1970 йылда Юлдаш ауылына Ейәнсура районынан Сания исемле һомғол кәүҙәле, һылыу килен төшә. Ауылдашыбыҙ Рафаил ағай Вәлиевтың өлөшөнә тейгән килен кеше уңғанлығы, ипле һүҙле, тәрбиәле яғынан ҡәйнәһенә, ауылдаштарына тиҙ оҡшай. Ул фермаға быҙау ҡараусы булып эшкә төшә. Унда ла килен алдынғылыҡты бирмәй, гел уңыштарға өлгәшә.
Тормош иптәше Рафаил ағай фермала ветврач булып эшләп, икеһе лә хаҡлы ялға сығалар. Улар үҙҙәре кеүек эшлекле, тәрбиәле балалар көтөп үҫтереп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырҙылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлкән улдары күптән мәрхүм инде. Гармунсы, йыраусы ине. Ҡыҙҙары Илүзә Асҡарҙа мәктәптә уҡытыусы булып, ә Эмиль полицияла эшләй. Үҙ аллы тормош көтәләр, балалар үҫтерәләр. Килене Зиниә больницала медсестра. Балалары ла, килене лә, ейән-ейәнсәрҙәре лә һәр ваҡыт уларҙың уң ҡулдары, ғорурлыҡтары.
Сания еңгәйгә сыуаҡ май айында 75 тула, ә Рафаил ағай менән ҡулға-ҡул тотоношоп, матур ғүмер итеүҙәренә 55 йыл була. Улар бөгөн дә күптәргә өлгө булырлыҡ итеп донъя көтәләр. Ихата тулы сәскә, таҙалыҡ, бөхтәлек күҙгә салына. Йәй буйы төрлө ҡош-ҡорт көтәләр, малды ла мул ғына аҫырайҙар.
Сания еңгәй ауылда фольклор ансамбле ағзаһы ла. Уның моңло матур тауышы күптәрҙе таң ҡалдыра. Рафаил ағай ҙа моңло йырлай. Балалары ла, ейәндәре лә бейеүгә, йырға оҫталар.
Ауылыбыҙҙың ҡото булып йәшәгән парҙы ғүмер байрамдары менән ҡотлайым. Артабан да шулай серләшеп, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып, оҙон ғүмер юлы үтергә яҙһын!
Айһылыу ҒАФАРОВА.
Юлдаш ауылы.