Күсем ауылындағы Геройҙың исемен йөрөткән музейҙа уның иҫтәлегенә хәтер кисәһе уҙҙы. Сарала район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров, төрлө локаль һуғышы ветерандары, мәктәп уҡыусылары һәм ауылдаштары ҡатнашты.
— Илебеҙҙә иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар йылында һәм Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тулған йылда шундай батырҙарҙы иҫкә алыу, ошондай саралар үткәреү әһәмиәтле. Таһир Кусимов — районыбыҙҙың арҙаҡлы улы. Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә тос өлөш индергән ҡаһарман яҡташыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланырға хаҡыбыҙ бар, — тине Вадим Фәнил улы.
Мәктәп уҡыусылары әҙерләгән монтажды ҡарағандан һуң, сарала ҡатнашыусылар батыр иҫтәлегенә ҡуйылған бюстҡа сәскәләр һалды, уны бер минут тын ҡалып иҫкә алды.
Ошо уҡ сарала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, әлеге ваҡытта яраланыуы сәбәпле реабилитация үтеүсе Сабир Сәлихйән улы Дәүләтшин (һүрәттә) Ватанды һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлауҙа күрһәткән батырлыҡтары, фиҙаҡәрлеге һәм ҡаһарманлығы, хәрби бурысын өлгөлө үтәгәне өсөн Жуков миҙалы менән наградланды.
Батыр Әбдрәш ауылында тыуып үҫкән. Әлеге ваҡытта ғаиләһе менән Туйышта йәшәй. Кәләше Альбина менән ике ул үҫтерә.
Яугир «Башҡортостан» полкында 2023 йылдың йәйенән хеҙмәт итә. «Ни өсөн махсус хәрби операцияға юлландығыҙ?» тигән һорауыма «Улдарымды ҡыҙғандым, уларға шул һуғыш эләкмәһен тинем», тип яуап ҡайтарҙы. Һуғыш ваҡытындағы иң иҫтә ҡалған ваҡиғаларҙы иһә һөйләгеһе килмәне.
Сабир Сәлихйән улы Чечняла уҙған икенсе кампания һуғышы ветераны ла. Унда ул туғыҙ ай самаһы хеҙмәт иткән, хәрби хәрәкәттәр ветераны. Һәр бер һалдат кеүек Сабир Дәүләтшин да Еңеүҙең беҙҙең яҡта булыуына ышана һәм һалдаттарҙың үҙҙәрен һаҡлауҙарын һәм уяу булыуҙарын теләй.
Г. ҠУСҠАРОВА.