Рәсми бүлек
7 Декабрь 2023, 04:12

Путин ғәрәп илдәрендә булды

Рәсәй менән Сәғүд Ғәрәбстаны араһындағы дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә бер нәмә лә ҡамасаулай алмай, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин принц, илдең министрҙар советы рәйесе Мөхәммәт бен Салман Әл Сәғүд менән Эр-Риядта һөйләшеүҙәрҙә.  #ВладимирПутин

Путин ғәрәп илдәрендә булдыПутин ғәрәп илдәрендә булды
Путин ғәрәп илдәрендә булды

Әл Сәғүд, үҙ сиратында, Рәсәй һәм Сәғүд Ғәрәбстаны «бөтә донъяның тотороҡлолоғона һәм үҫешенә өлгәшеү өсөн» бергә эшләй, тип белдергән. Уның һүҙҙәренсә, һуңғы ете йылда ике ил күп нәмәгә өлгәшкән, шул иҫәптән энергетика, инвестициялар һәм ауыл хужалығы өлкәләрендә. 

Владимир Путин һәм принц Мөхәммәт бен Сәлмән  сәфәр барышында 10 өлкәлә, шул иҫәптән энергетика, суд системаһы, туризм һәм киң мәғлүмәт сараларында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас