Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
9 Декабрь 2024, 14:48

Райондың иң яҡшы имам-хатибы

2023 йыл йомғаҡтары буйынса Гусев ауылының имам-хатибы Муса Боҫҡонов райондың иң яҡшы имам-хатибы тип танылды һәм уға район хакимиәтенең дипломы һәм ҡиммәтле бүләк тапшырылды.

2023 йыл йомғаҡтары буйынса Гусев ауылының имам-хатибы Муса Боҫҡонов райондың иң яҡшы имам-хатибы тип танылды һәм уға район хакимиәтенең дипломы һәм ҡиммәтле бүләк тапшырылды. Был маҡтаулы исемгә Муса Мөхәмәт улы, ысынлап та, лайыҡ, сөнки нәҡ уның башланғысы һәм тырышлығы менән Гусев ауылында иман йорто ҡалҡып сыҡты һәм ул бөгөн халыҡҡа хеҙмәт итә. 

Районда элек-электән дин яғынан көслө һаналған Ишбулды ауылында йәшәгән Гөлсирә һәм Мөхәмәт Боҫҡоновтарҙың алты балалы ғаиләһендә икенсеһе булып тыуа Муса. 
— Дин тыйылған йылдарҙа ла ауылда атайым бер төркөм апа-ағайҙар менән бергә айырым йорттарға йыйылып намаҙ уҡый торғайнылар, — ти бала саҡ хәтирәләренә бирелеп Муса ағай.
Әлбиттә, ата-әсәһе намаҙҙа булғас, бәләкәйҙән аҙан тауыштары ишетеп үҫкән балаларҙа дин менән ҡыҙыҡһыныу, Аллаһҡа ышаныу көслө була.
— Атайымдан пәйғәмбәрҙәр тарихын ишетеп үҫтек. Әсәй, атай яғынан да туғандар дин юлында булдылар. Әсәйемдең атаһы Ҡазыхан хажи өс тапҡыр хаж ҡылған. Әсәйҙең туғандарының күптәре халыҡты дауалаусы булараҡ билдәле булғандар. Атайымдың атаһы Тимерйәр указной мулла булған, ул Зәйнулла ишанда 6 йыл, Бохарала 7 йыл белем алған. Олатайыбыҙ көслө халыҡ дауалаусыһы ла булған, — тип дауам итте ул. 
Бөгөнгө көндә Боҫҡоновтарҙың ул-ҡыҙҙарының барыһының да биш намаҙҙа булып, кеше дауалауы, күренеүенсә, нәҫелдән килә икән. Муса ағай үҙе лә мөрәжәғәт итеүселәрҙе Ҡөрьәндән сүрә-доғалар уҡып өшкөрә. Асҡарҙа йәшәгән ҡарындашы, оҙаҡ йылдар физкультура уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Зөлфирә Мөхәмәт ҡыҙы ла халыҡ дауалаусы булараҡ тирә-яҡта билдәле. Тыуған ауылында донъя көткән Әхтәм мулланың ҡулының көсө бар. Хәлилдә йәшәгән Флүрәнән дә халыҡ өҙөлмәй. Боҫҡоновтарҙың әсәһе, Гөлсирә апай ҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙе буш сығармай.
— Әсәй әле лә бирешмәй, беҙҙе тәртипкә өйрәтеп, дин тәңгәлендә тәрбиәләп тора. Ғаиләлә иң ҙуры булған, Силәбелә хәрби хеҙмәт юлын үткән ағайым Рамаҙан менән Әсмә еңгәй ҙә дин юлында, хаж ҡылдылар. Әхтәр ҡустым да хажи ине, ғилми эш менән шөғөлләнде, шул уҡ ваҡытта биш намаҙын да ҡалдырманы. Ул Сибайҙа колледж асыуға өлгәшеп, шунда дини дәрестәр алып барҙы. Тик ҡаты сир арҡаһында ул яҡты донъяларҙан иртә китте, шулай ҙа ике сығарылышты уҡытып сығарыуға өлгәште, — тип һөйләй туғандары хаҡында оло бер ғорурлыҡ менән Муса Мөхәмәт улы. — Мин дә хаж ҡылдым, күптән түгел Әхтәм ҡусты ҡатыны менән һәм Зөлфирә ғүмрә хаж  ҡылып, изге ерҙәрҙә йөрөп ҡайттылар.
Әлбиттә, күңелендә дингә ынтылыш көслө булһа ла, ул дәүерҙә бөгөнгө кеүек мәктәптән һуң дини уҡыу йорттарына инеү тураһында уйлау мөмкин дә булмай. Мәктәпте тамамлағас, Муса Боҫҡонов Магнитогорск ҡалаһындағы төҙөлөш техникумына уҡырға инә. Ил алдындағы изге бурысын намыҫлы үтәп ҡайта. Унан инде Магнитогорск металлургия комбинатына эшкә урынлаша. Тырыш, үҙ эшен һәр саҡ ҙур яуаплылылыҡ менән башҡарған Муса Мөхәмәт улы ябай эшсенән мастер, бригадирға тиклем хеҙмәт юлы үтә. Комбинатта оҙаҡ йылдар эҫе цехта эшләгәндәргә хаҡлы ялға 50 йәштән сығыу мөмкинлеге бирелә, ошонан файҙаланып, Муса Боҫҡонов иллене тултырыу менән пенсияға китә. Был эшҡыуарлыҡҡа «йәшел юл» асылған осорға тура килә: үҙ эшен булдырып, районда һатыу эше менән булышырға ҡарар итә һәм уға Гусев ауылында буш торған бинаны магазин итеп алырға тәҡдим итәләр. Башта эшен ҡалала йәшәп алып барһа, 1997 йылда иһә Боҫҡоновтар Гусев ауылында өй һатып алып, ошонда төпләнә.
Намаҙға баҫҡан Муса Мөхәмәт улы Сибай ҡалаһындағы «Тәҡүә» мәсетендә Әғләметдин хәҙрәттән дин дәрестәре ала. Унан инде ситтән тороп, Өфөлә «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә белем эстәй. Гусевҡа күсеп килгәс, йома намаҙҙарына Йәнгел, Таҡһыр мәсеттәренә йөрөй. 
— Таҡһырҙың имамы Намаҙбай ағай, хәҙер мәрхүм инде, миңә Гусевта мәсет һалырға тәҡдим итте. Был хаҡта шул саҡтағы ауыл хакимиәте башлығы Ҡасим Мостафин менән һөйләшкәс, ул: «Үҙебеҙ эшләмәһәк, берәү ҙә ситтән килеп эшләп бирмәҫ», тип дәртләндереп ебәрҙе. Мәхәллә төҙөнөк һәм ауылдың иң бейек урынынан мәсеткә ер бүлделәр, — тип һөйләй ауылда иман йорто төҙөлөшө башланыуы хаҡында имам-хатиб. 
Әлбиттә, төҙөлөш өсөн тейешле органдарҙан рөхсәт алырға, диләнкә бүленгәс тә, ағасын йығып-сығарыуҙы ойошторор өсөн дә күп йөрөргә тура килә Муса Мөхәмәт улына. Нисек кенә ҡыйын булһа ла, уйлаған уйынан кире ҡайтмай ул.
— Нимә генә тиһәң дә ауылда мәсет булһа, халыҡ иманға ынтыла, иман бар ерҙә, тәртип була. Шулай итеп, Аллаһҡа тәүәккәлләп, халыҡ ярҙамына өмөт итеп, эште башлап ебәрҙек, — ти Муса ағай. 
Ауыл халҡының, дуҫ-иштәренең, таныштарының һәр эштә мөмкин тиклем ярҙам  итергә ынтылып тороуы уға көс-дәрт өҫтәй.
2012 йылдың октябрендә үткән нигеҙгә таш сығарған тәүге өмәлә 22 кеше ҡатнаша. Ташты ташыуға «Завет» хужалығы етәксеһе Ғамир Ғәлләмов КамАЗ машинаһы, мәктәп директоры Ирек Әхмәтйәнов трактор менән ярҙам итә. Нил Ғәйзуллин менән Ишдәүләт Абдрахманов үҙ тракторҙары менән ярҙамға сығалар. Нигеҙҙе лә күмәкләп ҡаҙып, эшләйҙәр. Һыуыҡ төшкәнсе шлакоблоктан бинаның алты рәтен күтәрәләр. 
Ҡыш үтеп көндәр йылыныу менән ике үзбәк егетен яллап, бинаның стеналарын күтәртеп, башын ябалар, эске биҙәү эштәрен дә улар баш-ҡара. Эшселәрҙе Фәриҙә апай Сафина үҙ өйөндә йәшәтә, уларға ашарға ла әҙерләй.
— Ауыл халҡы ярҙам итмәһә, был ҙур эште атҡарып сығып булмаҫ та ине.   Фәриҙә Сафина, Роза Сафиуллина, Зифа Ғәлиуллина, Рәйлә Мөхәмәтйәрова һәм Венера Шәйхисламовалар халыҡтан даими иғәнә йыйҙылар. Өмәләргә ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һәр саҡ дәррәү сыҡты, — тип бөгөн булһа рәхмәтле төҙөлөшкә  ярҙам ҡулы һуҙғандарға Муса Мөхәмәт улы. — Төҙөлөшкә ярҙам итеүселәрҙең һәр береһенең исемен атап бөтөп булмай, әлбиттә. Шулай бик күп кешеләрҙең, ойошмаларҙың матди һәм ҡул ярҙамы, тел ярҙамы менән Аллаһ йорто 2016 йылда сафҡа инде.
Силәбе өлкәһе Ҡарабулаҡтан Ихсан Хаҡыев, Магнитогорскиҙан «Стекло у Альберта» ойошмаһы директоры Альберт Павлов, «Әбйәлил сорт участкаһы» хужалығы етәксеһе Сергей Гусевтың индергән өлөшө һиҙелерлек. Имамдың, үҙенең аҡсаһы ла аҙ китмәй, әлбиттә, төҙөлөшкә. Билдәле эшҡыуар, райондағы бөтә иман йорттарын да газлы иткән Дамир Аллаяров Гусев мәсетенә лә газды бушлай индерә. Ғөмүмән, иман йорто төҙөлөшөнә аҡса алмайынса, эскерһеҙ ярҙам итеүселәр аҙ булмаған. Мәҫәлән, бинаның эсенә пластик торбаларҙы Фәтих Сафиуллин иптәше Мирфат менән ҡуйып биргән. Фәнис Ғәлин үҙенең бригадаһы менән мәсетте кәртәләгән һәм ҡапҡаһын эшләгән. Олег Васильев һыуға скважина ҡаҙған. Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән яҡташыбыҙ, бөгөн ҡала мәсеттәренең береһендә имам булған Алмаз Зарипов, Заһит Дәүләткирәев Аллаһ йортоноң манараһын эшләүгә тос өлөш индергәндәр. Был эшкә  Вәкил ағай Тайсин халыҡтан иғәнә йыйып биргән.
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр тигәндәй, Муса ағайҙың Магнитогорскиҙа йәшәгән улы Мөхтәр мәсеткә тәҙрәләр алыуҙа ярҙам иткән. Иман йортондағы йыһаздар Муса Мөхәмәт улының оҫта ҡулдары менән яһалған. 
Шулай итеп, тиҫтә йылға яҡын Гусев халҡын  иманға әйҙәп ауыл өҫтөндә аҙан тауыштары яңғырай. Мәсеттә дини йолалар даими уҙа: яңы өйләнешкән парҙар никах уҡытырға киләләр, шулай уҡ яңы тыуған балаларға исем ҡуштырыусылар ҙа аҙ түгел. Диндарҙар йома намаҙҙарына йөрөйҙәр, улар араһында йәштәрҙең булыуына ҡыуана имам. «Тимәк, киләсәгебеҙ ышаныслы» — тигән фекерҙә ул. Айырыуса, дини байрамдарҙа: Ураҙа ғәйете, Ҡорбан байрамдарында халыҡ күпләп килә мәсеткә. Рамаҙан айында тәрәүих намаҙҙарын ҡалдырмайҙар.
— Мәсеткә йөрөүселәр өсөн уңайлыҡтар булдырыу маҡсатында тәһәрәтхана өсөн төкәтмә төкөттөк. Ул әҙер тиерлек, әле эске эштәр генә ҡалып килә. Әлбиттә, ул да халыҡтың ярҙамы менән эшләнде, — ти имам.
Муса Мөхәмәт улы Мәхмүт ауыл ҡыҙы Ғәйнур Ғәйфулла ҡыҙы менән ҡулға-ҡул тотоноп, инде 50 йыл бергә ғүмер кисерә-ләр. Ата-әсә наҙына ҡойоноп, ғаиләлә ике бала буй еткергән, бөгөн улар икәүһе лә Магнитогорск ҡалаһында йәшәй, һәр ҡай-һыһы үҙ тормошон ҡорған, балалар тәрбиәләй. Мөхтәр икмәк заводында води- тель, ул ике улға һәм бер ҡыҙға атай. Ленаның ғаиләһендә бер ул һәм бер ҡыҙ үҫә. 
— Теләк шул: олоһо ла, йәштәр ҙә дин юлына тартылһын, иман йортонда күңелдәренә тыныслыҡ, килеп тыуған һорауҙар-ға яуап алһын, сөнки мәсет — Аллаһы Тәғәлә менән аралашыу йорто. Күптәрҙең ауылда ҡайтыр йорттары юҡ, шулай ҙа иман йортона инеп, әрүахтар рухына доғалар ҡылып, Ҡөръән аяттары уҡып, сәй ҡайнатып эсеп сығырға мөмкин, — тине мәсет ишегенең һәр кемгә асыҡ булыуын дәлилләп Муса Мөхәмәт улы. — Мәсет — ул кешеләрҙе донъяға ислам күҙлеге аша ҡарарға өйрәткән рухи һәм мәғрифәтселек үҙәге. Кешегә был донъяла иң ҡиммәтле бүләк итеп иман бирелгән. Әгәр ҙә беҙҙең йөрәгебеҙ дин менән яҡтыртыла икән, тормошта ышаныслы йөрөй аласаҡбыҙ, юлдарыбыҙ һәр саҡ яҡты буласаҡ. 
Әллә ҡайҙан күренеп, балҡып торған Гусев ауылы мәсете манараһы иманға, әхлаҡҡа, яҡты киләсәккә  маяҡ булып тора. Һәр йома көндө ауыл өҫтөндә аҙан тауыштары ишетелһә, күктән ҡояш яҡты нурҙарын һибеп кешеләргә өләшкән кеүек. «Ауылыбыҙҙың мәсетенән аҙан тауышы яңғырағанда, аҡҡан шишмәләр ҙә туҡтап тороп, аҙан тауыштарынан үҙенә илаһи көс туплап, үҙ ағыштарын көсәйткән», — тип юҡҡа ғына әйтелмәгән бит. Иман йорто менән бер рәттән, битарафлыҡҡа сумған күңелдәребеҙ ҙә Аллаһҡа тәүәккәлләп, иманға асылһын.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас