмансылығында мастер булып үткән. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн ул 1989 йылда БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы указы менән «Хеҙмәт ветераны» миҙалына лайыҡ булған. Бөйөк Еңеүҙең 50, 60, 65 йыллығы юбилей миҙалдары менән дә бүләкләнгән. 
Ғүмер юлдашы Нәзифә Дилмөхәмәт ҡыҙы менән парлы ғүмер кисереүҙәренә 72 йыл тула. Инәйгә 2025 йылда 90 йәш була. Зәйнуллиндар ете бала — ике ул һәм биш ҡыҙға ғүмер биргән. Ул-ҡыҙҙары хәҙер үҙҙәре олатай-өләсәй булған. 
Туҡһанды артмаҡлап, йөҙгә етеп килгән Ғәли апа үҙ аяғында, зиһен теүәллегендә бәхетле ҡартлыҡ көндәрен кисерә. 
Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Читайте нас