Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
25 Апрель 2025, 11:27

Бәхет сере — эшһөйәрлектә

Асҡар ауылында ғүмер кисергән Зоя Тимербулатова үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләне.

Зоя Хәким ҡыҙы сығышы менән  Ҡалтасы районы Бәләкәй Ҡасаҡ ауылынан. Ошо төбәктә үҫеп, буй еткергән ҡыҙ 9-сы класты тамамлай. Артабан ул үҙ заманы йәштәренә хас булған тәүәкәллек менән Үзбәкстан яҡтарына эшкә сығып китә. 
— Ул саҡтарҙа йәштәргә һәр ерҙә юл асыҡ тигәндәй, ҡайҙа барһаң да — эш булды, йәшәр урын да бирҙеләр. Мин дә Үзбәкстанда биш йыл тимер юлында юл мастеры булып эшләп, матди хәлде нығытып алдым. Шулай ҙа тыуған яҡ үҙенә тартты һәм ауылыма ҡайттым, — тип һүҙ башланы үҙе хаҡында Зоя Хәким ҡыҙы. 
Ҡалтасыға ҡайтҡас, күрше ауыл егете Михаил менән танышып, ҡауышалар. Күп тә тормай йәштәр Зояның Асҡарға эшкә йүнәлтмә буйынса килеп, ошонда төпләнгән инәһе Мәрйәм менән апаһы Муллаҡай Гәрәевтарҙың ҡунаҡҡа саҡырыуын ҡабул итеп, юлға сығалар.
— Әбйәлилде күреп, инәйемдең хәлен белеп ҡайтыу теләге менән юлға сыҡтыҡ, әммә артабанғы ғүмеребеҙ нәҡ ошо ерлек менән бәйле булыр тип уйыбыҙға инеп тә сыҡманы, — тип хәтирәләр ебен һүтеүен дауам итте Зоя апай. — Бер нисә көн ҡунаҡ булғандан һуң, инәйем Асҡарҙа йәшәү яғы һәйбәт, эш тә бар, тип беҙҙе ошонда йәшәргә ҡалырға өгөтләй башланы һәм ныҡлы дәлилдәр килтереп  күндерҙе лә. Сит ят ерҙәрҙә бер үҙенә ҡыйын да булғандыр инде... 
Шулай итеп, Зоя һәм Михаил Тимербулатовтар ул саҡта гөрләп торған район ремонт-техник предприятиеһына эшкә урынлашалар. Михаил Шәйхутдин улын тракторсы итеп алалар, Зоя апай ҡаҙанлыҡҡа оператор булып бара.
— Оператор булып күп тә эшләмәнем, ул саҡтағы РТП директоры Рафаил Хәлфетдин улы Шириязданов мине МТМ-ға келәт мөдире итеп күсерергә булды. Мин эшләй алмаҫ кеүек булып ҡурҡып, тартҡылаштым, әммә минең теләккә ҡарап тормай, приказ менән күсереп тә ҡуйҙы. Шул мәлдән хеҙмәт юлым тик келәт мөдире булып үтте инде, — ти ул. — РТП-ла гаражда ла, МТМ-ла, алмаш цехта ла, бер һүҙ менән әйткәндә, ҡайҙа кеше етмәй шунда эшләнем.
Был Асҡар ауылын газификациялауҙың ҡыҙған осоро була һәм Михаил Тимербулатов район үҙәге йорттарын, предприятие-ойошмаларын газ селтәренә тоташтырыуға ҙур өлөш индерә. 
Уҡып һөнәр алыуға көслө ынтылыш Михаил Шәйхутдин улын Троицк ҡалаһындағы техникумға алып килә, ситтән тороп ул ауыл хужалығын электрофикациялау һәм автоматлаштырыу бүлеген уңышлы тамамлай. Дипломлы белгес комхозға инженер булып күсә, ойошма йәш ғаиләгә фатир бирә.
Бер аҙҙан ирле-ҡатынлы Тимербулатовтар Себер тарафтарына барып эшләп ҡайтырға ҡарар итә. Тобольский ҡалаһында өс йыл йәшәгәндән һуң, кире Асҡарға инде өсәүләп — ҡыҙҙары Оксана менән ҡайталар.
— Себерҙән ҡайтыу менән райондың юл ремонт-төҙөлөш идаралығына начальник булып күскән Мирхәт Зиннәт улы, уның менән РТП-ла бергә эшләгәйнек, мине ДРСУ-ға келәт мө-дире итеп саҡырҙы һәм унда 23 йыл ошо вазифала эшләп, хаҡлы ялға кит-тем, — тип бәйән итте Зоя Хәкимовна.  
Михаил Шәйхутдин улы пенсия йәшенә еткәнсә РТП-ла  хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер вазифа-һын башҡара.
Тимербулатовтарҙың ғаиләһендә ата-әсә наҙына күмелеп сәскәләй өс ҡыҙ үҫә. Балаларына юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарған ата менән әсә. Бөгөн инде ҡыҙҙары һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләһен ҡорған, балалар үҫтерәләр.
Ике улға һәм бер ҡыҙға әсәй булған Оксана Өфөлә йәшәй, Мостай Кәрим исемендәге гимназияла директор кә-ңәшсеһе вазифаһын башҡара. Динара ғаиләһе менән Калининградта төпләнгән, ике ҡыҙ тәрбиәләй. Магнитогорскиҙа йәшәгән Анастасия ла ике ҡыҙ үҫтерә.
— Оксананың ҡыҙы — иң өлкән ейәнсәребеҙ Камила Ырымбурҙа медицина университетында уҡып йөрөй. Ул табип буласаҡ, — ти оло бер ғорурлыҡ менән Зоя апай.
Бөгөн район үҙәгендә генә түгел, ауылдарҙа мал тотоусылар һирәк. Ә Тимербулатовтар оло йәштә булһалар ҙа һыйыр малдары тоталар, күпләп тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ себештәре алып үҫтерәләр. Йәй көндәре баҡсалары, ихата эсе күҙ ҡамашырлыҡ матур сәскәләргә күмелә, емеш-еләге, йәшелсәһе тәгәрәп уңа. 
Хөрмәтле юбилярҙы ҡотларға ДРСУ  ветерандары, етәкселеге килде.
ДРСУ начальнигы Ринат Аҡсурин оҙаҡ йылдар предприятиела иң яуаплы вазифаларҙың береһе булған завсклад эшен намыҫлы башҡарған Зоя Хәким ҡыҙын юбилейы менән ҡотлап, оҙайлы намыҫлы хеҙмәте өсөн предприятие етәкселеге исеменән рәхмәт белдерҙе. Ринат Лотфулла улы шулай уҡ ветерандарҙы райондың юл төҙөлөшө өлкәһендәге эштәр барышы, киләсәккә пландары менән дә таныштырып үтте.
— Йәш саҡ — дыуамал саҡ, төрлө хәлдәр булды инде. Тәртибем арҡаһында эштән сығарыр мәлдә мине Сара Сабитовна менән Зоя Хәкимовна икәүләп үҙ яуаплылыҡтарына алдылар. Шул осорҙан алып ДРСУ-ла эшләп йөрөйөм һәм хеҙмәтемдә ярайһы уңыштарға өлгәшкәнмен икән — бында  Һеҙҙең өлөшөгөҙ ҙур, — тип оло рәхмәт һүҙҙәренә изге теләктәрен дә ҡушып еткерҙе юбилярға юл-төҙөлөш ойошмаһының профком рәйесе Салауат Хәлитов.
Артабан бер-бер артлы һүҙ алған ветерандар Зоя Хәким ҡыҙына иң изге теләктәрен еткереп, юбилярҙың иң күркәм сифаттарын да барланылар.
— Ниндәй техникаға ниндәй тәгәрмәс, ҡайҙа ниндәй подшипник, башҡа деталь кәрәклеген белә һәм шунда уҡ табып бирер ине — был Зоя апайҙың тәжрибәле, грамоталы  келәт мөдире булыуын иҫбатлай ҙа инде...
— Әллә нисә меңәр һумлыҡ материаль средстволар уның яуаплылығында булды, бер ваҡытта ла һынатманы, иҫәпте тулы һәм аныҡ алып барҙы...
— Эшкә иртә килде, һуңғыларҙан булып ҡайтты, шуға ла келәт ҡайһы ваҡытта барһаң да асыҡ булды...
— Йомшаҡ һүҙле, һәр кемгә ярҙамсыл булды, һәр кем менән уртаҡ тел таба белде...
— Бына ошо йорттоң шлакоблоктарын Михаил менән икәүләп һалдылар, төҙөлөштәге үҙҙәре башҡара алғандай бөтә эште бергәләп атҡарҙылар...
— Михаил Шәйхутдин улының махсус уҡыу йортонда уҡып, һөнәр алыуында ла Зояның өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур...
— Өйҙә генә ултырып сыҙамай, әле лә эшләп йөрөүе уның эшкә әрһеҙ, донъя көтөүгә шәп булыуын күрһәтә лә инде...
— Эргә-тирәһендәгеләргә тик изгелек нуры сәсеп, яҡшылыҡ бөркөп йәшәй... 
Ғаиләһенең киләсәген хәстәрләгән, үҙ көстәре менән йорт һалып ингән, гөрләтеп донъя көткән, ҡыҙҙар тәрбиәләгән, бөгөн ейәндәрен үҫтерешкән Тимербулатовтарға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Уңған һәм егәрле булғанда ғына шулай матур тормош ҡороп, күптәргә үрнәк булып йәшәргә мөмкин икәнлеген иҫбатлай улар.
Артабан да барыһын һоҡландырып, яҡындарығыҙҙың, хеҙмәттәштәрегеҙҙең ихтирамына күмелеп йәшәргә яҙһын һеҙгә.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас