+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
11 Ғинуар 2023, 15:31

Төҙөкләндереү проекттарына федераль бюджеттан 435 миллион һум аҡса бүленгән

Был саралар ярҙамында республиканың ҡала-райондары яңы төҫ ала. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Төҙөкләндереү проекттарына федераль бюджеттан 435 миллион һум аҡса бүленгән
Төҙөкләндереү проекттарына федераль бюджеттан 435 миллион һум аҡса бүленгән

Республикала төҙөкләндереү проекттарын тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан 435 миллион һум йүнәлтелгән.

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова әйтеүенсә, 2019 йылдан Башҡортостандан 27 проект конкурс лауреаты булған. Уларҙы тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан йәлеп ителгән аҡсаның дөйөм күләме 2,2 миллиард һумдан ашҡан.

- Бөтә төҙөкләндереү концепциялары ла халыҡ фекерен иҫәпкә алып әҙерләнгән, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ирина Голованова. - 2022 йылда Белоретта, Баймаҡта, Благовещенда, Дәүләкәндә, Сибайҙа һәм Учалыла, шулай уҡ Воскресенск һәм Йылайыр ауылдарында конкурс проекттарын тамамланыҡ.

Республика архитекторҙарының дизайнер идеялары халыҡ-ара һәм федераль конкурстарҙа призлы урындар яулай. Мәҫәлән, былтыр Белоретта паркты төҙөкләндереү буйынса «Офоҡ аръяғына уҙ» проектын Парижда үткән мәртәбәле конкурста билдәләнеләр. Ә «Йылайырҙы үҙгәртеү» проекты «Иң яҡшы муниципаль тәжрибә» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡты.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: