Рәсми бүлек
7 Декабрь 2023, 10:55

Рәсәй Президентын һайлау көнө билдәле

Рәсәй Президентын һайлау  2024 йылдың 17 мартына тәғәйенләнгән.  #ВладимирПутин

Рәсәй Президентын һайлау көнө билдәлеРәсәй Президентын һайлау көнө билдәле
Рәсәй Президентын һайлау көнө билдәле

Федерация советы 2024 йылдың 17 мартында Рәсәй Президентын һайлауҙы үткәреү тураһында ҡарар ҡабул иткән. Ҡарар бер тауыштан ҡабул ителгән. Бының өсөн 162 сенатор “Ыңғай " тауыш биргән.

Үҙәк Һайлау комиссияһы етәксеһе Элла Памфилова ҡыҫҡа арала, 15-нән 17 мартҡа тиклем, йәғни өс көн  тауыш биреү көндәре итеү тураһында ҡарар проекты ҡараласағын белдергән.

"Алдағы Президент һайлауҙарын ваҡытында үткәреү, тәү сиратта рәсәйҙең тышҡы ҡаршылыҡтарға  яуабы буласаҡ», — тип белдергән Федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко Юғары палатаның пленар ултырышында.

Үҙәк Һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова ла шул уҡ ултырышта ҡатнашып, президент һайлауҙары тәүге тапҡыр ҡатмарлы геосәйәси шарттарҙа үтәсәк тигән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас