+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Күршеһенең һыуытҡысын һатып, араҡы алғандар

Мәләүез районында ике кеше күршеһенең фатирына инеп һыуытҡысын урлай һәм шул аҡсаға алкоголь һатып ала.

Күршеһенең һыуытҡысын һатып, араҡы алғандар
Күршеһенең һыуытҡысын һатып, араҡы алғандар

Ирҙәр дөйөм ятаҡта спиртлы эсемлек эсәләр һәм бер ваҡыт шешәләр бушай. Шул саҡ уларҙың башына,табынды дауам итеү,  араҡы һатып алыу өсөн үҙҙәренсә шәп план барлыҡҡа килә. Күршеләренең юҡлығынан файҙаланып, енәйәтселәр уның фатирының ишеген ватып инәләр, унан ике метрлыҡ бейеклектәге һыуытҡысты урлайҙар.

       Урланған техниканы бурҙар биш мең һумға һаталар, шул аҡсаға спиртлы эсемлектәр һатып алалар. Тиҙҙән уларҙы полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала һәм ҡараҡтарҡа ҡарата енәйәт эше аса. Баҡтиһәң, улар элек тә хөкөм ителгән булғандар.

 

Автор: Г. Романцева

Автор:
Читайте нас: