+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
29 Июнь 2023, 14:22

Владимир Путин менән Александр Лукашенко форумдың һәм ике илдең дуҫлығының әһәмиәте тураһында һөйләне.

Владимир Путин менән Александр Лукашенко форумдың һәм ике илдең дуҫлығының әһәмиәте тураһында һөйләне.  #ВладимирПутин

Владимир Путин менән Александр Лукашенко форумдың һәм ике илдең дуҫлығының әһәмиәте тураһында һөйләне.
Владимир Путин менән Александр Лукашенко форумдың һәм ике илдең дуҫлығының әһәмиәте тураһында һөйләне.

“Торатау” конгресс-холында үткән X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумының пленар ултырышында ике дәүләттең ун йыллыҡ үҙ-ара эш итеүенә йомғаҡ яһалды.

Ултырышты Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко һәм Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышының Совет Рәйесе Наталья Кочанова үткәрҙе. Был эштә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин форумда ҡатнашыусыларға видеомөрәжәғәт ебәрҙе. Ул ике дәүләттең үҙ-ара мөнәсәбәттәрен үҫтереүҙең төп аспекттарын билдәләне.

– Башҡортостандың баш ҡалаһында йыйылған Рәсәй һәм Белоруссияның унынсы төбәк-ара форумында ҡатнашыусыларҙы һәм ойоштороусыларҙы сәләмләүемә шатмын. Ун йылдан ашыу беҙҙең форум төбәк башлыҡтарын, парламентарийҙарҙы, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәрен, эшлекле һәм эксперт даирәләре, ике илдең йәмәғәт һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәрен, йәғни ысынлап та дуҫ, татыу Рәсәй-Белорус бәйләнештәрен үҫтереү менән шөғөлләнеүселәрҙе йыя, – тине Владимир Путин. – Ике яҡлы партнёрлыҡ һәм Союз дәүләтен төҙөү буйынса мөһим практик мәсьәләләр спектры буйынса ысынлап та файҙалы һәм йәнле дискуссиялар үткәнен беләм. Төбәктәрҙең туранан-тура ҡатнашлығында хәл ителгән мәсьәләләр иҫәбендә сәнәғәт кооперацияһын тәрәнәйтеүҙе, аграр өлкәлә проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙы, алдынғы мәғлүмәт технологияларын индереүҙе, гуманитар бәйләнештәрҙе һәм туристик алмашыуҙарҙы киңәйтеүҙе, йәмәғәт ойошмаларына һәм ирекмәндәр хәрәкәтенә ярҙам итеүҙе билдәләп үтергә кәрәк.

Беларусь Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә ҡатнашыусылар араһында Рәсәйҙең сауҙа күләме буйынса беренсе һәм бөтә донъяла дүртенсе партнеры булып тора, тип билдәләне дәүләт башлығы.

– Иҫегеҙгә төшөрәм, Союз дәүләтенең Юғары Дәүләт Советы раҫлаған 28 тармаҡ программаһы 2021 йылдан эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла. Уларҙың төп тәғәйенләнеше – ул илебеҙҙә хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың мөмкин тиклем тигеҙ эшмәкәрлек шарттарын булдырыу. Килешеп берҙәм финанс, энергетика баҙарҙары һәм транспорт киңлеге булдырыла, яраштырылған макроиҡтисади, технологик, сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм цифрлы сәйәсәт үткәрелә. Рәсәй һәм Белоруссия иҡтисадтарының тотороҡлоғон, уларҙың санкцияларҙың кире тәьҫиренә иммунитетын тәьмин итеү өсөн барыһын да эшләй. Һәм, әлбиттә, төбәк-ара тығыҙ партнерлыҡһыҙ был эштә уңышҡа өлгәшеү ауыр – тип өҫтәне Владимир Путин.

Рәсәй Президенты ике ил парламенттарының юғары палаталары тәҡдим иткән “Хәтер поезы” проектын да билдәләне. Рәсәй һәм Белоруссия уҡыусылары, башҡа дәүләттәр – ЕврАзЭс ағзалары, Әрмәнстан һәм Ҡырғыҙстан вәкилдәре поезда Бөйөк Ватан һуғышы осороноң иҫтәлекле урындары буйлап үтте һәм Өфөлә форумдың йәштәр программаһында ҡатнашты.

– Форумды ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға башҡарған эштәре өсөн рәхмәт әйткем килә. Ул Рәсәй менән Белоруссияның үҙ-ара стратегик эшмәкәрлеген артабан нығытыу эшенә булышлыҡ итәсәк, – тип йомғаҡ яһаны Владимир Путин. – Шулай уҡ бөтә белорус дуҫтарын дәүләт байрамы – республиканың бойондороҡһоҙлоғо көнө менән ҡотлайым. Ул 3 июлдә билдәләнә. Ихлас күңелдән белорус халҡына бәхет, тыныслыҡ һәм сәскә атыуын теләйбеҙ.

Форум делегаттарына видеосәләмләүҙе Беларусь Президенты Александр Лукашенко ла ебәрҙе. Ул Рәсәй төбәктәре, шул иҫәптән Башҡортостан менән үҙ-ара килешеп эш итеү һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.

– Юбилей сараларының Евразияның үҙендә –бай тарихлы һәм мәҙәниәтле баш ҡалала – Башҡортостан Республикаһында үтеүе символик мәғәнәгә эйә. Рәсәй яғының төрлө субъекттарға яҡынайтып форум географияһын киңәйтеүен дөрөҫ ҡарар тип иҫәпләйем. Ул үҙ төбәктәренең өҫтөнлөктәрен асырға, уларҙың иҡтисади потенциалын күрһәтергә мөмкинлек бирә, – тине Александр Лукашенко. – Өфө менән предприятиелары, ойошмалары, йәмәғәт берләшмәләре, фән, сәнғәт һәм мәҙәниәт, мәғариф эшмәкәрҙәре кимәлендә күптән, бик конструктив бәйләнештәр булдырғанбыҙ. Үҙ-ара мөнәсәбәттәр тарихы бер тиҫтә йыл ғына түгел. Дөрөҫөн әйткәндә, ул Советтар Союзы заманынан уҡ өҙөлмәгән. Беҙ сеймал, комплектлау, сәнәғәт продукцияһы менән тәьмин итеүҙә бер-беребеҙҙе тулыландырып, импортты алмаштырыу һәм технологик суверенитетты тәьмин итеү бурысын хәл итәбеҙ. Әммә иң ҙур ҡиммәт - кешелек мөнәсәбәттәренең иң нескә капиллярҙары, дөйөм тарих, мәҙәниәт, менталитет, ғаиләгә традицион ҡараш, ололарҙы ихтирам итеү, йәштәргә ҙур перспективалар һәм ярҙам итеү.

Беларусь Президенты Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумын артабан үҫтереүҙең, унда ҡатнашыусыларҙың географияһын киңәйтеүҙең һәм тикшерелгән мәсьәләләрҙең көнүҙәклеген билдәләне.

– Бөгөн Беларусь һәм Рәсәй төбәктәре форумына Союз дәүләте сиктәренән сығырға, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, ШОС, БРИКС, АСЕАН һәм беҙҙең менән дуҫлашырға, эшләргә әҙер булғандарҙың барыһы менән дә хеҙмәттәшлекте әүҙемләштерергә кәрәк. Форум майҙансығын төбәк-ара идеяларҙы, проекттарҙы, башланғыстарҙы генерациялау үҙәге итергә тейешбеҙ, – тине Александр Лукашенко. – Төбәктәр форумы – перспективалы башланғыс, ул Белоруссиянан һәм Рәсәйҙән ситкә сыға ала. Беҙ ошо сарала ла, шул иҫәптән тыныс эшләргә әҙер булған изге ихтыярлы кешеләрҙе мөмкин тиклем күберәк күреүебеҙгә шат буласаҡбыҙ.  

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: