80 йыл – ул ҡыуаныстар һәм юғалтыуҙар, уңыштар һәм һынылыштар аша үткән ғүмер тарихы. Амангилде ауылынан Шакирйән Әхмәтйәнов 1943 йылда һуғыш яланында ҡаты яраланғандан һуң хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табыла һәм тыуған төйәгенә ҡайтарыла. Тыныс тормошта ул бригадир, колхоз рәйесе була. Шәкирйәндең ҡатыны Ҡазан яҡтарынан күсеп килеп Хәмит ауылында төпләнгән Ниғмәтулла сауҙәгәрҙең ҡыҙы – Фәғилә була. Улар бергә матур ғүмер итеп, ете балаға ғүмер бүләк итә. 1945 йылдың 9 майында, бөтә ил Бөйөк Еңеүҙе тантана иткәндә, ғаиләлә алтынсы бала булып улдары донъяға килә. Көтөп алған еңеү көнөндә тыуған малайға Еңеү тип исем ҡушалар.
Еңеү Шакирйән улы – зирәк, етеҙ, отҡор малай, тиҫтерҙәре араһында ойоштороу һәләте көслө лидер булып үҫә. Амангилде мәктәбендә 8 йыл уҡығас, урта белемде Асҡарҙа ала. Белемле егетте район мәҙәниәт бүлегенә инспектор итеп эшкә алалар. Әүҙем йәш кешене тиҙ арала “Йәнгел” совхозына комсомол ойошмаһы секретары итеп тәғәйенләйҙәр. Ул осорҙа комсомол – йәштәр менән идара иткән иң юғары орган була, был мәртәбәле вазифа ҙур ойоштороу һәм йәштәрҙе тәрбиәләү эштәренә бәйле була.
1965 йылда Е. Әхмәтйәнов Ватан алдындағы бурысын үтәр өсөн Совет Армияһы сафтарына алына. 1968 йылда хәрби хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡан һалдатты “Осҡон” район гәзитенә эшкә саҡыралар.
Дәрте ташып торған йәш егет бөтә көсөн эшкә һала. Баҫыуҙарҙа сәсеү-урыу эштәренән башлап, бесән, мал аҙығы әҙерләгән комсомол йәштәренең хеҙмәтен яҡтыртыу, фермаларҙың, ҡыҙыл мөйөштәрҙең, комсомол, партия ойошмаларының ҡыҙыу эштәрен, сәсеү, күңелле колхоз һабантуйҙарын һәм башҡа төрлө йәмәғәт эштәрен гәзит биттәрендә сағылдырыу – уның дәртле хеҙмәт юлының бер сағыу өлөшө генә. Тәжрибәле коллегалары: гәзит мөхәррире, аҙаҡ билдәле яҙыусы булып киткән Марсель Ҡотлоғәлләмов, Мофаззал Латипов, Вәғиз Сәлихов, Салауат Йомағужин, Мырҙахан Шәмсетдиновтарҙан журналистика серҙәренә өйрәнә. Көслө журналистар коллективында Зәбир Ғәйфуллин, Фирғәт Зәйнуллин, Динар Сафин, Роза Таһирова һәм башҡалар дәртләнеп эшләйҙәр. Тиҙҙән Еңеү Шакирйән улы район һәм республика матбуғатында халыҡҡа танылған абруйлы хәбәрсе булып китә. Өмөтлө йәш кешене коммунистар партияһы сафына алалар. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 10 йыл эшләгәс, уның ойоштороу һәләтен күреп, етәкселек Әбйәлил кино селтәренә директор итеп тәғәйенләй. Ошоға тиклем планды үтәй алмаған ойошманы республика кимәленә күтәреп, танылыу яулай етәксе. 30 киноустановканан 60-ҡа еткерелә, киноға йөрөүселәр һаны тиҫтәнән ашыу берәмеккә күтәрелә. Ойошманың матди-техник базаһын нығытыуға өлгәшә, 6 йыл рәттән ойошма республика күләмендә беренселекте бирмәй. Совет осоронда күсмә Ҡыҙыл Байраҡ алыу өсөн бик күп көс һалырға кәрәк ине. Еңеү Шакирйән улы етәкләгән ойошма Ҡыҙыл Байраҡҡа лайыҡ була.
1983 йылда Е. Ш. Әхмәтйәнов район мәҙәниәт бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Ике йылдан көнкүреш хеҙмәтләндереү комбинатына етәксе итеп күсерелә. Комбинат бөтә күрһәткестәр буйынса ла артта ҡалған була. Яңы етәксегә матди-техник базаны яҡшыртыу, пландарҙы үтәү, халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү, тәжрибәле коллектив туплау һәм башҡа ауыр эштәрҙе башҡарыу бурысы ҡуйыла. Тиҙҙән яңы хеҙмәтләндереү нөктәләре булдырыла: химчистка, бөҙрәхана, көнкүреш әйберҙәре прокаты, аяҡ кейемдәрен ремонтлау оҫтаханалары асыла, быйма баҫыу цехының эшмәкәрлеге үҫешә. Ошо уҡ ваҡытта ауыл Советтарында ла көнкүреш йорттары, һәр ауылда ҡабул итеү пункттарының эше яйға һалына. Асҡарҙа ике ҡатлы бина төҙөлә, унда дөйөм мунса, кер йыуыу комбинаты халыҡты хеҙмәтләндерә башлай.
1992 йылда Еңеү Шакирйән улы, алдынғы ҡарашлы кеше булараҡ, үҙенең шәхси предприятиеһын аса. Бында тире эшкәртеү, тун тегеү эштәре алға китә. Илдең баҙар иҡтисадына күсеү осоро, эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн ауыр ваҡыт була. Бер аҙ ваҡыттан предприятиеһын ябырға тура килә. Артабан хеҙмәт юлын “Агролес” колхоз урман-ара хужалығында директор урынбаҫары булып дауам итә. 1997 йылдан ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район комитеты рәйесе вазифаһын намыҫлы башҡарып, хаҡлы ялға сыға. Район үҫешенә күп көс һалған аҡһаҡалдың фиҙаҡәр эшмәкәрлеге хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың 100 йыллығы, Профсоюздың 100 йыллығы уңайынан юбилей миҙалдары менән билдәләнгән.
Еңеү Шакирйән улы хаҡлы ялға сыҡһа ла, йәмәғәт эштәренән ситтә ҡалмай. Райондың ветерандар советы ағзаһы булараҡ, йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Ул йәш быуынға үҙенең бай тормош тәжрибәһен тапшыра, уларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләй, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора, кәңәштәре менән уртаҡлаша.
Еңеү Шакирйән улы – тыуған ерен яратҡан, уның үҫеше өсөн күп көс һалған шәхес. Ул – өлгө булырлыҡ ғаилә башлығы, ҡыҙы Гөлназға хөрмәтле атай, ике ейәненә ҡәҙерле олатай. Уның тормош юлы – йәш быуын өсөн оло үрнәк.
Еңеү Шакирйән улын юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, шатлыҡлы көндәр теләйбеҙ! Киләсәктә лә тыуған районының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып, йәштәрҙе тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерергә насип булһын!
Гөлнара ҒИНИӘТОВА.