

Владимир Путин видеоконференциия режимында Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмә үткәрҙе.
Төп доклад менән Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары, сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров сығыш яһаны. Иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы ошо йылдың 3 ноябренән көсөнә ингән судтан тыш банкрот итеп табыуҙың яңы ҡағиҙәләре менән таныштырҙы, йәғни оҙайлы ваҡыт түләнмәгән кредит бурыстары булған граждандарҙы яҡлау механизмдары хаҡында һүҙ алып барҙы.
Спорт министры Олег Матыциндың һәм “Рәсәй өсөн” Халыҡ фронты” халыҡ фронты бүлексәһенең башҡарыусы дитректоры Михаил Кузнецовтың сығыштары физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү занятиеларына һалым ташламаһы хаҡында барҙы.. Мәҙәниәт министры Ольга Любимова мәҙәни мираҫ объекттарын реставрациялау хаҡында һөйләне. Тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Александр Козлов “Восток” станцияһы төҙөлөшө хаҡында һүҙ алып барҙы. Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашколның сығышы онкология сирҙәренә ҡаршы көрәш сараларына арналды.
Фото: iz.ru