Хөкүмәттең иҡтисади блогы һәм Үҙәк Банк рәйесе Эльвира Нәбиуллина ҡатнашҡан кәңәшмәлә уҙған йылға йомғаҡ яһалған,киләсәккә бурыстар ҡуйылған.
2023 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй иҡтисады 3,6 процент үҫеш күрһәткән.
Бынан тыш, илдең эске тулайым продуктының үҫеш темпы юғарыраҡ булған.
Шулай уҡ, кәңәшмә барышында Путин хөкүмәткә илдә инфляцияны кәметеү буйынса айырыуса иғтибар бүлергә ҡушҡан. Граждандарҙың килемен һәм йәшәү сифатын күтәреү, ғаиләләрҙең именлеге, өҫтөнлөклө булырға тейеш, тиелә кәңәшмә ҡарарында.