Рәсми бүлек
10 Февраля 2023, 03:43

Путин Собяниндың эшен маҡтаны

Рәсәй Президенты Владимир Путин Мәскәү мэры Сергей Собянин менән осрашты һәм уны баш ҡаланы үҫтереү буйынса эше өсөн маҡтаны. #ВладимирПутин

Добавить в предпочтительные источники Google
Путин Собяниндың эшен маҡтаныПутин Собяниндың эшен маҡтаны
Путин Собяниндың эшен маҡтаны

        Осрашыу барышында Путин метроның ҙур ҡулсаһын төҙөүҙе тамамлау һәм Мәскәүҙең үҙәген үҫтереү буйынса эштәр тураһында доклад тыңланы. Президент баш ҡаланың юғары темптағы үҫешен  һәм сифатын билдәләне.

   Президент Собянинға эштәре өсөн рәхмәт әйтте,  шулай уҡ Мәскәүҙә мәғариф, һаулыҡ һаҡлау системаларының һәм ҡала мөхитенең әүҙем үҫешеүен билдәләне.

«Киләсәктә лә ошондай темпта һәм сифатлы эш дауам итер тип ышанам», - тип өҫтәне Путин мэр менән һөйләшеүҙә. Бынан алда Собяниндың Путинды метроның ҙур ҡулса линияһын асыуҙа ҡатнашырға саҡырыуы хаҡында билдәле булғайны.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас