+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
27 Май 2023, 18:30

Глобаль үҙгәрештәрҙә яңы үҫеш мөмкинлектәре

 «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының пленар ултырышы үтте.

Глобаль үҙгәрештәрҙә яңы үҫеш мөмкинлектәре
Глобаль үҙгәрештәрҙә яңы үҫеш мөмкинлектәре

 «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының пленар ултырышы үтте.

Ултырыштағы сығышында төбәк етәксеһе республика иҡтисадының санкция баҫымы шарттарында тотороҡло үҫешеүен билдәләне һәм инвестициялар йәлеп итеү өлкәһендә эштең төп бурыстарын билдәләне. Йүнәлештәрҙең береһе - яңы проекттарға ярҙам итеү өсөн ҡануниәт базаһын яңыртыу. Атап әйткәндә, проекттарға өҫтөнлөклө статус алыу һәм һалым преференциялары биреү өсөн инвестициялар күләме буйынса талаптарҙы кәметеү планлаштырыла.

Әйтергә кәрәк, Башҡортостан яңы инвестициялар йәлеп итеү буйынса юғары потенциалға эйә. Дүрт йыл рәттән төбәк иҡтисадына капитал һалыуҙар күләме арта. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса ул 512,4 миллиард һумға еткән.

- Был бик етди алға китеш. Ләкин беҙ юғары планкаға ынтылырға - республика иҡтисадына йылына 1 триллион һумға тиклем саралар йәлеп итергә тейешбеҙ. Беҙҙең менән хеҙмәттәшлек иткән бөтә компанияларға, эшҡыуарҙарға ҙур рәхмәт, - тине Радий Хәбиров.

Республика төбәктең инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген арттырыуҙы дауам итәсәк, тип өҫтәне Башҡортостан Башлығы.

Пленар ултырышта Радий Хәбиров үҙенсәлекле проектты тормошҡа ашырыу хаҡында ла һөйләне. Һүҙ төбәк биләмәһендә белорус зубрҙарын үрсетеү хаҡында бара. Әле улар республикаға ҡайтарылған.

Ултырыштың көн тәртибе сиктәрендә Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының махсус йөкләмәләр буйынса илсеһе, Рәсәй-Африка партнерлыҡ форумы секретариаты етәксеһе Олег Озеров сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны.

Уның фекеренсә, Көнбайыштың санкциялар сәйәсәте Рәсәйҙе үҫтереү мөмкинлектәрен сикләүгә йүнәлтелгән.

- Шул уҡ ваҡытта Африканың күпселек илдәрендә Рәсәй менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә ифрат ихтыяж ҙур, - тип хәбәр итте Олег Озеров. - Бөгөн союздаштарыбыҙ пулы формалаша, беҙ уның менән ең һыҙғанып эшләргә тейеш. Башҡортостанда халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн ҙур потенциал булдырылған. Сит ил бизнесына тәҡдим итерлек нәмәләр байтаҡ. Иҫәп-хисап системаһын, логистиканы төҙөү һәм продукцияғыҙҙы тәҡдим итерлек майҙансыҡтар булдырыу мөһим, - тине Олег Озеров.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Урал аръяғын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереүҙең һуңғы дүрт йылдағы төп йомғаҡтары менән таныштырҙы. Мәҫәлән, ошо осорҙа иҡтисадҡа инвестициялар күләме 82 миллиард һумдан ашҡан. 200 яңы проект тормошҡа ашырылған.

- Был биләмә күп параметрҙар буйынса уникаль булып тора. Хәҙерге шарттарҙа ла беҙ инвесторҙарҙың Урал аръяғы райондары менән ҡыҙыҡһыныуын күрәбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров. - Шул уҡ ваҡытта инвестициялар һәм биләмәләр үҫешенең аныҡ һөҙөмтәләре араһында тигеҙлеккә ынтылырға тейешбеҙ. Һүҙ сәнәғәт һәм социаль объекттар төҙөү, үҫешкән инфраструктура, кешеләрҙең йәшәү сифатының юғары кимәле хаҡында бара, тип аңлатты премьер-министр.

Фото: glavarb.ru

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: