-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
1 Июнь 2023, 15:11

«Ватанды һаҡлаусылар» фонды эш башланы

Бөгөн,  Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса ил төбәктәрендә, шул иҫәптән Донецк һәм Луганск ҡалаларында «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды эшләй башланы.  #ВладимирПутин

«Ватанды һаҡлаусылар» фонды эш башланы
«Ватанды һаҡлаусылар» фонды эш башланы

Уның аша махсус хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусы хәрби ветерандар, шулай уҡ уларҙың ғаиләләре тейешле ярҙам ала аласаҡ.

Башҡортостан халҡы Өфөлә урынлашҡан фонд филиалына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала.

Социаль координаторҙар республиканың һәр ҡалаһында һәм районында эшләйәсәк, ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән махсус операция ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына булышлыҡ итәсәк. Улар мөрәжәғәт итеүселәр менән профилле ведомстволар, шулай уҡ власть органдары араһында бәйләнеш булдырасаҡ.

Фонд ветерандарға тейешле ярҙам, шул иҫәптән медицина һәм социаль реабилитация, дарыуҙар менән тәьмин итеү, психологик ярҙам, техник реабилитация саралары һәм шифахана-курорт дауалауы, ҡайтанан уҡытыу һәм эшкә урынлаштырыу буйынса ярҙам күрһәтәсәк.

«Ватанды Һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан.

Эш ваҡыты: 9.00-18.00 сәғәттәрҙә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: