Зөлфәр Амангилдин Хәлил ауылында тыуып үҫә. Урындағы мәктәптең туғыҙынсы класын тамамлағандан һуң, бер аҙ Киров исемендәге колхозда төрлө эштәрҙә йөрөгәс, хужалыҡ етәкселеге уны Баймаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға ебәрә, бында ул зоотехник һөнәрен үҙләштерә.
Ҡулына диплом алған йәш белгесте, ул йылдарҙағы талаптарға ярашлы, йүнәлтмә буйынса Йәрмәкәй районына эшкә ебәрәләр. Шулай итеп хеҙмәт юлын З. Амангилдин ошо райондың 8 Март исемендәге совхозында зоотехник-селекционер вазифаһында башлай. Артабан Баймаҡ районы “Ирәндек” совхозының Төйәләҫ һөтсөлөк фермаһында иҫәпсе-лаборант, осеменатор булып эшләй. Унан инде үҙенең тыуған колхозына эшкә ҡайта. Күп тә тормай уны Хәлил мәҙәниәт йортона директор итеп тәғәйенләйҙәр. Дәрте ташып торған, ойоштороу һәләте булған Зөлфәр Иғдисам улы “Заветы Ильича” колхозының комсомол комитеты секретары итеп һайлана. Бында йыл ярым эшләгәндән һуң, Киров исемендәге колхозға комсорг булып ҡайта. “Осҡон” – “Искра” гәзите редакцияһына эшкә килгәнгә тиклем З. И. Амангилдин Хәлил мәҙәниәт йортон етәкләй.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә, Зөлфәр Иғдисам улы район матбуғаты менән даими бәйләнештә була, гәзит биттәрендә уның уҡымлы мәҡәләләре йыш донъя күрә. Яҙыуға һәләтен күҙаллаған “Осҡон” – “Искра” гәзитенең ул саҡтағы мөхәррире М. Р. Шәмсетдинов уны район гәзитенә эшкә саҡыра.
Редакцияға эшкә килгәс, З. Амангилдинды һөнәренә яҡын булған, шул уҡ ваҡытта иң ауырҙарҙан һаналған ауыл хужалығы бүлегенә ултырталар.
— Командировканан алып ҡайтҡан тәүге материалдарымды яҙыуы әллә ни ауырҙан булманы. Шул саҡ үҙемдең ысын һөнәремде табыуымды аңланым. Өҫтәүенә, ул мәлдә коллективта башлыса ир-егеттәр, абруйлы ағайҙар эшләй ине. Был да коллективҡа тиҙ арала эҫенеп китергә, һөнәри яҡтан үҫешергә булышлыҡ иткәндер. Элекке хеҙмәт хаҡының да лайыҡлы булыуын билдәләп үтергә кәрәк, — ти был хаҡта юбиляр.
Зөлфәр Иғдисам улы айырыуса Мырҙахан Разай улы Шәмсетдинов, Салауат Таяр улы Йомағужин, Динар Абрал улы Сафин кеүек ҡәләм оҫталарын үҙенең остаздары тип иҫәпләй, улар хаҡында яҡты иҫтәлектәр һаҡлай.
Оҙаҡ йылдар «Осҡон» гәзитенең ауыл хужалығы һәм иҡтисад бүлеген етәкләгән Зөлфәр Амангилдин бөгөн үҙе лә район гәзите тарихында тәрән эҙ ҡалдырған киң мәғлүмәтле һәм тәжрибәле журналист.
Йәмәғәт эштәрендә әүҙем булыуы менән дә билдәле коллегабыҙ. Заманында «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы булған, баянда өҙҙөрөп уйнаған, матур йырлаған Зөлфәр Иғдисам улы коллектив тарафынан әҙерләнгән концерттарҙың уртаһында булды, Хәлил ауыл Советы ветерандары концерттарында даими ҡатнашты.
З. Амангилдиндың район матбуғаты өлкәһендәге өс тиҫтә йылға яҡын намыҫлы хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” маҡтаулы исеме менән билдәләнде, ул шулай уҡ райондың, БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығының, Башҡортостан Журналистар берлегенең Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Юбилейығыҙ ҡотло булһын, Зөлфәр Иғдисам улы! Хөрмәтле ветеранға ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел тыныслығы һәм күтәренке кәйеф теләйбеҙ.
“Осҡон” гәзите коллективы.
Фото редакция архивынан.