Зилдә Зиннур ҡыҙы Иҫке Балапан ауылы ҡыҙы. Алты балалы ғаиләлә бәләкәйҙән сос, эшһөйәр, туғандары өсөн яуаплылыҡ тойоп үҫкән. Ата-әсәһе ауырығас, ҡыҙға ҙур уҡыу эләкмәй. 8-се кластан иҙән йыуыусы булып эшкә инә, әсәһе оҙаҡ дауаханала ятҡанда ҡусты-һеңлеләрен ҡарай. Ситтән тороп Сибай техникумын тамамлай, агроном һөнәрен ала.
— Ул ваҡытта колхоздың ҙур йәшелсә баҡсаһы була торғайны, мине шунда эшкә алдылар, өлкән баҡсасы итеп ҡуйҙылар. Нимә генә үҫтермәнек — помидор, ҡыяр, кәбеҫтә, башҡа йәшелсәләр, рассада ла ултырттыҡ. Түтәлдәрҙең осо-ҡырыйы юҡ ине, — тип иҫкә алды Зилдә апай йәш сағындағы хеҙмәт йылдарын.
Яҡшы эше, планды арттырып үтәгәне өсөн колхоз етәкселеге Зилдә Зиннур ҡыҙын Сочиға путевка менән бүләкләй. Хеҙмәт кешеһен күрә белгәндәр, эше һөҙөмтәһен юғары баһалағандар шул. Ун алдынғы колхозсы диңгеҙ буйына 24 көнгә ял итергә юллана. Тик бер ҡасан да буш ултыра белмәгән Зилдә апай Ҡара диңгеҙ буйында һәм экскурсияларҙа ғына көн уҙғарған тиһегеҙме? Юҡ шул. Унда ла үҙенә эш таба — Абхазияға мандарин йыйырға йөрөй. Бер көн эскурсияларға, бер көн емеш йыя. Ялы тамамланыуға байтаҡ мандаринлы булып ауылына ҡайта. Ул саҡта был емеш беҙҙең яҡта әллә ни булмай ҙа, шуға тәмле күстәнәсе менән туғандарын, ауылдаштарын ҡыуандыра.
1992 йылда З. Рамаҙанова Байым ауылына почтальон булып урынлаша. Кешегә иғтибарлы, алсаҡ хат ташыусыны һәр өйҙә көтөп алалар. Гәзит-журналдарҙы ваҡытында ташыған почтальон халыҡтың рәхмәтен күп алһа, һәр ваҡыт подписканы үтәгән өсөн етәкселектән дә маҡталып эшләй. Тырыш хеҙмәткәр 2004 йылда Египетҡа путевка менән бүләкләнә. Райондан берҙән-бер почтальон булһа, республиканан 32 кеше Мысырға сәйәхәткә юллана.
— Ике аҙна пирамидалар, икһеҙ-сикһеҙ сүллек илендә ял итеү оҡшаны. Сит-ят ерҙәрҙе күреү хыялда ла булманы, шундай мөмкинлек биргән эшемә рәхмәт, — ти Зилдә Зиннур ҡыҙы. — Үҙебеҙҙең яҡҡа ҡайтҡас, шуны аңланым: ни тиклем матур, бай ожмах мөйөшөндә йәшәйбеҙ. Шуның ҡәҙерен генә белмәйбеҙ.
Шәп, алдынғы почтальон «Хеҙмәт ветераны» исемен алып 55 йәштә хаҡлы ялға сыға. Тик өйрәнгән эшенән китмәй, тағы тиҫтә йыл ауыл халҡына һуңғы яңылыҡтар еткерә. Зилдә Зиннур ҡыҙы менән подписка осоронда өйҙәр буйлап йөрөгән мәлдәр иҫтә ҡалған. Ҙур ауылдың кемеһенә генә инмә, әйҙүкләп ҡаршы алалар. Почтальон хәл-әхүәлдәрен һорашып, төп йомошон әйтеп тә өлгөрмәй, гәзиткә яҙылабыҙ тип торалар. Был Зилдә апайҙың хөрмәтле кеше булыуын, уны үҙ итеүҙәрен күрһәтә.
Ғаиләһе менән дә бәхетле ул. Ауылдашы Дамир Әмир улы менән татыу, матур ғаилә ҡороп, өс балаға ғүмер биргәндәр. Ҡыҙғанысҡа, иптәше ауырыуҙан вафат булған. Өлкән улдары Ирек тыуған йортонан алыҫ китмәгән, өй аша ғына ике ҡатлы ҙур йортта йәшәй. Мәктәптә эшләй, ғүмер юлдашы Ләйсән уҡытыусы. Өлгөлө ғаиләлә дүрт бала үҫә. Ҡыҙҙары Нурия менән Лилиә икеһе лә Ташбулатта төпләнгән, ял йорттарында эшләйҙәр, кейәүҙәре менән икешәр бала тәрбиәләйҙәр. Ейән-ейәнсәрҙәре уҡыуҙа уңыштары менән ҡыуандыра, өләсәләре улар килеүгә яратҡан ризыҡтарын әҙерләп көтөп тора.
Ололарҙың шәплегенә һоҡланам. Байтаҡ йәштә булыуына ҡарамаҫтан, уңған хужабикәнең өйө ҡыйып үткеһеҙ ялтлап тора. Ҙур хужалыҡта өс һыйыр, иртә яҙҙан 100 бройлер, 100 әтәс, өйрәк алып йәй уртаһында уҡ уларҙы эш итеп, туңдырғысын тултыра. Нисек барыһына ла өлгөрә тиһең?
Зилдә апайҙың иң яратҡан шөғөлө — гөлдәр үҫтереү. Ҙур монстерра, пальма, алоказия, маранта һәм башҡалар өй эсен йәмләй. Ҡайһыларына 20 йылдан ашыу, улар түбәгә етеп, ағас кеүек булған.
— Гөлдәр ҙә кешеләр һымаҡ икән ул. Ҡартайһа ла бирешмәй, йәшәргә тырышҡандары, кинәт кенә һулығандары бар. Берәйһендә матур гөл күрһәм, алыштырып алам, — ти Зилдә апай.
Баҡсаһында ла сәскәләр күҙ яуын ала, емеш-еләк быйыл ныҡ уңған. Мин килгәндә Зилдә апай компот эшләй ине, иҙәндә теҙелеп ултырғандарын утыҙҙан ашыу банка һананым. Варенье-джемдар ҙа күп әҙерләгән.
70 йәш — ғүмерҙең матур мәле. Тырыш хеҙмәттә үткән йылдарыңдың емештәрен татып, һәр көнгә ҡыуанып йәшәй торған саҡ. Зилдә апайға ҡарап, бының тап шулай булыуына инанаһың. Яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтендә, уларҙың игелектәрен күреп, тағы оҙаҡ йылдар бәхеттә-шатлыҡта йәшәргә яҙһын.
Динара САФИУЛЛИНА.