Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
24 Ноябрь 2025, 11:33

Ярты быуат бергә үтелгән ғүмер

Тормош юлында бер-береһен осратып, һөйөү утында янып, ғүмер юлын бергә үтергә вәғәҙәләр бирешеп, туйҙар үткәреп, оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән парҙар ғаилә мөнәсәбәттәренең ныҡлығын үҙ өлгөләрендә дәлилләй. Асҡар ауылынан ярты быуат ҡулға-ҡул тотоношоп тормош һуҡмағынан бергә атлаусы Сәғирә һәм Йәүҙәт

Ҡаҙмаш егете Йәүҙәт Әйүпов менән Ярлыҡап һылыуы Сәғирә Фәтхетдинова ярты быуат элек гөрләтеп туй яһайҙар. Никахтары шул тиклем ныҡлы булып сыға — улар әле лә һөйөү хистәренә төрөнөп йәшәй, бергә ғүмер итеүҙәренә 50 йыл тулһа ла, йөҙҙәренән яңы танышҡан йәштәрҙеке кеүек һөйөү һәм бәхет бөркөлә. 
Ике уңған бергә тура килгәнгә һәм тормош йөгөн бергә тартҡанға уларҙың донъялары етеш, ҡотло. Был ябай ауыл эшсәндәре ғүмерҙәренең байтаҡ йылдарын намыҫлы хеҙмәткә бағыш-лаған, балалар тәрбиәләгән, тормош һынауҙарын бергәләп үткән һәм яҙмыш бүләктәренә ихлас һөйөнөп йәшәүҙәрен дауам итә.
Йәүҙәт Мәүлит улы район эске эштәр бүлегендә тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт иткәндән һуң, хаҡлы ялға сыҡҡансы Магнитогорск ҡалаһындағы цемент етештереү заводында эшләй. Пенсияла булһа ла оҙаҡ йылдар гимназияла хужалыҡ мөдире вазифаһын башҡара.
Сәғирә Нуриәхмәт ҡыҙы аптекала, унан һуң гимназияла хеҙмәт юлын намыҫлы үтеп, 40 йыл хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға китә. Эшкә әрһеҙ, уңған ирле-ҡатынлы Әйүповтар эш урындарында ла һәр саҡ маҡталып эшләйҙәр. Хеҙмәт ветераны исемен йөрөткән Йәүҙәт Мәүлит улы һәм Сәғирә Нуриәхмәт ҡыҙының күп йыллыҡ эшмәкәрлектәре  маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. 
Әйүповтарҙың  татыу, эшһөйәр ғаиләһендә ике малай буй еткергән. Улдары үҙ ғаиләләрен ҡороп, намыҫ менән хеҙмәт итәләр, ата-әсәһе өсөн өҙөлөп торалар. Хәҙерге ваҡытта өлкән улдары Йәмил ил бойондороҡһоҙлоғон яҡлап, хәрби махсус хәрби операция зонаһында. Хәрби хеҙмәткә тиклем республиканың дәүләт транспорт идаралығында эшләгән. Икенсе улдары Руслан Белорет ҡалаһының «Үҫеш идаралығы» фирмаһын етәкләй.
Әлеге көндә 7 ейән-ейәнсәргә һәм бер бүләсәргә бәхетле олатай-өләсәй ҙә улар.
— Илле йыл  — тотош бер ғүмерҙе бергәләп үткәнбеҙ, шөкөр. Эш, ғаилә, балалар, тип ғүмерҙең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың икән. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрҙе ҡарашып, уларҙың уңыштарына шатланып йәшәйбеҙ. Үҙҙәре лә, «олатай-өләсәй», тип өҙөлөп торалар, — ти улар бәхетле йылмайып.
Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан Әйүповтар мал да тоталар, йәй көндәре күпләп ҡош-ҡорт алып үҫтерәләр. Баҡсала йәшелсә-емештәре мул уңыш бирә, уңған хужабикә уларҙан күпләп ҡайнатма-тоҙланмалар, төрлө  салаттар әҙерләй.
— Татыу йәшәүҙең сере — бер-береңде хөрмәт итеп, ышанып йәшәүҙә. Беҙ бер ҡасан да асыуланышып йөрөмәнек. Аңлашмаусанлыҡ килеп сыҡһа, аңлашырға, ғәйепле икәнһең — ғәфү үтенә белергә кәрәк. Шул саҡта ғына ғаилә ныҡ була, —  тигән фекерҙә алтын пар.
Бер-береһен ҡәҙер-хөрмәт итеп, йылы тойғоларын олоғайған көндәренә тиклем һаҡлаған, иңгә-иң терәп, илле йыл бергә йәшәгән Әйүповтарҙың алдағы көндәре лә шатлыҡ-ҡыуаныстар менән үтһен, балаларының, ейәндә-ренең изгелектәрен күреп, уларҙың иғтибары-ихтирамына төрөнөп, именлектә-һаулыҡта оҙон-оҙаҡ парлашып йәшәргә насип булһын.
Р. ДАУЫТОВА.

Читайте нас