— Аһ-аһ, ҡыҙҙарым килеп төшкән дә, — тип иңебеҙҙән яратып һөйөп, беҙҙе килерҙе белгәндәй ҡыуанып ҡаршы алды мөләйем йөҙлө инәй.
Көлөшә-көлөшә таныштыҡ. Редакциянан булыуымды әйткәс, йөҙө тағы ла яҡтырып, өҫтәленең түрендәге гәзиттәргә ымланы: «Осҡон»данмы?
Ыңғай яуап алғас, ҡара-ҡаршы ғына ултырып, инәйҙең оҙон тормош юлына байҡау яһаныҡ, түкмәй-сәсмәй үҙе тураһында һөйләне.
— Менәүәрә Әхәт ҡыҙы Байҙаҡова булам. Декабрҙең 18-ендә 86 йәшемде тултырҙым, шөкөр. Үҙем Буранғолдан — иң яратҡан ауылым, Ҡырҡты тауы буйында, ҡайындары һомғол-һомғол, Оло Ҡыҙыл йылғаһы ҡыҙымын, — тип һамаҡланы инәй. — Тәүге уҡытыусым Ғәйнур Ниғмәтулла ҡыҙы мәктәп тупһаһында беҙҙе, беренсе класҡа килгән малай һәм ҡыҙҙарҙы ҡаршы алып тороуын әле булһа хәтерләйем. Әхирәтем Зөлфирә менән тырышып уҡыныҡ, икебеҙ ҙә уҡытыусы булырға хыялландыҡ. Етенсе класты тамамлағас, өс класташ — мин, Зөлфирә һәм Ғәзиз 70 километрҙа ятҡан Темәс педучилищеһына йәйәүләп сығып киттек. Барып етеп, бер көн эсендә ете фәндән имтиханды уңышлы тапшырҙыҡ. Ирәндек түбәһенә менгәндәй ҡыуанып, ҡанатланып ҡайттыҡ. Темәстә ике йыл уҡыныҡ: уҡыу еңел бирелһә лә, йәшәү шарттары ауыр булды. Һалам тултырылған матрас-яҫтыҡтар, улар уңайһыҙ, ҡаты, аҙна һайын ҡағып, яңыртып торорға кәрәк. Ашау яғы ла наҡыҫ — өйрә лә сохарый икмәк, камауай шәкәр. Шунан беҙҙе Белорет педагогия училищеһына күсерҙеләр. Унда шарттар яҡшыраҡ, хатта телевизор бар ине. Тик русса йүнләп белмәгәс, уҡыуы ауырайҙы. Өйгә эште башҡарып киләбеҙ, тик русса яуап ҡайтара алмайбыҙ. Уҡытыусыларҙан эләгә. Мәмбәтҡолов ағай ғына беҙҙе «Әбйәлилдәр, дауай, бирешмәгеҙ» тип дәртләндереп торҙо. 1958 йылда диплом алдыҡ. Йүнәлтмә буйынса Хәйбулла районының Аҡназар ауылына уҡытырға ебәрҙеләр. Бер йыл эшләгәс, әсәйем ныҡ ауырыу сәбәпле, тыуған яғыма күсереүҙәрен һораным.
Йәш уҡытыусы Яйҡар башланғыс мәктәбендә дәртләнеп эш башлай. Бер үҙе дүрт класҡа белем бирә, балалар күп булһа ла өлгөрә. Ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ һылыу, атлап түгел йүгереп йөрөгән ҡыҙға Аһылай егетенең күҙе төшә. Ике йәш йөрәк тиҙҙән ғаилә ҡора. Рәфис Зиннур улы менән ауылдың иң хозур урынында — күл буйында төпләнеп, тырышып донъя көтәләр. 25 йыл бергә ауылдаштарын һоҡландырып йәшәйҙәр, өс ул һәм ике ҡыҙ үҫтерәләр.
Аһылай башланғыс мәктәбендә балаларға белем бирә Менәүәрә Әхәт ҡыҙы. Яратҡан һөнәренә утыҙ йылдан ашыу ғүмерен бағышлай. Ауылдың әллә күпме быуын ул-ҡыҙҙарын хәреф танырға, уҡырға, яҙырға өйрәтә.
— Мәктәп тип йәшәнем, күптән хаҡлы ялда булһам да үҙебеҙҙең ыҡсым ғына белем усағын һағынам. Ҡыңғырау тауышы күңелемә матур йыр булып ишетелә, — ти ветеран-уҡытыусы.
Тырыш хеҙмәте бихисап маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән. Шулар араһында Мортаза Рәхимовтың Почет грамотаһы уның өсөн иң ҡәҙерлеһе. Тынғыһыҙ эше араһында алты саҡырылыш ауыл Советына депутат булырға ла өлгөрә.
Хәрби хеҙмәтте Байконурҙа үткән ғаилә башлығы ҡаты сиргә дусар булып, күп операциялар уҙғара. Менәүәрә Әхәт ҡыҙына ҡайғыларҙы күп күрергә тура килә: ирен, ике улы менән ҡыҙын ер ҡуйынына һала. Көслө рухлы, сабыр ҡатын яҙмыштың ҡаты һынауҙарына түҙеп, артабан йәшәүгә көс таба. Тетрәнеүҙәрҙән телгеләнгән күңелен эш менән баҫа. Боронғо аяҡ машинаһында тегенә, ҡорама ҡорай. Бәйләүгә лә оҫта. Тәҙрә төптәрен йәмләп, гөлдәре сәскә ата. Бер үҙе йәшәһә лә, донъяһы бөхтә, ялтлап тора. Улы менән ҡыҙы Өфөлә йәшәйҙәр. Фәһим Эске эштәр министрлығы полковнигы, Физиә медицина өлкәһендә белгес. «Балалар үҙҙәренә саҡыралар, ғүмер буйы йәшәгән нигеҙемде ташлап китмәйем», ти ул.
Туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаған инәй йыл да район гәзитенә яҙылмай ҡалмай. Аһылай ауылы почтальоны Әлфиә Йомағужина килгәнен көтөп кенә тора ул.
— Гәзит килһә, иң тәүҙә «Осҡон»до уҡып сығам. Минең өсөн рухи аҙыҡ ул, район яңылыҡтары, татыу ғаиләләре менән танышам. Ғүмер буйы алдырғанға яҡын ул миңә, — тип, рәхмәттәр әйтеп, эшебеҙҙә уңыштар теләп ҡалды йор һүҙле инәй.
Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән, һаулығы ҡаҡшау сәбәпле икенсе төркөм инвалиды булған Менәүәрә Байҙаҡованың һис бирешмәй, һәр көнөнән йәм табып йәшәүе һоҡландырҙы. Балаларының, ауылдаштарының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын уға тип теләйек.
Динара САФИУЛЛИНА.