1954 йылда Дәүләтша ауылы егете Ахунйән менән таныштыралар һәм 1955 йылда улар өйләнешә. Килен булып төшкән ерендә лә Сәмсинур инәй һәр эштең уртаһында була: сөгөлдөр ҙә утай, баҫыуҙа таш та сүпләй, ҡайҙа ҡушалар, шунда сыға.
Сәмсинур һәм Ахунйән Кәримовтар алты балаға ғүмер бирә. Ҡыҙғанысҡа күрә, улдары Наил менән ҡыҙҙары Әминә йәшләй мәрхүм була. Рафаил, Әлфиә Дәүләтшала төпләнгән, Әлмира Таҡһырҙа, Йәмилә Магнитогорскиҙа йәшәй. Һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләһе менән балалар үҫтереп, ата-әсә өлгөһөндә лайыҡлы ғүмер кисерә.
Сәмсинур инәй кинйә ҡыҙының үлемен ауыр кисерә. Ун һәм өс йәшлек ейән-ейәнсәрен үҙ ҡанаты аҫтына алып, тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтыра, оло тормош юлына сығара. Илһөйәр, ҡыйыу йөрәкле ейәне Динислам бөгөн махсус хәрби операция зонаһында хәрби хеҙмәттә, Әлиәһе Хәмит ауылына тормошҡа сығып, ике ҡыҙ тәрбиәләй.
Бергә ғүмер итеүҙәренә 42 йыл тулды тигәндә ғаилә башлығы Ахунйән Ғәлимйән улы ауырып мәңгелек донъяға күсә. Балалары әсәләрен яңғыҙ ҡалдырмай, һәр яҡлап ярҙам итә, үҙҙәренә күсереп алырға ла теләй. Тик Сәмсинур Заһретдин ҡыҙы төп нигеҙҙе ташлап китмәй, килен булып төшөп, 70 йыл ғүмерен Дәүләтшала үткәргәнгә был ауылды яҡын күреп, ошонда йәшәүен дауам итә. Сәмсинур инәй гел хәрәкәттә булғанғалыр, ауырып-сырхап ултырмай, уның шәплегенә күҙ теймәһен — өй эсе бөхтә итеп йыйыштырылған, ихатала тулы тәртип, йәйен баҡсаһында бер ҡый үләне күрмәҫһең. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре төп йортта йыш ҡунаҡ. Дәүләтшала ике ул тәрбиәләгән ейәнсәре Эльвира ла өләсәһен яңғыҙ ҡалдырмай.
Күптән түгел Сәмсинур Заһретдин ҡыҙының балалары оло табын ҡороп, әсәнең 90 йәшлек юбилейын билдәләгән. 13 ейән-ейәнсәре, 19 бүлә-бүләсәре булған бәхетле өләсәйгә бишенсе быуынын күрергә лә насип булған.
Тормош ҡәҙерен белгән, Хоҙайға һыйынып, изге теләктәрҙә йәшәгән Сәмсинур инәйҙең тормошо яйлы, күңелендә насар уйҙарға урын юҡ. Ил инәһенә яҡындарына йәшәйеш сығанағы булып, уларға илһам биреп, тыныс ҡартлыҡ кисерергә насип итһен.
Зөлфиә ЗАҺИТОВА.