+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
9 Июнь 2023, 16:05

Херсон өлкәһенә ярҙам күрһәтеләсәк

Ил башлығы Владимир Путин Херсон өлкәһенең губернатор вазифаһын башҡарыусы Владимир Сальдо менән Кахов ГЭС-ындағы диверсия һөҙөмтәһендә булған хәл хаҡында әңгәмәләште. #ВладимирПутин

Херсон өлкәһенә ярҙам күрһәтеләсәк
Херсон өлкәһенә ярҙам күрһәтеләсәк

Ил башлығы Владимир Путин Херсон өлкәһенең губернатор вазифаһын башҡарыусы Владимир Сальдо менән Кахов ГЭС-ындағы диверсия һөҙөмтәһендә булған хәл хаҡында әңгәмәләште.

6 июнгә ҡараған төндә Украина ғәскәрҙәренең сираттағы һөжүменән һуң Кахов ГЭС-ның ҡайһы бер ҡулсалары зыян күргән. Һөҙөмтәлә Кахов һыуһаҡлағысынан һыу Днепр буйлап түбәнгә күпләп аға башлаған. Утыҙҙан ашыу ауылды һыу баҫҡан. Хесрон өлкәһендә ғәҙәттән тыш хәл индерелгән.

Был хаҡта тулы мәғлүмәт алған Президент Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына һыу баҫыуҙан зыян күргән йорт хужалыҡтарына  Рәсәй Федерацияһында ҡаралған нормаларға ярашлы ярҙам күрһәтергә ҡушты.

Ил Башлығы шулай уҡ диверсия һөҙөмтәһендә һыу баҫҡан төбәктең килеп тыуған башҡа ихтыяждарына анализ яһарға ҡушты

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: