Рәсми бүлек
23 Ноябрь 2023, 03:37

Алда Ғаилә йылы көтә

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2024 йылды илдә Ғаилә йылы тип иғлан итте. #ВладимирПутин    

Алда Ғаилә йылы көтәАлда Ғаилә йылы көтә
Алда Ғаилә йылы көтә

Рәсәйҙә ғаилә йылы ғаиләне яҡлау, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен популярлаштырыу маҡсатында иғлан ителде, тиелә указда.

Дәүләт Башлығы Хөкүмәткә 27 декабргә тиклем Ғаилә йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитетын ойошторорға, уның составын раҫларға һәм уны үткәреү буйынса төп сараларҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушҡан.

      Ойоштороу комитеты рәйесе итеп Вице-премьер Татьяна Голикова тәғәйенләнгән.

     Былтыр ноябрҙә Путин традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлау буйынса дәүләт сәйәсәтенең нигеҙҙәрен раҫлағайны.

    Рәсәй Президенты бер нисә тапҡыр Рәсәйҙә демография менән бик ҡатмарлы хәл килеп тыуыуын белдерҙе. Уның матбуғат секретары Дмитрий Песков хәбәр итеүенсә, халыҡты тыуымды арттырырға этәреү өсөн бер нисә сара ҡулланыла, әммә әлегә был саралар тейешле һөҙөмтә бирмәгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас