Рәсми бүлек
18 Ғинуар 2024, 03:00

Рәсәйҙә урындағы үҙидараның атҡаҙанған хеҙмәткәре исеме булдырылды

Рәсәй Президенты Владимир Путин илдә «Урындағы үҙидараның атҡаҙанған хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырҙы. #ВладимирПутин

Рәсәйҙә урындағы үҙидараның атҡаҙанған хеҙмәткәре исеме булдырылдыРәсәйҙә урындағы үҙидараның атҡаҙанған хеҙмәткәре исеме булдырылды
Рәсәйҙә урындағы үҙидараның атҡаҙанған хеҙмәткәре исеме булдырылды

Яңы исемде булдырыуҙың маҡсаты - дәүләт наградалары системаһын артабан камиллаштырыу, тип билдәләнә.

Был исем урындағы үҙидараны үҫтереүҙәге эшмәкәрлеге, шәхси ҡаҙаныштары, халыҡтың тормошон яҡшыртыу буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүҙәге, граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеүе һәм башҡа мөһим эштәрен юғары профессиональ кимәлдә үтәгән муниципаль вазифалағы  кешегә бирелә.Ҡағиҙәгә ярашлы, был исем урындағы власта 20 йылдан ашыу эшләгән, башҡа дәүләт наградалары йәки дәртләндереүҙәре булған осраҡта бирелеүе мөмкин.

     Белеүегеҙсә, 15-16 ғинуарҙа Мәскәүҙә «Бәләкәй Ватан — Рәсәй көсө» Бөтә Рәсәй муниципаль форумы үтте. Унда 7,5 мең муниципалитет вәкиле ҡатнашты һәм улар дәүләт менән  йәмғиәт мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүҙең мөһимлеге буйынса, төрлө берләшмәләр эшмәкәрлегенең һөҙөмтәле практикалары менән танышыу маҡсатында ойошторолған майҙансыҡтарҙа тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Ҡатнашыусылар фекеренсә, бындай сараның  үткәрелеүе,  илдә урындағы үҙидара үҫешенең яңы этабына күсеү булып тора.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас