Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
24 Июль 2025, 10:40

Хеҙмәте менән хөрмәтле

Ишбулды ауылында йәшәгән Почет Билдәһе, Октябрь Революцияһы ордендары кавалеры Наил ағай Ғүмәров 85 йәшлек ғүмер байрамын билдәләне.

Ишбулды ауылында донъяға ауаз һалған Наил Абдулла улы ғүмере буйына тыуған еренә тоғро ҡалған уҙаман. Немец илбаҫарҙары тыуған еребеҙгә баҫып ингән тәүге көндәрҙә – 1941 йылдың 25 июнендә бер йәше тулған сабый ҡәһәрле һуғыш килтергән бөтә михнәттәрҙе үҙ иңендә татып үҫә.  12 йәшенән йәйге каникул ваҡыттарында йыл һайын тиҫтерҙәре менән хужалыҡҡа бесән әҙерләүҙә, башҡа ваҡ-төйәк эштәрҙә йөрөй. 15 йәшенән  тракторҙа прицепщик булып иген сәсеүгә сыға. Тракторсы ярҙамсыһы булып йөрөгәндә үҙен сос, эшкә әрһеҙ итеп күрһәткән Наил Ғүмәровты колхоз етәкселеге Учалы районы Вознесенка ауылындағы ауыл хужалығын механизациялау училищеһына уҡырға ебәрә, бында алты айлыҡ курстарҙы тамамлаған Наил ағай механик-комбайнер танытмаһы ала.
 57 йыл дауамындағы хеҙмәт юлында кем генә булып эшләмәй ул! Һәр эште оло яуаплылыҡ менән урын-еренә еткереп үтәгән Наил Абдулла улына колхоз етәкселеге яуаплы вазифаларҙы ышанып йөкмәтә. Төрлө йылдарҙа ауылда бригадир, фуражир, механик, келәт мөдире булып эшләй, ҡыҙыу ураҡ осоро етһә, комбайнда алһыҙ-ялһыҙ иген ура. Шулай итеп бар ғүмере хеҙмәттә үткән Наил Абдулла улы 2000 йылда пенсияға китә.
Әммә хаҡлы ялға сыҡһа ла, ул ер эшенән айырылмай тиергә була. Ауылдаштарының пай ерҙәрен алып, шунда иген үҫтергән улы Асрарҙың төп ярҙамсыһы, кәңәшсеһе оло тәжрибәгә эйә игенсе. Баҫыуҙарҙа бергәләп ашлыҡ үҫтереп, халыҡты бойҙай, һоло һәм һалам менән тәьмин итә аталы-уллы Ғүмәровтар. 
Ауыл хужалығы өлкәһендәге оҙайлы намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһаланған ер улының. Наил Абдулла улы уңыш йыйыуҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне, колхоз, район үҫешенә индергән өлөшө өсөн бик күп наградаларға  лайыҡ. Ураҡ осоронда юғары эшләнеш биреп, район, республика буйынса алдынғылар исемлегенә сығып, Почет Билдәһе, Октябрь революцияһы ордендары менән бүләкләнә. Хөрмәтле уҙамандың күкрәген шулай уҡ “Ҡалдау һәм сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн”, “Хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн”, “В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл уңайынан һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн”, “Башҡортостан Республикаһына 100 йыл” миҙалдары биҙәй. Тырыш хеҙмәте менән күп тапҡырҙар “Коммунистик хеҙмәт ударнигы”, “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәләренә лайыҡ булған.
1968 йылда ВЛКСМ Үҙәк Комитетының юбилей пленумында ҡатнашҡан Н. А. Ғүмәров ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. 
1984 йылда Әбйәлил делегацияһы составында Өфөлә үткән КПСС Өлкә Комитетының өлкә партконференцияһы эшендә ҡатнаша. 
— Күренекле башҡорт шағиры, бөйөк мәғрифәтсе, башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән, милләттең XIX быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы тип һаналған Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 150 йыл тулыу киң билдәләнде. Ошо ваҡиға уңайынан башта Өфөлә, унан Мәскәүҙә ойошторолған күркәм сараларҙа ҡатнашыу бәхете лә тейҙе миңә, – тип һөйләй Наил ағай. – Байым мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Миҙхәт ағай Мәғәсүмов менән барҙыҡ. Бик күп ерҙәрҙе күрергә, төрлө хөрмәтле кешеләр, етәкселәр, яҙыусылар, шағирҙар менән осрашырға, танышырға насип булғайны.
Хеҙмәт төбө – хөрмәт тип бушҡа әйтмәгән халыҡ. Наил Абдулла улы ла юғары наградаларға, оло хөрмәтләүгә үҙенең тырыш, намыҫлы хеҙмәте менән лайыҡ була.
Өлгөлө ғаилә башлығы, хәстәрлекле атай ул ғаиләһендә. Ҡатыны Рабиға Нурислам ҡыҙы менән алты балаға ғүмер бирәләр. Ул-ҡыҙҙарын ата-әсә өлгөһөндә эшһөйәр, ярҙамсыл итеп тәрбиәләгәндәр. Балаларының һәр ҡайһыһы күңеленә ятҡан шөғөл табып, төрлө өлкәләрҙә намыҫлы хеҙмәт итәләр, ғаилә  ҡорғандар, балалар үҫтергәндәр, хәҙер инде үҙҙәре олатай-өләсәй булғандар. Тик шуныһы: ҡатыны дүрт йыл элек гүр эйәһе булған, ике балаһы ваҡытынан алда гүр эйәһе булыуы ла йөрәгенә уңалмаҫ яралар һалған уның. 
Әммә тормош дауам итә. Наил ағай юғалтыу ауырлыҡтарын сабыр үткәреп,  үҙендә артабан йәшәүгә көс тапҡан. Бөгөн ул Гөлнур Нурғәле ҡыҙы менән балаларына терәк-таяныс, ауылдаштарына үрнәк булып ғүмер кисерә. 
– Бөйөк Ватан һуғышын үткән атайым ауылыбыҙ ҡараған “Осҡон”, “Ҡыҙыл”, Молотов исемендәге, Киров исемендәге колхоздарҙа рәйес урынбаҫары, ферма мөдире, бригадир булып эшләгән. Икенсе дәрәжә Ватан орденынан, “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Германияны еңгән өсөн”, Жуков миҙалдарынан тыш, ауыл хужалығы өлкәһендәге оҙаҡ йылдар тырыш хеҙмәте “1941-1945 йылдарҙағы  Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн”, “Ҡалдау һәм сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн”, “В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл уңайынан һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән билдәләнгән. Мин дә атайым кеүек бар ғүмеремде иген үҫтереүгә, халҡыма хеҙмәт итеүгә арнауым менән бәхетлемен, – ти юбиляр.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Автор: Виль Ильгамов
Читайте нас