

Әлеге ваҡытта мөһим сәйәси ваҡиға – Владимир Путиндың Рәсәй халҡы менән тура эфирҙа аралашыуы башланды.
"2023 йыл йомғаҡтары" тип аталған “Тура бәйләнеш” матбуғат конференцияһы менән берлектә үтә. Шуға күрә Владимир Путин менән бер студияла журналистар ҙа бар. Башҡортостан хәбәрселәре лә был мөһим сәйәси ваҡиғанан ситтә ҡалманы. Быйыл унда “Башинформ” агентлығы, Башҡортостан юлдаш телеканалы һәм “Янаульские зори” гәзите хәбәрселәре ҡатнаша. Уларҙың һәр береһе Владимир Путинға һорауын әҙерләгән һәм уңыш йылмайып, уны дәүләт башлығына бирә алырбыҙ тип өмөтләнәләр.
Дәүләт башлығына һорауҙар 1 декабрҙән ҡабул ителә башлағайны.. Әлеге ваҡытта 2 миллиондан ашыу һорау теркәлгән.
Тәүҙә, ғәҙәттәгесә, Владимир Путин һандар телендә йылға йомғаҡтар яһаны. Бында ул иҡтисад, эш хаҡтары, социаль тармаҡ тураһында әйтте. Икенсе һорау махсус хәрби операцияға ҡағылды.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.